Иҡсанов Мөнир Ишкенә улы

Иҡсанов Мөнир Ишкенә улы (11 ноябрь 1984 йыл) — уҡытыусы, шағир, тәржемәсе. Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы.

undefined

Биографияһы

Мөнир Ишкенә улы Иҡсанов 1984 йылдың 11 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Орловка ауылында тыуған.

Миндәк ауылында дөйөм урта белем биреү мәктәбендә уҡығанда (2002) гитара класы буйынса балалар музыка мәктәбендә белем ала (1998). Башҡорт дәүләт университеты Учалы филиалының филология факультетын тамамлай (2002—2008)[1]. Төрлө йылдарҙа Учалы районы һәм ҡалаһы гәзитендә, һуңынан «Киске Өфө», «Йәшлек» гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй[1].

2015 йылдан Миндәк ауылының 7-се урта мәктәбендә (Килмәк милли башҡорт мәктәбе) башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы[2]. «Урал йәшмәләре» әҙәби берекмәһе етәксеһе[3].

Тәржемә менән шөғөлләнә: Есенин, Бальмонт шиғырҙарын башҡортсаға ауҙара[1]. «Кино» рок-төркөмө лидеры Виктор Цойҙың тыуыуына 60 йыл тулыуға арнап уның 19 йырын башҡортсаға тәржемә итеп, «Йырлап ҡара минең менән бергә» тупланмаһын сығара (2021)[4].

Ижады

Өс китап авторы, Яҙыусылар союзы ағзаһы[2]. «Йәшлек» гәзитенең йәш ижадсылар араһында ойошторолған Рәйес Түләк исемендәге, «Ағиҙел» журналының «Күңелемдә — донъя сере» шиғриәт конкурстары еңеүсеһе. «Шоңҡар» журналы лауреаты.

«Кино» рок-төркөмө лидеры Виктор Цойҙың тыуыуына 60 йыл тулыуға арнап уның 19 йырын башҡортсаға тәржемә итеп, «Йырлап ҡара минең менән бергә» тупланмаһын сығара (2021)[5].

Екатеринбург ҡалаһының 300 йыллығына ҡарата «Город на Исети» йырын төрлө телдәргә тәржемә итеп башҡарыу проектына ҡушылып, йыр тексын башҡортсаға тәржемә итә, уны Зилиә Бәхтиева башҡара[6].

Китаптары
  • Мөнир Иҡсанов. Менегеҙ ҡанатлы аттарға. — Өфө: Китап, 2012. — ISBN 978-5-295-05552-2.
  • Иҡсанов Мөнир Ишкенә улы. Урал ҡоросо. — Өфө, 2018. — 168 с. — ISBN 978-5-295-06923-9.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Илһам шишмәләре — 2011» шиғриәт фестивале еңеүсеһе (2011).
  • Флүзә Әхмәҙиева исемендәге төбәк әҙәби премия лауреаты[2].
  • «Йөрәк һүҙе» республика телевизион шиғриәт конкурсының «Йыл шағиры» номинацияһы (2012)[7]

Һылтанмалар