Инлек

Инлек (рус. губная помада, франц. pommade, итал. pomata от лат. pōmum — «яблоко»[1]) — ирендәргә сағыу төҫ биреү, уларҙың ситтәрен йомшартыу йәки кибеүҙән һаҡлау өсөн ҡулланылған косметик сара. Спермацетат, балауыҙ, какао майы, вазелин майы, буяуҙар, еҫлемайҙар һәм башҡа матдәләр ҡушып яһала.

Инлек төрлө төҫтә, төрлө майлылыҡта була. Традицион рәүештә ул футлярға ҡуйылған ҡаты стиктан тора. Ул иренде билдәле бер төҫкә буяй һәм бер нисә сәғәт бөтмәй торған яры барлыҡҡа килтерә.

Инлек беренсе тапҡыр 5000 йыл элек — тәүҙә Месопотамияла, һуңынан Боронғо Мысырҙа, Боронғо Грецияла, һуңыраҡ Римда барлыҡҡа килә. Ул ваҡытта уны балауыҙҙан һәм онтаҡ итеп иҙелгән ваҡ таштарҙан эшләйҙәр. Тиҙҙән был косметик сараны эшләгәндә емеш-еләк, хайуан тиҙәктәре һәм иренде буяуға һәләтле башҡа ҡатнашмалар ҡуша башлайҙар.

Хәҙерге ваҡытта инлек биҙәнеү элементы һәм ирендәрҙе өҫтәмә тәрбиәләү сараһы булып тора.

undefined
undefined
undefined
undefined
undefined
undefined
undefined
undefined

Тарихы

Инлек эшләү тарихы һәм үҫеше бер нисә мең йыллыҡҡа һуҙыла. Беренсе тапҡыр ул Месопотамияла яҡынса 5 мең йыл элек барлыҡҡа килә. Һуңынан ирен өсөн буяу ҡулланыу тәжрибәһе Боронғо Мысырға тарала, унда уны ҡыҙыл туттан, балауыҙҙан һәм хайуандар майынан эшләйҙәр. Ваҡыт үткәс, Мысыр мәҙәниәте йоғонтоһо һөҙөмтәһендә ул Боронғо Грецияға һәм Боронғо Римға барып сыға[2][3].

Әммә XIV быуатта католик сиркәүе Мәрйәм Ананы матурлыҡ идеалы итеп һанай һәм косметик саралар ҡулланыуҙы тыя. Тыйыуға ҡарамаҫтан, тәре йөрөтөүселәр һөйгәндәренә Яҡын Көнсығыштан инлек алып ҡайтыу өсөн ғүмерҙәрен фиҙа ҡыла[2][4].

Инлек тарихы шулай уҡ составын даими тикшереүҙәр һәм яңылыҡ индереүҙәр менән бәйле. 1882 йылда йөҙөм инлеге эшләнә, уның составына һөт, балауыҙ, ҡара йөҙөмдөң тамыры һәм орлоҡтары инә. Инлек үҫеше XIX быуатта алға китә. Француз парфюмерҙары ебәк ҡағыҙға төрөлгән ҡәләм рәүешендәге инлек сығара. Артабан поршень механизмлы футлярҙа сыға, ул инлекте тулыһынса ҡулланыу мөмкинлеген бирә, ә футлярҙың алмаш блоктары була. XX быуат башында был косметик сара АҠШ-та популярлыҡ яулай — ул көндәлек образдың айырып алғыһыҙ өлөшөнә әүерелә. 1903 йылда Амстердамда Халыҡ-ара күргәҙмәлә болан майы нигеҙендә эшләнгән инлек күрһәтелә. Ул, популярлыҡ яулап, ҡыҙҙарға ҙур тәьҫир яһай. Ул ваҡытҡа инлек банкаларға һалынып, ҡылҡәләм йәки бармаҡ менән һөртөлә[3][4].

1915 йылда Морис Леви металл контейнерҙарҙа һатылған беренсе ғәҙәти инлек уйлап таба. 1923 йылда Джеймс Брюс Мейсон-кесе цилиндрҙың бороп асылған торбаһына патент ала. Был инлекте буяуҙы күпкә еңелләштерә. 1930 йылдарҙа фотографияларҙың популярлығы артыуы Европала һәм Төньяҡ Америкала инлекте тағы ла йышыраҡ ҡулланыуға килтерә[5][6].

1949 йылда Guerlain фирмаһы инлектәрҙе металл һәм пластик тюбиктарҙа сығарыуҙың беренсе машиналарын эшләй[2][7]. 1950 йылдарҙа Америка химигы Хейзел Бишоп эҙ ҡалдырмаған беренсе тотороҡло инлек эшләп сығара. 1950 йылдарҙа ҡыҙыл инлек ҡатын-ҡыҙ образының айырылғыһыҙ атрибуты һәм донъяла иң популяр косметик сара була[6][8]. Кинематограф арҡаһында инлек популяр булып китә. Тауышһыҙ кино ваҡытында актрисалар айырылып тороу һәм үҙ образын сағыуыраҡ итеү өсөн был продуктты әүҙем ҡуллана[3][9]. Мэрилин Монро һәм Элизабет Тейлор кеүек актрисалар ирендәрҙең ҡуйы ҡыҙыл төҫөн популярлаштыра. Уларҙың йоғонтоһо һәм Gala, Max Factor инновациялары инлек донъяһында яңы төҫтәргә һәм тенденцияларға килтерә[6][8]. Популярлаштырыуға шулай уҡ билдәле актриса Сара Бернар ҙа йоғонто яһай[3]. Ул XIX быуаттың был продуктын ихтирам итә һәм уны stylo d’Amore (мөхәббәт таяғы) тип атай. Шул ваҡыттан алып төрлө төҫтәрҙәге инлеккә мода бер нисә тапҡыр: нейтраль һәм төҫһөҙҙән алып шәмәхә һәм ҡара төҫкә тиклем үҙгәрә.

1970 йылдарҙа инлеккә альтернатива булып ирен өсөн ялтырлыҡ барлыҡҡа килә[4][8].

Донъя иҡтисады 1929—1930 йылдарҙа көрсөк кисергәндән һуң «инлек эффекты» билдәле була. Тәртип иҡтисады сиктәрендә билдәләнгән был концепцияға ярашлы, иҡтисад түбән төшкән осорҙарҙа йәки йәмғиәт тетрәнеүе ваҡытында ҡиммәтле әйберҙәргә ҡарағанда һатып алыусы хаҡтары түбәнерәк тауарҙарға өҫтөнлөк бирә[2][3][10].

Әлеге ваҡытта донъяла был косметик сараны йыл һайын миллиард дананан күберәк һатып алалар[3]. 2023 йылда Рәсәй ғалимдары беренсе тапҡыр көслө антиоксидант һәм оҙаҡ һаҡланыу үҙенсәлектәренә эйә инлек өлгөләре эшләп сығара[11][12].

Составы һәм үҙенсәлектәре

Хәҙерге формулаларҙа кастор майы, жожоба майы[13], балауыҙ, майҙар һәм пигменттарҙы осратырға була. Балауыҙ инлектең ныҡлығын һәм һығылмалылығын тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай, шулай уҡ уға билдәле форма бирә. Башта етештереүселәр бал ҡорто балауыҙын ҡуллана, әммә ул аллергик реакция биреүе мөмкин, шуға күрә хәҙер үҫемлектәр нигеҙендәге тәбиғи балауыҙҙарға өҫтөнлөк бирә[2][13], улар араһында иң популяры — ланолин[14].

Инлек декоратив косметика булараҡ ҡына түгел, ә иренде тәрбиәләү сараһы булараҡ та ҡулланыла[15]. Уның составына вазелин, кокос, зәйтүн һәм минераль майҙар, витаминдар һәм тәбиғи экстракттар инә. Бик йыш елһенеү булдырмаған һәм тирә-яҡ мөхиттең кире тәьҫиренән һаҡлаусы А, С һәм Е витамины осрай[2][13]. Балауыҙ һәм майҙар күп булған инлектәр иренде йомшарта һәм еүешләй. Иң киң таралған буяу булып сәнәғәттең башҡа тармаҡтарында ла ҡулланылған кармин тора. Уны үҫемлек ҡоротҡостары булған ялған ҡуңыҙҙарҙы киптереп эшләйҙәр[2][15].

Күптән түгел генә етештереүселәр тирене йомшартҡан һәм туҡлыҡлы матдәләр менән байытҡан авокадо майын ҡуллана башлай. Майҙар инлекте ҡатыра, ә полимерҙар һәм силикат ҡушымталары, иренгә һыланып, уның ялтырауын һәм оҙаҡ һаҡланыуын тәьмин итә, шулай уҡ елгә ярылыуҙан һәм һыуҙы юғалтыуҙан һаҡлай. Инлектәрҙең һаҡланыу ваҡытын оҙайтыу өсөн майлы нигеҙгә антиоксиданттар һәм консерванттар ҡушыла[2][15].

Төрҙәре

Косметика баҙарында инлектәрҙең күплеген күрергә мөмкин: тоноҡ, атлас, ялтырауыҡ, оҙаҡ торған, туҡландырыусы, еүешләүсе, гигиена, иренде ҙур итеп күрһәтеүсе, тештәрҙе аҡ итеп күрһәтеүсе һ.б. Улар күптән инде декоратив продукт ҡына түгел. Хәҙерге етештереүселәр инлектең төрлө төрҙәрен гигиеник үҙенсәлектәр менән байыта, уларға еүешләү һәм туҡландырыу үҙенсәлеген бирә[2][7][15].

Тоноҡ инлек составында балауыҙ һәм пудра күп, шуға күрә ул ялтырамай, әммә ялтырауыҡлы инлектәр менән сағыштырғанда ул байыраҡ һәм ҡалыныраҡ тойола. Атлас помада сағыу төҫө һәм ялтырауы менән айырылып тора һәм иренде ҙурыраҡ итеп күрһәтә. Ирендән оҙаҡ ваҡыт юйылмаған инлек декоратив үҙенсәлектәрен оҙағыраҡ һаҡлай. Уның берҙән-бер етешһеҙлеге — бындай инлек һөрткәндә майлы аҙыҡ ашамағыҙ, ул майҙы яратмай[2].

Гигиена инлеге

Гигиена инлеге — инлектең ирендәрҙе тәрбиәләү өсөн ҡулланылған төрө. Организмдың аллергик реакцияларына һәм үҙенсәлектәренә ҡарап һайлана. Ирендәрҙе тәбиғәт шарттарынан (ел, экстремаль температура, эҫе) еүешләтеү һәм дауалау, шулай уҡ вирус инфекцияларынан һаҡлау өсөн ҡулланыла[16][17].

Инлек, ирендәрҙе ультрафиолет нурҙарҙан һаҡлаған витаминдар һәм фильтрҙарҙы ла индереп, еүешләтеү һәм туҡландырыу ингредиенттарына эйә. Бынан тыш, уларға ирендәрҙең һыуһыҙланыуын һәм ярылыуын кисектерергә генә түгел, ә алдан булған йәрәхәттәрҙе уңалтырға һәләтле дарыу үләндәре экстракттары ҡушыла. Был косметик продукцияны сәнәғәт кимәлендә етештереү XIX быуат һуңында, АҠШ табибы Чарльз Брауни Флит ChapStick атамаһы менән беренсе гигиена инлеген уйлап табып эшләп сығарғас башлана[16][17].

Һаҡлау ваҡыты

Инлекте һаҡлау ваҡыты уның етештереүсеһенән һәм тәбиғилеге кимәленән тора: 6 айҙан 5 йылға тиклем. Инлектең һаҡлау ваҡыты үтһә, уның текстураһы һәм еҫе үҙгәрә[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

• Ирен өсөн бальзам
• Помада (сәстәр өсөн сара)
• Декоратив косметика
• Визажист

Иҫкәрмәләр

  1. Pomade. Collins Dictionary. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2024.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 Альфия Галиева. Губная помада: история создания и тонкости применения. Аргументы и факты (27 март 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 октябрь 2023.
  3. 1 2 3 4 5 6 Алексей Мальгавко. Не просто косметика: удивительные факты о губной помаде. РИА Новости (29 июль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2024.
  4. 1 2 3 История губной помады. nestory.ru (4 июль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2023.
  5. Fashion: The history of… Lipstick — Lip-smacking good. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2023. Архивировано 15 август 2018 года.
  6. 1 2 3 Юрий Гандрабура. Кто и зачем придумал губную помаду: интересные факты! techinsider.ru (27 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2023.
  7. 1 2 Помада. Госстандарт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2024.
  8. 1 2 3 Ирина Урнова. Иду на красный: прошлое и настоящее лучшего аксессуара для свидания. РБК (11 февраль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2023.
  9. Губная помада: от Нефертити до Макс-Фактора. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2023. Архивировано 24 апрель 2017 года.
  10. Ксения Кузьмина. Эффект «губной помады». Что происходит с индустрией красоты в период пандемии. Коммерсант (25 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2023.
  11. Ева Акимова, Любовь Ставцева. В России придумали содержащую антоцианы полезную косметику для женщин. Красящие пигменты вырабатывают из фруктов, овощей и растений. РБК (25 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2024.
  12. Валерия Бунина. В России создали полезную губную помаду и кремовые тени. Газета.ру (20 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2024.
  13. 1 2 3 Абдуллазянова Г. Г., Рудзянко Д. И. Разработка и исследование базовой композиции губной помады // Вестник технологического университета. — 2015. — Т. 18, № 6.
  14. Мария Волуйская. Из чего делают губную помаду? Аргументы и факты (8 апрель 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2024.
  15. 1 2 3 4 Бунивер П. Г., Нестерова Н. В., Нестерова О. В. Влияние губных помад на кожу // Scientific heritage. — 2021. — № 65.
  16. 1 2 Гигиеническая помада. Госстандарт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2024.
  17. 1 2 Землянская М. С. и др., 2019

Әҙәбиәт

Һылтанмалар