Ишкилдин Ноғоман Ваһап улы

Ишкилдин Ноғоман Ваһап улы (1904 йыл — 12 декабрь 1988 йыл[1]) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)[2].

Биографияһы

Ноғоман Ваһап улы Ишкилдин 1904 йылда хәҙерге Башҡортостандың Бөрйән районы Мәндәғол ауылында тыуа. 1942 йылда Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Дивизия комиссары Сәғит Әлибаевтың шәхсән ат ҡараусыһы булып хеҙмәт итә[3]. Һуғыштан һуң Сәғит Әлибаев йыш ҡына Иҫке Собханғолға яуҙашын күрергә килә.

Ноғоман Ваһап улы ҡурайҙа уйнаған. Ул дивизия ҡурайсыларын ике рәткә теҙеп ҡуйыуҙарын һәм азат ителгән тораҡ пункттарға ҡурай көйө аҫтында инеүҙәрен хәтерләй.

Яугир 1946 йылда запасҡа сығарыла.

Ветеран 1988 йылдың 12 декабрендә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында вафат була.

Һылтанмалар