«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты

«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты 2021 йылда башланған Һәм 2024 йылда яңыртылған Рәсәйҙең милли проекттарының береһе. Уның маҡсаты-ил иҡтисадында туристик тармаҡтың ролен күтәреү һәм 2030 йылға туристик сәфәрҙәр һанын 140 миллионға тиклем арттырыу[1].

Тарихы

Башта милли проект «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы»тип атала. Ул 2020 йылда коронавирус пандемияһы шарттарында эшләнде һәм Рәсәй президенты Владимир Путин тарафынан хуплау тапты. Милли проект 2021 йылда эшләй башлай[2].

Проекттың өс төп йүнәлеше бар:

  • Туристик инфраструктураны үҫтереү,
  • Туристик хеҙмәттәргә инеү мөмкинлеген арттырыу,
  • Туризм өлкәһендә идара итеү системаһын камиллаштырыу[3].

2022 йылдың октябрендә Рәсәй президенты Федераль туризм агентлығын (Ростуризм) (рус.)баш. — милли проект өсөн яуаплы ведомствоны — таратыу тураһында ҡарар сығарҙы. Уның функциялары Иҡтисади үҫеш министрлығына тапшырылды[4]. Милли проекттың кураторы булып вице-премьер Дмитрий Чернышенко ҡалды.

Беренсе һөҙөмтәләр

«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» проекты 2024 йылдың аҙағында тамамланды. 2024 йылдың ноябрендә беренсе һөҙөмтәләрҙе йомғаҡлап, Чернышенко был проектҡа федераль бюджеттан 200 млрд һум бүленеүен билдәләне һәм әйтте:

Бөтә күрһәткестәр буйынса ыңғай динамика бар. Мәҫәлән, ил буйынса туристик сәфәрҙәр һаны 2020 йылда 45 миллион булһа, 2023 йылда 84 миллионға етте. 2024 йыл буйынса яҡынса 92 миллион туристик сәфәр көтәбеҙ.

Милли проекттың мөһим ҡарарҙары иҫәбендә ул туроператорҙарҙы һәм ҡунаҡханала урынлаштырыу хеҙмәттәрен НДС-тан 2027 йылға тиклем азат итеүҙе, шулай уҡ ҡунаҡханалар өсөн НДС-тың нуль ставкаһын 2030 йылға тиклем оҙайтыуҙы атаны[5].

undefined

Проектты баһалап, иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников беренсе этапта ул пандемия һөҙөмтәһен еңеп сығыуҙа ярҙам иткән антикризис сараһы булғанын билдәләне:

Ҡабул ителгән саралар ярҙамында индустрияны ғына һаҡлап ҡалманыҡ, инфраструктура үҫеше планын да тормошҡа ашыра башланыҡ. Отелдәр төҙөү өсөн льготалы кредитлау программалары һәм модулле ҡунаҡханаларҙы субсидиялау башланды. Эске туризм тиҙ үҫә башланы. Бизнес һорауҙарға яуап бирҙе: инвестициялар артты. 2024 йылдың тәүге яртыһында бизнес 377 млрд һум инвестиция йәлеп итте, был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 60 процентҡа күберәк[6].

Тасуирлау

Яңыртылған милли проект «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» тип атала башланы, уның составында биш федераль проект бар:

  • Номерҙар фонды булдырыу,
  • Диңгез курорттары,
  • Илдең туристик йəлеп итеүсәнлеге,
  • Кадрҙар,
  • Туризмдың индустриаль тәьминәте[1].

Милли проект 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ил президенты туризм өлөшөн илдең ЭТП-ында 5 %-ҡа тиклем арттырыу маҡсатын ҡуйған[7].

Төп саралар

Милли проект сиктәрендә, иҡтисади үҫеш министрлығы етәксеһе Максим Решетников әйтеүенсә, төп баҫым – тәҡдимде үҫтереүгә, номерҙар фонды булдырыуға һәм киңәйтеүгә, яңы туристик йәлеп итеү нөктәләрен формалаштырыуға йүнәлтелгән[6]. Был нөктәләргә тау саңғыһы курорттары, аквапарктар, йыл әйләнәһенә эшләй торған күңел асыу парктары инә. 59 мең яңы номер булдырыу һәм ял, күңел асыу инфраструктураһында йылына 23 миллион кешеһен хеҙмәтләндереү планы бар[1]. Шулай уҡ түбәндәге эштәр планлаштырылған:

  • Йыл әйләнәһенә эшләй торған диңгез курорттары булдырыу – Рәсәй Федерацияһының туғыҙ төбәгендә 11 проект: 72 меңдән ашыу яңы номер һәм 80 мең эш урыны.
  • Модулле урынлаштырыу объекттары төҙөү – 10 мең яңы номер.
  • Рәсәй Федерацияһы төбәктәренә саралар үткәреү, тарихи үҙәктәрҙе төҙөкләндереү, пляждарҙы һәм туристик маршруттарҙы ҡоролма төҙөү өсөн берҙәм субсидия, шулай уҡ ябай төҙөлмә причал инфрастуктураһы булдырыу, туризм сәйәхәттәрен 7,4 миллионға арттырырға тейеш.
  • Туризм өлкәһендә «Бережливое производство» йүнәлеше буйынса 57 ойошмала хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу проекттары.
  • Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы өсөн уҡытыу-методик комплекс әҙерләү һәм 53 мең уҡыусы өсөн уҡыуҙар ойоштороу[1].

Милли проектты тормошҡа ашырыуҙы тәнҡитләү

2021 йыл декабрендә президент Владимир Путин милли проектты тормошҡа ашырыуҙы тәнҡитләп сыҡты. Ул, чиновниктар бүленгән аҡсаның 83,1 %-ын үҙләштереү тураһында отчёт биреүен телгә алды, әммә был аҡсаның күп өлөшө ғәмәлдәге эштәргә, инфраструктура һәм объекттар төҙөүгә түгел, ә «Туризм.рф» корпорацияһының устав капиталына индереүгә китә, тип белдерҙе (ул 2020 йыл декабрендә премьер-министр Михаил Мишустин ҡушыуы буйынса, эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү өсөн булдырылған). Шул уҡ ваҡытта төп эштәр бары тик 51 %-ҡа үтәлгән[8].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Основные показатели и мероприятия национального проекта «Туризм и гостеприимство». government.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2025.
  2. Путин поддержал разработку нацпроекта по туризму (16 ноябрь 2020). 26 февраль 2025 тикшерелгән.
  3. Национальныепроекты.рф. Туризм и индустрия гостеприимства.
  4. Путин упразднил Ростуризм. Что важно знать. 26 февраль 2025 тикшерелгән.
  5. В России одобрили паспорт нового национального проекта «Туризм и гостеприимство» - Газета.Ru | Новости. 26 февраль 2025 тикшерелгән.
  6. 1 2 Дмитрий Чернышенко: Положительная динамика есть по всем показателям нацпроекта «Туризм и индустрия гостеприимства». government.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2025.
  7. Представлена структура обновленного нацпроекта «Туризм и гостеприимство» до 2030 года. 26 февраль 2025 тикшерелгән.
  8. Вести. Путин о туристическом нацпроекте: деньги пошли не на реальную работу.

Категориялар