Мәғлүмәт иҡтисады (милли проект)
Мәғлүмәт иҡтисады (рус. Экономика данных) — Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Указы буйынса башланған милли проект[1]. Тәүге тапҡыр 2023 йылда «Хисаплауҙар һәм бәйләнеш. Квант донъяһы» форумында тәҡдим ителә[2]. Был милли проект менән Рәсәй Федерацияһының Һанлы үҫеш, Иҡтисади үҫеш, Финанс министрлыҡтары һәм «Һанлы иҡтисад» коммерцияға ҡарамаған ойошма етәкселек итә[3].
Планға ярашлы, милли проект яһалма интеллект һәм квант компьютер технологиялары өлкәһендә илдең суверенитетын тәьмин итергә тейеш[4]. Бынан тыш, ул һанлы технологияларҙы индереү менән бәйле социаль һәм иҡтисади проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән. Милли проектты тормошҡа ашырыуға 2030 йылға тиклем 700 миллиард һум аҡса бүленгән[5].
Ҙур квант һикереше
«Мәғлүмәт иҡтисады» милли проектын Владимир Путин иғлан итә һәм масштабы буйынса СССР-ҙа XX быуаттың 30-40 йылдарында башҡарылған «Ҙур сәнәғәт һикереше» менән сағыштырырлыҡ амбициоз бурыс ҡуя: илдең технологик, иҡтисади, мәғариф һәм идара итеү ҡоролошонда алға китеш яһау[6]. Дәүләт башлығы аңлатыуынса, милли проекттың стратегияһы үҙенән-үҙе һанлаштырыуҙан түгел, ә «Бөтөнләй икенсе иҡтисад» төҙөүҙән һәм, һөҙөмтәлә, илдә йәшәү кимәлен арттырыуҙан ғибәрәт:
Һүҙ һанлы иҡтисадты, яһалма интеллектты һәм юғары технологиялы проекттарҙы, шул иҫәптән квант технологияларын үҫтереү буйынса «юл карталарын» үҫтереүгә булышлыҡ итеүҙең ғәмәлдәге сараларын туплау тураһында ғына түгел... Ә алдынғы проекттар булдырып, уларҙы бар ергә лә индереүҙең бөтөн механизмын төҙөргә кәрәк. Был, ысынлап та, һис шикһеҙ тормоштоң бөтә технологияларына һәм өлкәләренә ҡағыла.[7].
Милли проектты тормошҡа ашырыуҙа Президент аныҡ аҙымдар билдәләй:
- мәғлүмәт йыйыу системаларын камиллаштырыу (объекттарҙы спутник һәм ер өҫтө элемтәһе системаларында урынлаштырыу аныҡлығын арттырырға һәм шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек биргән юғары һиҙгерлектәге квант сенсорҙары етештереү);
- реаль ваҡыт режимында мәғлүмәт тапшырыу системаларын камиллаштырыу (сәнәғәт робототехникаһы, пилотһыҙ транспорт системалары, ҡала мөхитен автоматлаштырыу өсөн кәрәк);
- мәғлүмәттәрҙе иҫәпләү һәм һаҡлау өсөн суверен инфраструктура булдырыу (Облако платформалары һәм мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәктәре, дәүләт органдары, предприятиелар, элемтә операторҙары һөҙөмтәле эшләүе өсөн кәрәк);
- квант һәм фотон технологиялары нигеҙендә компьютерҙар эшләү һәм сығарыу;
- мәғлүмәт хәүефһеҙлеге системаларын камиллаштырыу (квант коммуникациялары һәм квант һанлаштырыу);
- милли стандарттар һәм мәғлүмәттәр менән эшләү протоколдарын әҙерләү;
- мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү һәм анализлау алгоритмдарын (шул иҫәптән яһалма интеллект өлкәһендәге ҡарарҙарҙы, шулай уҡ Ватан программа тәьминәтен) булдырыу;
- Код һаҡлағыстар (Рәсәй һәм сит илдәрҙең программистары өсөн асыҡ сервистар) булдырыу[7].
Милли проекттың һанап үтелгән йүнәлештәрен генә түгел, ә өҫтөнлөклө технологик стартаптарҙы финанслағанда ла төп инвестор булып тап дәүләт сығыш яһай. Mobile Research Group-тың төп аналитигы Эльдар Мортазин билдәләүенсә, һанлы үҫеш кимәле буйынса Рәсәй биш лидер ил иҫәбенә инә (2024 йылға мәғлүмәттәр), һәм милли проекттың төп бурыстарының береһе булып башҡа дәүләттәр менән технологик уҙыш түгел, ә төбәктәрҙең «һанлы тигеҙләү»е булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына:
Бүленгән аҡса ниндәйҙер кимәлдә алға китеш яһарға мөмкинлек бирә. Тезис бик ябай: был үҫеш өсөн кәрәкле нәмә. Бөгөн Мәскәүгә ҡарата төбәктәр күҙлегенән һанлы тигеҙһеҙлек бара. Әгәр ҙурыраҡ кимәлдә, Рәсәйҙе донъя менән сағыштырған осраҡта, беҙҙә артта ҡалыу юҡ.[8].
Технологик суверенитет
Бер ваҡыт «Росатом» етәксеһе Алексей Лихачев метафорик формала милли проектты тормошҡа ашырыуҙа Ватан инженерҙары һәм ғалимдары алдында торған саҡырыу һәм яуаплылыҡ дәрәжәһен аңлата. Корпорация башлығы квант компьютерын булдырыу менән беренсе совет атом бомбаһы араһында параллель үткәрә, сөнки тәүгеһе лә, икенсеһе лә «нулдән» эшләнә башлай һәм илдең суверенитетын тәьмин итеү өсөн бик кәрәкле була:
Һине хөкүмәткә саҡырып, өс-дүрт йыл эсендә һөҙөмтәне күрһәтергә кәрәк, тип әйтәләр. Ә эшләнеләсәк әлегә бер нисек тә аңлашылмай, технологиялар юҡ. Әммә һине Хөкүмәт һәм Фәндәр академияһы ҡарап торасаҡ. Был йәһәттән, әлбиттә, шунда уҡ күңелдә Лаврентий Павлович Берия образы тыуа, ул атом тармағын булдырыуҙы тәүге этабынан етәкләй, әлбиттә, Совет һәм Рәсәй атом сәнәғәтенең юғары күтәрелгән байрағын хурламаҫҡа теләйем. Былар, әлбиттә, тулыһынса эмоциялар инде[7].
Ватан квант компьютеры «Росатом» патронажы аҫтында махсус лабораторияла яһала. Уның өҫтөндә эшләүсе Илья Семериков Алексей Лихачевтың фекерен үҙенсә үҫтерә һәм физик үҙе лә, уның коллегалары Илья Заливако һәм Саша Борисенко ла ни тиклем интенсив, элегерәк төрмәләргә эләккән ғалимдар кеүек эшләүҙәрен һөйләй. Бындай сағыштырыу бер ҙә осраҡлы түгел, сөнки тап Туполев, Королев, Термен эшләгән КБ-ларҙа авиация, двигателдәр һәм ракеталар эшләү өлкәһендә ғәйәт ҙур алға китеш күҙәтелә[9]. Илья Семериков 2023 йылда «Киләсәк технологиялары» форумы барышында, ионлы квант процессоры өҫтөндә эшләгәндә, ғаиләһенә ҡарағанда лабораторияла күберәк ваҡыт үткәргәненә туҡтала:
Шул ваҡыттан алып, өс йыл самаһы лабораторияла йәшәйбеҙ — шәмбелә лә, йәкшәмбелә лә, дүшәмбелә лә. Беҙҙе тик ФИАН-дың киске сәғәт ун берҙә ябылыуы ғына ҡотҡара. Әгәр ҙә ябылмаһа, беҙ шунда йоҡлар инек.[7].
Квант компьютерының прототибын йыйыр алдынан Илья Семериковҡа уникаль коллектив тупларға кәрәк була. 2023 йылдағы интервьюһында әйтеүенсә, бының өсөн ун йыл самаһы ваҡыт китә. Инженер баһалауынса, булған идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн тағы ла ун йыл кәрәк буласаҡ:
Беҙҙең өсөн бик мөһим һәм шатлыҡлы, ул [квант компьютеры - ред.] ниндәйҙер файҙалы эштәр эшләй, улар туранан-тура унан килеп сыҡмай, йәғни ул молекулаларҙы моделләштерә, ә ниндәйҙер фәнни абстракция менән шөғөлләнмәй. Был беҙҙең өсөн бик мөһим. Әлбиттә, беҙҙең хыялыбыҙ – файҙалы квант компьютеры эшләү. Бындай квантлы компьютер, ысынлап та, мәсьәләләрҙе суперкомпьютерҙан да тиҙерәк хәл итә алыр һәм ул киң даирә кешеләргә файҙалы булыр ине.[7].
Һанлы иҡтисад хәүефтәре
«Мәғлүмәт иҡтисады» милли проектын тормошҡа ашырыу барышында Иҡтисади үҫеш Һәм Хеҙмәт министрлыҡтарына Рәсәйҙә яһалма интеллект технологияларын индереү менән бәйле хәүефте һәм уларҙың мәшғүллеккә йоғонтоһон баһалау өсөн йыл һайын хеҙмәт баҙарына анализ үткәрергә ҡушыла[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Послание Президента Федеральному Собранию. http://kremlin.ru (29 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2024.
- ↑ В России появится новый нацпроект — «Экономика данных». https://digital.gov.ru (13 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2024.
- ↑ 1 2 Михаил Мишустин дал поручения по итогам стратегической сессии, посвящённой нацпроекту «Экономика данных». http://government.ru (21 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2024.
- ↑ Михаил Мишустин провёл стратегическую сессию по формированию национального проекта «Экономика данных». http://government.ru (21 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2024.
- ↑ Путин анонсировал нацпроект «Экономика данных» (29 февраль 2024). 18 март 2024 тикшерелгән.
- ↑ Путин предложил подготовить нацпроект по формированию экономики данных (13.07.2023). 19 март 2024 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 4 5 Пленарное заседание Форума будущих технологий. http://kremlin.ru (13 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2024.
- ↑ Эксперт: Нацпроект "Экономика данных" позволит сделать рывок во внедрении ИИ - Российская газета (29 февраль 2024). 18 март 2024 тикшерелгән.
- ↑ Писаренко, Дмитрий. Гении сталинских шарашек. Даже в лагерях учёные совершали прорывы в науке. 19 март 2024 тикшерелгән.