Ишбирҙин Әхиәр Исмәғил улы

Ишбирҙин Әхиәр Исмәғил улы (рус. ИШБЕРДИН Ахиар (Ахия, Яхия) Исмагу(и)лович 1910 йыл — 14 ноябрь 1943 йыл[1])[2] — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы[1], гвардия ҡыҙылармеецы[2].

Биографияһы

Ишбирҙин Әхиәр Исмәғил улы 1910 йылда Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Һабай ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Ғафури районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 7 гвардия кавалерия корпусының 16 гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкында пулеметсы булып хеҙмәт итә[1][2]. Һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн гвардия рядовой Ишбирҙин Әхиәр Исмәғил улы 1943 йылдың 6 октябрендә Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[1][2]. 1943 йылдың 14 ноябрендә Белоруссия ССР-ының Полесский өлкәһе Александровка ауылы эргәһендә хәбәрһеҙ юғала. Беларусь Республикаһының Гомель өлкәһе Малодуша ауылы эргәһендәге туғандар ҡәберлегендә ерләнгән булырға мөмкин[2].

Сығанаҡтар