Итжыймасов Рәсүл
Дәүләт |
---|
Итжыймасов Рәсүл (рус. Расуль Итжеймасов) — башҡорт тарханы, Иҫәт провинцияһы Ҡара Табын улусы старшинаһы. Рәсәй империяһына ҡаршы баш күтәргән армия полковнигы[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һаҡланған документтар буйынса фаразлағанда, Рәсүл Итжыймасовтың Иҫәт провинцияһының Ҡара Табын улусына ҡараған (Башҡортостан Республикаһы Учалы районы) Рәсүл ауылында тыуған. Күрәһең, бик затлы нәҫелдән булғандыр. Сөнки «тархан» титулы эшлекле, Рәсәй импераияһына тоғро кешеләргә генә бирелгән. Моғайын, Рәсәй империяһының төрлө хәрби походтарында ҡатнашып, тархан исеменә лайыҡ булғандыр.
Рәсүл Итжыймасовтың баш күтәреүселәргә нисек барып ҡушлыуы тураһында теүәл генә мәғлүмәттәр булмаһа ла халыҡ хәтерендә уның исеме һаман да һаҡлана, быуындан-быуынға уның ғәййәр батырлығы тураһындағы риүәйәттәр тапшырылып килә. Тыуған ауылының уның исемен йөрөтөүө лә шул фактты раҫлай.
Ул 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышына 1773 йылдың декабрендә барып ҡушыла һәм Уй ҡәлғәһе тирәһендә батша ғәскәрҙәренә ҡаршы тора. 15 декабрҙә Уй ҡәлғәһенә ярҙамға ебәрелгән премьер-майор Е. Декастро-Лацерданың каратель отрядын тап Р. Итжыймасовтың яугирҙәре ҡырып һала, тип фаразлай тарихсылар[1].
Рәсүл тархан отряды 1774 йылдың йәйе һәм көҙөндә үтә әүҙем һуғыша. Отряды менән Уй ҡәлғәһен ҡамауҙа тота, ҡәлғәгә ваҡыт-ваҡыт һөжүм итеп тора. Унда артиллерияның булыуы ғына уларға маҡсаттарына ирешеүгә ҡамасаулай. 1773 йылдың 21 авгусында генерал-майор А. Д. Скалондың карателдәр корпусының ярҙамға килеүе арҡаһында ғына ҡәлғә башҡорт яугирҙәренә бирелмәй ҡотолоп ҡала, өҫтәүенә ҡамауҙы алып ташлай.
Сығанаҡтарҙа Рәсүл тархан Итжыймасовҡа баш күтәргән армия полковнигы чины бирелеү тураһында билдәләп үтелә. Уның ҡул аҫтында 600 яугир иҫәпләнә, 1774 йылда туранан-тура Пугачевтың ҡул аҫтында һуғыша. Пугачевтың 1774 йылдың 5 июндәге указы менән Урал аръяғының 10 старшинаһына полковник чины бирелә[1]. Бынан алда билдәләп үтелгән факттар нигеҙендә 10 старшина араһында Рәсүл тархандың да булыу ихтималлығын билдәләп була.
Иҫәт провинцияһы канцелярияһы «Ведомостарында» 1774 йылдың 17 декабрендә Рәсүл тархан Итжыймасов «элеккесә буйһоноуын таныуы менән мөрәжәғәт итеүе» яҙып ҡуйылған. Ләкин ул властарға ҡаршы тороуынан тулыһынса баш тартмай. 1775 йылдың ғинуар-февралендә ҡышын Кинйә Арыҫлановтың армияһы менән тыуған яҡтарына ҡайтыуы, Пугачевтың хәрби эшмәкәрлеге ҡайтанан башланасағы тураһындағы хәбәр Башҡортостан буйлап тарала. Был хәбәрҙе таратыусыларҙың береһе — Рәсүл тархан.
В 1776 йылда ул мулла Абдулғәфүр Мансуровҡа Пугачевтың үлмәүе, ә уға тоғро булған 12 мең яугир менән Ҡырымға китеүе, Рәсүлгә иһә Ҡырғыҙ-ҡайсаҡ далаһына яугирҙәрен алып барырға ҡушыуы тураһында һөйләй. Тикшереү материалдарында Рәсүл тархан Итжыймасовтың исеме осрамай[1]. Күрәһең, һорау алыуҙар һәм яза биреүҙәр уға ҡағылмағандыр. Провинция властары Итжыймасов тарханға ҡарата эш ҡуҙғатыуҙан ҡурҡҡандыр ахыры, сөнки Урал аръяғы башҡорттары араһында уның шәхесе үтә популяр һәм абруйлы була.
Ул старшина вазифаһында ҡала. 1775 йылдың сентябрендә Иҫәт провинцияһының мишәр старшинаһы Әбделманнан Мөслимовтың законһыҙ рәүештә аҡса йыйыуы һәм вазифаһын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуы буйынса эш протоколында Ҡара Табын улусы старшинаһы Рәсүл тархан Итжыймасов шаһит булараҡ үтә.
1777 йылдың мартында Иҫәп провинцияһы типтәре Ҡурмаш Арыҫлановтың «Прошениеһында» Рәсүл тархан Ҡара Табын улусы старшинаһы булараҡ телгә алына. Тарихсы С. У Таймасов раҫлауынса, Рәсүл тархан Итжыймасов 1798 йылда Верхнеурал өйәҙенең 6-сы кантоны старшинаһы була[1].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 http://blog.cbs-beloretsk.com/images/BeloretskHystory/Bashkirskie-predvoditeli-Krestyanskoj-vojny.pdf 2020 йылдың 22 сентябрь көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа: Китап, 2000. — 376 с. — ISBN 5-295-02163-7.
- Дмитриев-Мамонов А. И. Пугачёвский бунт в Зауралье и Сибири. — М.: Вече, 2013. — 86 с. — 2000 экз. — ISBN 978-5-4444-1319-7.