Ишморатов Хажиәхмәт Вәлиәхмәт улы

Ишморатов Хажиәхмәт Вәлиәхмәт улы (1909 йыл[1][2] — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалеры[1][2].

Биографияһы

Ишморатов Хажиәхмәт Вәлиәхмәт улы 1909 йылда Башҡорт АССР-ының Маҡар районында тыуған[1][2]. Ҡыҙыл Армия сафына Маҡар район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында хеҙмәт итә[1][2]. Хәрби ҡаһарманлыҡ эшләгән көндәре: 1942 йылдың 21-24 ноябре (1942 йылдың 15 декабрендә иғлан ителгән 292 һанлы бойороҡ)[1]. «Батырлыҡ өсөн» миҙалына тәҡдим ителгән ғаризала ошондай һүҙҙәр яҙылған: «Пулемет эскадроны пулемет тоҫҡаусыһы ҡыҙылармеец Ишморатов Хажиәхмәт Вәлиәхмәт улы, 1942 йылдың 21-24 ноябрендә һуғышта ҡатнашып, үҙенең пулеме уты менән ике миномет расчетын һәм 15-кә яҡын дошман һалдатын юҡ итте»

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 народа. Ишмуратов Хазиахмет Валиахметович(недоступная ссылка)
  2. 1 2 3 4 ИШМУРАТОВ 2021 йылдың 9 июнь көнөндә архивланған.

Сығанаҡтар