Ишморатов Мансур Ғәйзулла улы
Ишморатов Мансур Ғәйзулла улы (1913 йыл Бөрйән районы Яңы Монасип ауылы - 1 февраль 1945 йыл, Германия, Зеяпотен ауылы[1][2]) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[3], старшина, орудие командиры[1].
Биографияһы
Ишморатов Мансур Ғәйзулла улы 1913 йылда Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Яңы Монасип ауылында тыуған. 1939-1940 йылдарҙағы Совет-фин һуғышында, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[4]. 46-сы истребитель-танкҡа ҡаршы артиллерия полкында орудие командиры булып хеҙмәт итә. 1945 йылдың 1 февралендә Көньяҡ Пруссияның Зеяпотен тигән ауылы янындағы бәрелештә һәләк була. Зеяпотен ауылында ерләнгән[1][4].