Йыһан (дәүләт проекты)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
«Йыһан» дәүләт проекты
Снимок из космоса Ивана Вагнера.jpg
Сәбәбе Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса
Сығымдар 4,5 триллион һум

«Йыһан» дәүләт проекты (рус. Космос (национальный проект)) — 2025 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары менән булдырылған проект[1]. Рәсәйҙең юлдаш төркөмдәре һәм дәүләттең орбита станцияларын булдырыу, элемтәнең йыһан сервистарын, ядро йыһан энергетикаһын үҫтереү, алыҫ йыһанды нигеҙле тикшереү һәм кадрҙар әҙерләү буйынса оҙайлы мөҙҙәтле маҡсаттарҙы билдәләй[2].

2025 йылдың 16 апрелендә Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетында үткән йыһан тармағын үҫтереү мәсьәләлре буйынса кәңәшмәлә Владимир Путин «Йыһан» дәүләт проектын эшләү зарурлығы тураһында белдерә:

…беҙҙең был мөһим өлкәләге пландарыбыҙ илебеҙҙең алдынғы йыһан державаһы булараҡ тарихи статусына тап килергә тейеш[2].

Йыһан эшмәкәлеген үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә (2025)

Рәсәй Президенты, дәүләт проекты тармаҡтың яҡын һәм оҙайлы мөҙҙәтле пландарын үҙ эсенә алыпға тейеш, тип белдерә:

  • үҙебеҙҙең төрлө тәғәйенләнештәге күп юлдашлы төркөмдәр булдырырға;
  • дәүләттең орбиталь станцияһын булдырырға;
  • ядро йыһан энергетикаһын үҫтерергә;
  • йыһан буксирын булдырырға;
  • алыҫ йыһанды нигеҙле тикшеренеүҙәр үткәреүҙе үҫтерергә;
  • «Спектр-РГ» орбита обсерваторияһы базаһында Ғаләмдең деталләштерелгән картаһын төҙөргә[2].

Дәүләт проектының технологик ҡаҙаныштары иҡтисадты яңыртыу һәм граждандарҙың тормош сифатын күтәреү өсөн этәргес көс булырға тейеш, тип билдәләнә[2].

Йыһан тармағының технологик ҡаҙаныштары дөйөм иҡтисадтың этәргес көсө булырға тейеш

Проектты финанслау 2026 һәм артабанғы йылдарға федераль бюджетты сиктәрендә планлаштырылған[2].

2025 йылдың майында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте проектты финанслауға бюджетта 2028 йылға — 1, ә 2036 йылға тиклем 4,5 триллион һум ҡарай[3].

«Йыһан» дәүләт проектына түбәндәге федераль проекттар инә:

  • «Йыһан мәғлүмәт технологияларын комплекслы үҫтереү»;
  • «Перспективалы йыһан системалары һәм сервистары»;
  • «Рәсәйҙең йыһан ядро энергетикаһын үҫтереү»[4].

Дәүләт проекты буйынса фекер алышҡанда:

  • орбиталь юлдаш төркөмдәрен 2030 йылға 1,2 мең берәмеккә тиклем үҫтерегә;
  • Рәсәй космодромдарынан осороуҙар һанын йылна 56-ға тиклем еткерергә;
  • 2027 йылда ватан орбиталь станцияларын йәйелдереүҙе башларға;
  • 2030 йылға тармаҡта эшләүсе хеҙмәткәрҙәр һанын 40 меңгә еткерергә;
  • тармаҡта хеҙмәт етештереүсәнлеген 1,5 тапҡырға арттырырға[4] ҡарар ителә.