Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы - (15.03.1915—3.11.2000, Сибай), театр актёры. 19421973 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972). Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт радиофестивале лауреаты (1937). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылынан.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы 1915 йылдың 15 мартында ул саҡтағы Ырымбур губернаһы Орск (Үр) өйәҙенә ҡараған (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Темәс ауылында тыуа — 2000 йылдың 3 ноябрендә вафат була, Сибайҙа ерләнә.

Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941 йылда Башҡортостан филармонияһы солисы. 1942—1973 йылдарҙа Сибай драма театры актрисаһы. Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙының иртә уйналған ролдәренә, Сәрүәр («Башмағым»; дебют, 1942), Айһылыу (С.М.Мифтаховтың «Һаҡмар» — «Хакмар»), Ғәлиәбаныу («Галиябану»), Таңсулпан (Ҡадир Даяндың шул уҡ исемдәге әҫәре буйынса) башлыса музыкаль спектаклдәренә лиризм һәм хислелек хас. Актриса ижадындағы артабанғы ролдәренең береһе — Шәмсинур (Әнғәм Атнабаевтың «Ул ҡайтты» — «Он вернулся») — тәрән драматизм менән айырылып тора. Башҡорт халыҡ йырҙары «Ашҡаҙар»ҙы, «Ғилмияза»ны, «Ғүмәров»ты, «Зөлхизә»не һәм башҡаларҙы оҫта башҡара.

Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт радиофестивале лауреаты (1937).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1972 й.)
  • Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт радиофестивале лауреаты (1937 й.)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]