Ишмөхәмәтов Рөстәм Рифат улы

Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов (рус. Ишмухаметов Рустам Рифатович1977 йылдың 7 октябре, Йөҙимән, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәйҙең дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, парламенттың Конституцион ҡануниәт һәм дәүләт ҡоролошо комитеты ағзаһы ("Берҙәм Рәсәй" фракцияһы).

Биографияһы

1977 йылдың 7 октябрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Йөҙимән ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған.

Социология фәндәре кандидаты.

1992 йылдан 1993 йылға  тиклем - БАССР Красноусол ауылындағы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә эшләй.

1994 — 1999 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетында юғары һөнәри белем ала.

1999 йылда 140-сы Башҡорт гимназияһында тарих уҡытыусыһы булып эшләй.

1999 йылдан  2001 йылғаса, шулай уҡ 2004 — 2005 йылдарҙа — 136-сы Башҡорт лицейының тарих уҡытыусыһы.

2001 йылдан 2004 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы аспиранты.

2005 - 2009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй ҡалаһы гимназияһы директоры[1].

2008 йылда Башҡортостан Республикаһының VI саҡырылыш  Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр комитетында эшләй.

2009 - 2010 йылдарҙа — "Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты" Өҫтәмә һөнәри белем биреү дәүләт мәғариф учреждениеһы.

2010 - 2012 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты кәңәшсеһе.

2010 — 2012 йылдарҙа —  "Берҙәм Рәсәй" Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк  бүлексәһенең Башҡарма комитеты етәксеһе.

2011 йылда  VI саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа "Берҙәм Рәсәй"ҙең праймеризы һөҙөмтәләре буйынса  Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Думаһына кандидат итеп теркәлә.

2012 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, унда Дәүләт ҡоролошо комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләй; 2013 йылдан - Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет рәйесе урынбаҫары.

2014 йылдың октябренән Рөстәм Ишмөхәмәтовҡа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылышы Дәүләт Думаһы депутаты мандаты тапшырыла, ул 2015 йылдың октябренән Дәүләт Думаһында Энергетика буйынса комитетта тора.

2015 йылдың октябренән  Дәүләт Думаһының Конституцион ҡануниәт һәм дәүләт ҡоролошо буйынса комитет ағзаһы[2].

2016-2018 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Башлығы ярҙамсыһы, Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡарамағындағы фән Буйынса Совет секретары.

2018 йылдан 2023 йылға тиклем — алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Депутаты, алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, профессиональ даими нигеҙҙә, «Берҙәм Рәсәй»фракцияһы етәксеһе.

2023 йылдың октябренән — граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет Рәйесе[3].

Ғаиләһе

Өйләнгән, ул һәм ҡыҙ үҫтерә.

Йәмәғәт  эшмәкәрлеге

2007-2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы ҡарамағындағы Йәштәр Йәмәғәт палатаһы ағзаһы.

2008-2010 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһының Федераль Йәштәр Йыйылышы ағзаһы

2009-2010 йылдарҙа —  "Мәғариф: традициялар һәм инновациялар" журналының баш мөхәррире.

2009-2010 йылдарҙа — "Бөтә Рәсәй педагогик йыйылышы" Бөтә Рәсәй йәмғиәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе.

2009 йылдан — "Башҡортостан-Германия" Рәсәй-Германия дуҫлығы йәмғиәте идараһы ағзаһы.

2013 йылдан — Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр  ҡарамағындағы Координацион Совет ағзаһы.

Өҫтәмә белем биреү буйынса халыҡ-ара академияның мөхбир-ағзаһы[4].

Бөйөк Ватан һуғышына арналған төрлө йәмәғәт мәғәни сараларға даими ярҙам күрһәтә[5].

Бүләктәре һәм исемдәре

  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2006).
  • Башҡортостан Республикаһы Президентының «Башҡортостан Республикаһы буйынса "Илдең профессиональ командаһы" проекты лакреаты» дипломы (2007; 2009).
  • "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кадрҙар резервы: илдең профессиональ командаһы" федераль кимәлдәге лауреат дипломы (2007).
  • Башҡортостан Республикаһы Президентының "Башҡортостан һәм Рәсәйҙең үҫеше өсөн күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн" Рәхмәт хаты (2009).
  • Башҡортостан Республикаһы Президентының "Башҡортостандың дәүләтселеген үҫтереүҙәге шәхси ҡаҙанышы, республика ҡануниәтен камиллаштырыуҙағы һәм үҫтереүҙәге, ижтимағи-сәйәси тормошондағы ҡатнашлығы өсөн" Рәхмәт хаты (2013).
  • Медаль «Наркотиктарҙы таратыуға ҡаршы тороуҙағы ҡаҙаныштары өсөн" миҙалы (2011).
  • Башҡортостан Республикаһы Президентының «Башҡортостан дәүләтен үҫтереүгә шәхси өлөш индергәне, республика ҡануниәтен камиллаштырыуҙа һәм үҫтереүҙә, республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда ҡатнашҡаны өсөн» хәйриә хаты (2013 йыл).
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың почет грамотаһы (2014 й.).
  • Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт думаһының почет грамотаһы (2016 й.).
  • Рәсәй Федерацияһы эске эштәр Министрының хәйриә хаты (2016 й.).
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә рәхмәт-хәбәр (2020 й.).
  • Башҡортостан Республикаһының почет грамотаһы (2020 й.).
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең почет грамотаһы (2021 й.).
  • "Юғары профессионализм, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм емешле закон сығарыу эшмәкәрлеге өсөн" (2022);
  • «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары Р. Ф. Хәбировтың «Теләктәр йылы» акцияһын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем участка, шулай Уҡ «Берҙәм Рәсәй» Партияһының башҡортостан Республикаһындағы ролен һәм абруйын күтәреүгә шәхси өлөш индергәне өсөн рәхмәт хаты (2022);
  • Башҡортостан Республикаһы дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн» почет билдәһе (2022)[3].

Дәүләт, йәмәғәт һәм партия структураларының бик күп маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән[6][7].

Иҫкәрмәләр

  1. Сайт Белебеевского района: Депутат Госдумы Рустам Ишмухаметов с рабочей поездкой посетил Белебеевский район. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 май 2016. Архивировано 13 май 2016 года.
  2. ИА «Башинформ»: Депутат Госдумы Рустам Ишмухаметов займется совершенствованием КоАП России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 май 2016. Архивировано 13 май 2016 года.
  3. 1 2 Ишмухаметов Рустам Рифатович. 28 апрель 2026 тикшерелгән.
  4. Депутаты Государственной Думы — Ишмухаметов Рустам Рифатович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 май 2016. Архивировано из оригинала 24 сентябрь 2016 года.
  5. Музыкально-поэтический вечер «Мы не видели войны» в Москве. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 май 2016. Архивировано 4 июнь 2016 года.
  6. Портал «Открытая Республика: Депутаты» 2016 йылдың 4 июнь көнөндә архивланған.
  7. Награды, дипломы, звания — Р. Р. Ишмухаметов 2016 йылдың 1 июль көнөндә архивланған.

Һылтанмалар