Иҙелбаев Артур Мирас улы
Артур Иҙелбаев Мирас улы (рус. Идельбаев, Артур Мирасович; 1969 йылдың 16 октябре, Өфө) — Рәсәй журналисы, медиаменеджер, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһында эске туризм үҫеше өлкәһендәге белгес. Башҡортостан Республикаһының Туризмды үҫтереү үҙәге (ЦРТБ) директоры урынбаҫары, элек — Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре идаралығы начальнигы урынбаҫары. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2025).
Биографияһы
Артур Иҙелбаев 1969 йылдың 16 октябрендә Өфөлә тыуған. Атаһы — Баймаҡ районынан филология фәндәре докторы, Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған[1].
- Хеҙмәт юлы
Журналистика эшмәкәрлеген 1980-се йылдар аҙағында башлай. 1991–1994 йылдарҙа республика йәштәр гәзите — «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире була. 1994 йылда «Комсомольская правда» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиллеген етәкләй, һуңынан генераль директор итеп тәғәйенләнә.
1999–2008 йылдар араһында төрлө медиакомпанияларҙа етәксе вазифаларҙа эшләй:
- 1999–2000 — «ФМК» төркөмө генераль директоры;
- 2000–2004 — «Неделя» нәшриәт йорто генераль директоры;
- 2004–2008 — «Башпресском» һәм «Неделя» нәшриәт йорто генераль директоры.
2008 йылда Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре идаралығы начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Әммә ошо вазифала эшләгәндә, өс журналист уны туҡмауҙа һәм хеҙмәт эшмәкәрлегенә ҡаршы ҡамасаулауҙа ғәйепләй. Суд ҡарары буйынса Иҙелбаевҡа дәүләт хеҙмәтендә эшләү тыйыла.
Дәүләт хеҙмәтенән киткәс, шәхси медиасферала эшләй. 2018 йылдан алып туризм өлкәһенә күсә. Башҡортостанда эске туризмды үҫтереүгә арналған бер нисә проектты етәкләй. Уның ҡатнашлығында тормошҡа ашырылған ҡайһы бер күренекле проекттар: «Ысын Башҡортостан» этнографик туры, «Пржевальский эҙҙәре буйлап» һыбайлы-географик экспедицияһы[2].
Башҡортостан Республикаһының Туризмды үҫтереү үҙәге (ЦРТБ) етәкселеге аҫтында ул ошондай ҙур сараларҙы ойоштороуҙа ҡатнаша:
- Беларусь Республикаһы һәм Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре;
- «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы;
- «Рәсәй — спорт державаһы» форумы (рус.)баш. (17-19 октябрь 2024, Өфө);
- Рәсәй менән Ҡаҙағстан араһындағы төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы[1].
2025 йылдың мартында Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнә[3].
Ғәйепләүҙәр һәм енәйәт эше
2025 йылдың 24 июлендә Артур Иҙелбаев хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан ҡулға алына һәм 2 айға, 22 сентябргә тиклем, тикшереү изоляторына ябыла. Ул «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә ҙур күләмдә мутлашлыҡта ғәйепләнә. Тикшереү эштәре Башҡортостандың Туризм министрлығында ла бара.
2011 йылда интернетта Иҙелбаевтың террорсы Шамиль Басаев менән осрашыуы хаҡында видеояҙма тарала. Рәсәй ФСБ-һының Криминалистика институты экспертизаһы һөҙөмтәһендә видеояҙма экстремистик тип табыла һәм суд ҡарары менән тыйыла[2][4].
Шәхси тормошо
Өйләнгән, балалары бар. Тарих, этнография менән ҡыҙыҡһына, блог алып бара[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Идельбаев Артур Мирасович – биография. Виперсон. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2025.
- ↑ 1 2 3 Антон Селиверстов. Ufa1.ru (24 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2025.
- ↑ Артура Идельбаева наградили орденом Салавата Юлаева. Геопарк «Торатау» (13 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2025-0724.
- ↑ Захар Яковлев. Экс-чиновника из Башкирии Артур Идельбаев до 22 сентября будет в СИЗО. Уфа. Комсомльская Правда (24 июль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2025.
Һылтанмалар
- Наша команда. АНО Центр развития туризма Республики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2025.