Ғаилә (милли проект)

Ғаилә

Ғаилә — Рәсәй Президенты Владимир Путин указы буйынса башланған милли проект[1]. Тәүге тапҡыр 2024 йылда Федераль йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә барышында тәҡдим ителә[2].

Миилли проекттың төп йүнәлештәре, Рәсәй Федерацияһы хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков хәбәр итеүенсә, ата-әсәләр берләшмәһенең теләктәрен иҫәпкә алып әҙерләнгән, шулай уҡ уға элек ҡабул ителгән балалы ғаиләләргә ярҙам саралары ла индерелгән[3].

Ғаилә — дәүләт стратегияһы ориентиры

2024 йылда Федераль йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин 2030 йылға тотороҡло демографик үҫешкә өлгәшеү бурысын ҡуйҙы:

Балалы ғаиләләргә ярҙам итеү-беҙҙең төп әхлаҡи бурысыбыҙ. Ҙур күп балалы ғаилә йәмғиәт тормошоноң нормаһы, фәлсәфәһе, бөтә дәүләт стратегияһының ориентирҙары булырға тейеш[1].

Билдәләнгән дәүләт стратегияһына ярашлы Ғаилә милли проектын башлау тураһында иғлан ителә, шулай уҡ уға бәйле башҡа милли проекттар (Кадрҙар, Мәғлүмәттәр иҡтисады)төҙәтелә[4].

undefined

Килемде арттырыу

Милли проекттың өҫтөнлөгө тип балалы ғаиләләрҙең килемен арттырыу аталды, сөнки йәмғиәттең тап ошо категорияһы социаль яҡтан бирешеүсән. Мәҫәлән, 2024 йылдың февраленә ҡарата күп балалы ғаиләләр араһында ярлылыҡ кимәле 30 процент тәшкил итә, 2030 йылға уны ике тапҡырға кәметергә кәрәк.

  • аҙ килемле ғаиләләр өсөн бер айлыҡ пособие, ул әсәнең йөклөлөгөнең тәүге срогынан алып һәм балаға ун ете йәш тулғандан һуң тәғәйенләнә (2024 йылдың февраленә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса уны 11 миллион граждан алған)[1];
  • дәүләт контрактын алыуҙың ябайлаштырылған процедураһы (2024 йылда хөкүмәт тарафынан уны түләүгә өҫтәмә рәүештә 100 миллиард һум бүленгән)[1];
  • 2030 йылға минималь эш хағы күләмен 35 мең һумға тиклем арттырыу, был автоматик рәүештә бюджет өлкәһендә социаль түләүҙәрҙең, эш хаҡының артыуына килтерә[5];
  • балалы ғаиләләргә һалым йөкләмәһен кәметеү[6];
  • һалым ташламаһы икенсе балаға 2800 һумға тиклем һәм өсөнсө һәм артабанғы балаға 6000 һумға тиклем; ташлама ҡағылған йыллыҡ килем күләме 350 меңдән 450 мең һумға тиклем арттырыла;
  • әсәлек капиталы программаһын 2030 йылға тиклем оҙайтыу, проекттың төп инструменттары булып тора.

Йәшәү шарттарын яҡшыртыу

Милли проект сиктәрендә йыл һайын 350 мең балалы ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу бурысы ҡуйыла[7]. Бының өсөн түбәндәге саралар комплексы ҡаралған:

  • ғаилә ипотекаһы программаһын 2030 йылға тиклем оҙайтыу, алты йәшкә тиклемге балалы ғаиләләр өсөн ставка 6 процент кимәлендә һаҡлана (2024 йылда 260 миллиард һум бүленгән, 2030 йылға тиклем — 1,5 триллион һум)[8];
  • ғаилә ипотекаһы программаһын бәләкәй ҡалаларға һәм яңы торлаҡ төҙөү күләме түбән булған төбәктәргә киңәйтеү;
  • ипотека кредитының бер өлөшөн (450 мең һум) ҡаплауҙы күҙ уңында тотҡан ярҙам сараһын 2030 йылға тиклем оҙайтыу, 2024 йылда был маҡсатҡа 50 миллиард һум бүленгән[8];
  • авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһын оҙайтыу;
  • баҡсасылыҡ ширҡәттәре иҫәбенә социаль газлаштырыу программаһын киңәйтеү;
  • аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн йылытыу системаларын һатып алыуға субсидиялар (өҫтәмә рәүештә 32 миллиард һум бүленгән).

Тыуым һәм мәғариф

2022 йылда Рәсәй Федерацияһының 39 өлкәһендә тыуымдың дөйөм коэффициенты уртаса Рәсәй күрһәткестәренән түбән тип билдәләнә. Был төбәктәрҙә дәүләт ярҙамы программаларын киңәйтеү өсөн хөкүмәт 2030 йылға тиклем өҫтәмә рәүештә 75 миллиард һум бүлде.

«Ғаилә» милли проекты 2024 йылда индерелгән «Кадрҙар» проекты менән тығыҙ бәйләнгән, ул көтөлгән демографик үҫеште иҫәпкә алып эшләнгән[9]. Мәҫәлән, фараздарға ярашлы, 2030 йылға илдә 20 йәштән 24 йәшкә тиклемге 8,3 миллион граждан буласаҡ, 2035 йылда — 9,7 миллион (2024 йылға ҡарағанда 2,4 миллионға күберәк)[10]. 2028 йылға тиклем федераль мәктәп уҡыусыларын иртә һөнәри йүнәлеш биреү программаһы, шулай уҡ «Профессионалитет» проекты ярҙамында авиация һәм суднолар төҙөү, фармацевтика, электроника, оборона сәнәғәте өсөн 1 миллионға яҡын эшсе һөнәр белгестәрен әҙерләү планлаштырыла. Шулай уҡ был пландарға ярашлы түбәндәге саралар комплексы өҫтәмә бәйләнгән:

  • урта һөнәри белем биреү учреждениеларын ремонтлау һәм йыһазландырыу (2030 йылға тиклем 120 миллиард бүленгән);
  • 800 юғары уҡыу йорто ятағын капиталь ремонтлау (2030 йылға тиклем 124 миллиард бүленгән);
  • 2030 йылға 25 университет кампусы (400 миллиард бүленгән)төҙөлә;
  • университеттарға ярҙам итеү «Приоритет-2030» дәүләт программаһын өҫтәмә финанслау (2030 йылға тиклем өҫтәмә рәүештә 190 миллиард).

Милли проектты финанслау

«Ғаилә» милли проекты илдең алты йыллыҡ комплекслы үҫеш планында (2030 йылға тиклем) төп урынды биләй. Ул 2023-2024 йылдарҙа Рәсәй күрһәткән иҡтисади күрһәткестәргә ярашлы йыйылған. Мәҫәлән, 2023 йылда эске тулайым продукттың үҫеше Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте генә түгел, ә Халыҡ-ара валюта фонды эксперттары фаразынан да юғарыраҡ һәм 3,6 процент тәшкил итә. 2023 йылдың туғыҙ айында инвестициялар үҫеше планлаштырылған 15,1 процент урынына 26,6 процент тәшкил итә. Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, килемдәр тәү сиратта балалы ғаиләләрҙең именлеген күтәреүгә йүнәлтеләсәк:

...яҡын киләсәктә беҙ тағы бер аҙым алға бара аласаҡбыҙ: донъяның иң ҙур дүрт иҡтисади державаһы иҫәбенә инәсәкбеҙ. Бындай үҫеш граждандарыбыҙҙың ғаиләләренең килеменең артыуына туранан тура йүнәлтелергә тейеш[1].

Тормошҡа ашырыу

2025 йылдың 24 февралендә Рәсәй хөкүмәте 2030 йылға милли проекттың төп күрһәткестәре исемлеген раҫлай:

  • тыуымдың дөйөм коэффициентын арттырыу;
  • ярлылыҡ кимәленең кәмеүе;
  • өсөнсө һәм артабанғы балаларҙың дөйөм тыуым коэффициенты 0,475 берәмек.;
  • оло йәштәгеләр һәм оҙайлы тәрбиә алған инвалидтар өлөшө бындай тәрбиәгә мохтаж граждандарҙың дөйөм һанынан 30,3 %;
  • граждандарҙың дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт, сәнғәт һәм халыҡ ижады ойошмалары эше менән ҡәнәғәтлек кимәле — 63 %;
  • 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй тораҡ пункттарҙа кинотеатрҙар һаны — 900 берәмек[11].

Бынан тыш, милли проект сиктәрендә әсә һәм бала бүлмәләре һанын арттырыуға, белем биреү учреждениеларында ҡыҫҡа ваҡытлы булыу төркөмдәренә, әсәлек капиталы, ғаилә ипотекаһы, берҙәм пособие, йыл һайын ғаилә түләүенә ҡағылышлы төп эш йүнәлештәре билдәләнә[11]. Шулай уҡ документта алыҫта урынлашҡан тораҡ пункттарҙа 100 балалар баҡсаһы төҙөү, 2,2 мең балалар баҡсаһын йыһазландырыу, йыл һайын 220 меңдән кәм булмаған ғаиләгә социаль контракт биреү, 336 ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы булдырыу, 133 перинаталь үҙәк, 180 балалар дауаханаһын йыһазландырыу, 485 мең ЭКО циклы үткәреү ҡаралған, 1011 балалар сәнғәт мәктәбе төҙөү[11].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Послание Президента Федеральному Собранию. http://kremlin.ru (29 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2024.
  2. С заботой о главном. Как государство поддерживает семьи с детьми. https://национальныепроекты.рф (29 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2024.
  3. В России запустят пять новых нацпроектов - Российская газета (3 март 2024). 4 март 2024 тикшерелгән.
  4. Леонов, Сергей. Семья, молодежь, взрослые. Путин назвал новые выплаты для жителей России. 4 март 2024 тикшерелгән.
  5. Путин поручил увеличить МРОТ до 35 тысяч рублей к 2030 году (29 февраль 2024). 4 март 2024 тикшерелгән.
  6. Путин поручил отработать новую модель оплаты труда бюджетников (29 февраль 2024). 4 март 2024 тикшерелгән.
  7. Сбербанк приветствует продление семейной ипотеки до 2030 года (29 февраль 2024). 4 март 2024 тикшерелгән.
  8. 1 2 В России семейную ипотеку продлят до 2030 года. 4 март 2024 тикшерелгән.
  9. Рабочие в порядке: в чем суть нового нацпроекта «Кадры» (29 февраль 2024). 4 март 2024 тикшерелгән.
  10. Рабочие в порядке: в чем суть нового нацпроекта «Кадры» (29 февраль 2024). 4 март 2024 тикшерелгән.
  11. 1 2 3 Основные показатели и мероприятия национального проекта «Семья». government.ru (24 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2025.

Категориялар