Ишмөхәмәтов Әхмәт Вәлиәхмәт улы
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 9 ғинуар 1965 (60 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы, эшҡыуар |
Тыуған урыны | |
Ойошма ағзаһы | Берҙәм Рәсәй и Деловая Россия[d] |
Ишмөхәмәтов Әхмәт Вәлиәхмәт улы (9 ғинуар 1965 йыл) — меценат, иҡтисадсы, эшҡыуар, дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән. Салауат Юлаев ордены (2022) кавалеры. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1][2].
Биографияһы
Әхмәт Вәлиәхмәт улы Ишмөхәмәтов 1965 йылдың 9 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Көбәк ауылында тыуа. 1982—1983 йылдарҙа Октябрьский ҡалаһында техник училищела белем ала. Артабан ике йыл Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
Хеҙмәт юлын «Туймазынефть» Нефть-газ табыу идаралығында быраулаусы ярҙамсыһы булып башлап (1985—1989), 1991 йылға тиклем 5-се разрядлы скважиналарҙы капиталь ремонтлау быраулаусыһы булып эшләй. Аҙаҡ 1999 йылғаса «Капремонтник» дәүләт муниципаль предприятиеһы директоры була. Ошо йылдар арауығында С. И. Кувыкин исемендәге нефть техникумын тамамлай (Октябрьский ҡалаһы).
Артабан «Специнвестсрой» ябык акционерҙар йәмғиәте директоры (1999—2002), «Союз 200» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры, 2005—2006 йылдарҙа консультант була.
2006—2009 йылдарҙа Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетына уҡып, иҡтисадсы һөнәрен алып сыға. Шул уҡ йылда шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай, бер үк ваҡытта 2016—2018 йылдарҙа «Ойл-Сервис» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генраль директоры була һәм әлеге ваҡытҡаса унда инновацион һәм финанс сәйәсәте буйынса кәңәшсе[2].
Башҡортостан Республикаһы парламентының 5-6-сы саҡырылыш депутаты[1]. 2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Ғаиләһе
Тормош иптәше менән дүрт ул тәрбиәләй[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
«Деловая Россия» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы советы ағзаһы[1]. «Атайсал — Йәнтөйәк» проектында ҡатнаша, үҙенең проекттарын тормошҡа ашыра[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе
• II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы
• Салауат Юлаев ордены
• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы[1].