Иҙрисова Лиә Түләк ҡыҙы
Лиә Түләк ҡыҙы Иҙрисова (рус. Идрисова Лия Туляковна; 1963 йылдың 24 майы, Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы) — совет һәм Рәсәй табип-ғалимы, невролог, физиотерапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002), Халыҡ-ара фәнни асыштар һәм уйлап табыуҙар авторҙар академияһы академигы, Европа тәбиғи фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
Биографияһы
Лиә Түләк ҡыҙы Иҙрисова 1963 йылдың 24 майында Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһында тыуған.
1986 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. 1988 йылдан алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ғилми тикшеренеүҙәр институтында эшләй, 1992 йылдан башлап Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡыта. 2002 йылдан алып Мәскәүҙә: «Рәсәй тимер юлы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Үҙәк поликлиникаһында бүлек мөдире, 2006 йылдан — «Шәхси доктор клиникаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры, бер үк ваҡытта Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетында эшләй[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни тикшеренеүҙәре организмдың насар физик факторҙар тыуҙырған экстремаль һәм терминаль торошоноң патологик физиологияһын өйрәнеүгә, алкоголь комаһын һәм команан һуңғы алкоголь интоксикацияларын дауалау өсөн физиогемотерапия файҙаланыуға, реанимациянан һуңғы осорҙа ауырыуҙарҙы реабилитациялау проблемаларына арналған. 260‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм алты уйлап табыу авторы[2].
2000 йылда «Роль внутривенного лазерного облучения крови и коррекция алкогольных посткоматозных нарушений (экспериментально-клиническое исследование)» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡланы.
Хеҙмәттәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Идрисова Лия Туляковна (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026.
- ↑ Идрисова Лия Туляковна. КМклиник. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026.