Кадрҙар (милли проект)
«Ка́дрҙар» (рус. Кадры) — Рәсәй Президенты Владимир Путин указы буйынса башланған дәүләт проекты[1]. Беренсе тапҡыр 2024 йылда Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә (рус.)баш. барышында тәҡдим ителә[2].
Стратегик бурыс
2024 йылда Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәлә Владимир Путин көтөлгән демографик үҫеште иҫәпкә алып: 2030 йылға илдә 20-24 йәшлек граждандар 8,3 миллион була; 2035 йылға — 9,7 миллион, сәнәғәт, фән һәм башҡа өлкәләр өсөн йәш белгестәрҙе әҙерләү бурысын ҡуя. Дәүләт башлығы, Рәсәйҙә 2023 йылда эшһеҙлектең иң түбән кимәле теркәлеүен — 2,9 процент, һәм бының иҡтисадтың ыңғай торошо һәм бер үк ваҡытта тиҙ үҫеүсе кадрҙар етешмәүе күрһәткесе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала[3]. Бигерәк тә ул сәнәғәттә ныҡ һиҙелә, 2028 йылға тиклем был тармаҡҡа 1 миллион эшсе һөнәрле белгес әҙерләргә кәрәк[4]. Проблеманы тиҙ арала хәл итеү өсөн Президент министрҙар кабинетына, профиль ведомстволарына һәм эшҡыуарҙар йәмғиәтенә урта, юғары һәм һөнәри белем биреүҙе милли проекттар бурыстары, шулай уҡ иҡтисадтың аныҡ секторы менән синхронлаштырырға ҡуша:
| …мәктәптән алып вузға тиклем барлыҡ кимәлдәге белем биреү бәйләнешен ғәмәлдә нығытырға кәрәк. Улар бер логикала, дөйөм һөҙөмтәгә эшләргә тейеш. Әлбиттә, бында буласаҡ эш биреүселәрҙең ҡатнашыуы ла мөһим. Хәҙерге уҡыу йылынан илдең барлыҡ мәктәптәрендә лә профориентация системаһы киң йәйелдерелгән. Балалар 6-сы синыфтан башлап төрлө һөнәрҙәр менән таныша ала[5]. |
Кадрҙар дефицитын ҡыҫҡартыу буйынса формалаштырылған дәүләт стратегияһына ярашлы тейешле милли проекттың эшләй башлауы тураһында иғлан ителә, шулай уҡ уның менән бәйле башҡа милли һәм федераль проекттарға төҙәтеүҙәр индерелә[6]. «Кадрҙар» милли проекты бурыстары менән белем биреү системаһындағы инфраструктура, технология һәм фәнни базаны камиллаштырыу буйынса түбәндәге саралар комплексы бәйле:
- урта һөнәри белем биреү учреждениеларын ремонтлау һәм йыһазландырыу (2030 йылға тиклем 120 млрд һум бүленгән)[1];
- 800 вуз ятағын капиталь ремонтлау (2030 йылға тиклем 124 млрд һум бүленгән);
- 2030 йылға 25 университет кампусын сафҡа индереү (400 млрд бүленгән); планда — 40 тирәһе студент ҡаласығын төҙөү;
- «Приоритет-2030» университеттарға ярҙам итеүҙең дәүләт программаһын өҫтәмә финанслау (2030 йылға тиклем 190 млрд бүленгән);
- 2030 йылға барлыҡ һөнәри белем биреү учреждениеларының колледждар һәм бизнестың тығыҙ партнерлығын тәьмин иткән һәм сығарылыш студенттарының барыһын да эшкә урынлашыуын гарантиялаған «Профессионалитет» федераль проектына инеүе[2];
- вуздарҙа һәм фәнни ойошмаларҙа фәнни-техник китапханалар селтәрен модернизациялау (өҫтәмә рәүештә 9 млрд һум бүленгән)[7];
- педагогик вуздарҙы яңыртыу программаһы (9 млрд һум бүленгән)[8];
- бизнес һәм дәүләттең фәнни һәм технологик эшләнмәләргә һалған өлөшөн ике тапҡырға арттырыу (2030 йылға сығымдар өлөшөн эске тулайым продукцияның 2 процентына еткерергә)[1].
Һөҙөмтәлелек баһаһы
Милли проекттың һөҙөмтәлелеген баһалау критерийҙары булып төбәк властары, вуздар һәм бизнес менән берлектә әҙерләнгәны аныҡ кадрҙар, инновацион һәм сәнәғәт проекттары, шулай уҡ инвестициялар ярҙамы алған студент стартаптарының һаны тора[1]. 2030 йылға тиклем йыл һайын студент эскәмйәһенән үк ҡулланылыуға индерелгән технологик стартаптар һанын 30 меңгә еткереү бурысы ҡуйыла[9]. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ошондай проекттарға ярҙам иткән венчур эшҡыуарҙар өсөн инвестицияларҙың 50 процентын кире ҡайтарыу мөмкинлеген ҡараған программа әҙерләгән (кире ҡайтарыуға 13 млрд һум бүленгән).
Технологик үҙаллылыҡ
«Кадрҙар» милли проекты Рәсәйҙең фәнни-технологик үҫеше стратегияһының төп компоненты булып тора һәм илдең бөтә иҡтисадының тотороҡлолоғон тәьмин иткән өлкәләрҙә — станоктар төҙөү һәм етештереү сараларында, робот техникаһында, пилотһыҙ системаларҙа, мәғлүмәттәр иҡтисадында, химияла — технологик үҙ аллылыҡҡа өлгәшеүҙе күҙҙә тота[10]. Стратегия нигеҙендә 2030 йылға Рәсәйҙең эске баҙарында юғары технологиялы тауарҙар һәм хеҙмәттәр өлөшө алты тапҡырға артырға, ә сеймал булмаған экспорт күләме өстән икегә артырға тейеш[1]. Шул уҡ ваҡытта импорт өлөшөн кәметеү күҙҙә тотола: әгәр 1999 йылда ул тулайым эске продукттың 26%-н тәшкил итһә, 2023 йылға — 19 %, ә 2030 йылға 17 % булыуы планлаштырыла. Шул рәүешле, Рәсәйҙең сит ил технологияларынан һәм фәнни продукциялары менән тәьмин ителеүҙән критик бәйлелеге тулыһынса бөтөрөлөргә, шулай уҡ сит ил компаниялары Рәсәйҙән киткәндән һуң бушап ҡалған производство урындары тулырға тейеш.
Өҫтәмә мәғлүмәт
2024 йылдың апрелендә хеҙмәт министры Антон Котяков, 2021 йылдан йәштәр эшһеҙлеге бер ярым тапҡырға кәмеп, 5,1 процент булыуын белдерә[11].
2024 йылдың декабрендә РФ Хөкүмәте вице-премьеры Александр Новак Рәсәйҙә юғары квалификациялы хеҙмәткәрҙәргә ихтыяж 1,5 миллион кеше тәшкил итеүен белдерә, кадрҙар дефициты төҙөлөштә, транспортта һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡта күҙәтелә[12].
2025 йылдың февралендә вице-премьер Татьяна Голикова «Кадрҙар» милли проектына сығымдарҙы 116 млрд һум тип баһалай[13]. 2025 йылдың февралендә ул проекттың 43,8 процентҡа үтәлеүен белдерә[14].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Послание Президента Федеральному Собранию. http://kremlin.ru (29 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2024.
- ↑ 1 2 Владимир Путин объявил о запуске нового национального проекта «Кадры». https://edu.gov.ru (29 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2024.
- ↑ Путин: безработица в РФ снизилась до 2,9% впервые в истории. 7 март 2024 тикшерелгән.
- ↑ Путин: до 2028 года нужно подготовить 1 млн специалистов рабочих профессий. 7 март 2024 тикшерелгән.
- ↑ Послание Президента Федеральному собранию. http://kremlin.ru (29 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2024.
- ↑ Леонов, Сергей. Семья, молодежь, взрослые. Путин назвал новые выплаты для жителей России. 4 март 2024 тикшерелгән.
- ↑ Путин поручил модернизировать сеть научно-технических библиотек (29 февраль 2024). 29 февраль 2024 тикшерелгән.
- ↑ В России выделят девять миллиардов рублей на обновление педвузов (29 февраль 2024). 29 февраль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Дмитрий Чернышенко: 69 регионов подключилось к реализации федпроекта «Платформа университетского технологического предпринимательства». http://government.ru (6 октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2024.
- ↑ Необходимо добиться технологического суверенитета, заявил Путин (29 февраль 2024). 7 март 2024 тикшерелгән.
- ↑ Путин обсудил молодежную политику с членами правительства - Российская газета (4 апрель 2024). 9 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ Александр Новак: России необходимо 1,5 млн высококвалифицированных кадров | Эксперт. Эксперт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2024.
- ↑ Татьяна Голикова оценила расходы на нацпроект «Кадры» в 116 млрд рублей. Эксперт (18 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2025.
- ↑ Голикова: кассовое исполнение нацпроекта "Кадры" составляет уже 43,8% (21 февраль 2025). 21 февраль 2025 тикшерелгән.