Йомарт ҡуян (әкиәт)
«Йомарт ҡуян» (рус. «Щедрый заяц», шулай уҡ рус телендә рус. «Благодарный заяц») — хайуандар тураһында башҡорт халыҡ әкиәте. Әкиәттә урман йәнлектәре ярҙамында бөтә ауыл халҡын һыйларлыҡ ризыҡ табырға булышҡан йомарт ҡуян хаҡында бәйән ителә.
Сюжет
Бер байрам көндө бер кеше үҙенең бәләкәс улын ҡунаҡ саҡырырға ебәрә. Атаһы ҡырҡтан ашыу кешенең исемен әйтеп сыға, ләкин малай ҡапҡанан сыҡҡас та кемдәрҙе саҡырырға кәрәклеген онота. Өйгә кире инергә ҡыймаған бала, бөтә ауыл халкын саҡырып ҡайтайым, шулар араһында атайым әйткән кешеләр ҙә булыр әле, тип уйлай.
Малай ауылдың һәр урамын ике яҡлап үтеп, бөтә кешене ҡунаҡҡа саҡыра. Ҡунаҡтар йыйыла башлай, өйгә бөтә ауыл халҡы тула. Ата-әсә бындай күп ҡунаҡҡа етәрлек һый-хөрмәттең юҡлығынан ҡаушап ҡала. Малай ата-әсәһенә саҡырырға тейешле кешеләрҙең исемен онотоп, бөтә ауылды саҡырып ҡайтыуын һөйләп бирә. Хужалар өйҙә булған ризыҡты табынға сығарып ҡуя, әммә һый барыбер етмәй. Атаһы улына: «Үҙең эште боҙҙоң, хәҙер үҙең рәтлә!» — ти.
Бала илап өйҙән сығып, ауыл артындағы урманға китә. Ағас төбөнә ултырып илағанда, эргәһенә бер ҡуян йүгереп килеп ултыра. Был малайҙың былтыр ғына үҙ өйөндә аҫрап үҫтергән һәм ҙурайғас урманға иреккә ебәргән ҡуяны булып сыға. Ҡуян малайҙы танып, уның ҡайғыһын тыңлай ҙа: «Ярар, ҡайғырма, дуҫҡайым. Бар, өйөңә ҡайт, бөтәһе лә булыр», — тип урманға инеп китә.
Ҡунаҡтар өйҙә булған һый-хөрмәтте ашап-эсеп бөтөрә, әммә урындарынан ҡуҙғалмай, тағы берәй нәмә ашатмаҫтармы тип көтөп ултыра. Шул мәл бер ҡунаҡ тәҙрәнән урамға ҡарап аптырауға ҡала: урам ҡырағай йәнлектәр менән тулған, улар барыһы ла ошо өйгә табан килә. Айыуҙар бал тулы солоҡтар тәгәрәтә, бүреләр һарыҡ түшкәләре күтәргән, боландар мөгөҙҙәренә һөт тултырылған силәктәр элгән, ҡуяндар кәрзин тулы сәтләүек, төлкөләр тауыҡ һәм ҡаҙҙар күтәреп килә. Йәнлектәр килтергән һый-хөрмәтте өй алдына ҡуя ла кире урманға ҡайтып китә.
Быны малай ҡотҡарып үҫтергән ҡуян ойоштора: ул урмандағы дуҫтарына баланың изгелеген һөйләп, уға ярҙам итергә саҡырған була. Хужалар өс көн, өс төн буйы ауыл халкын һыйлай, ҡунаҡтар таралғандан һуң да табында мул ризыҡ ҡала. Әкиәт аҙағында халыҡ араһында бындай мул табын һәм оло йомартлыҡ хаҡында оҙаҡ йылдар буйы һөйләүҙәре әйтелә[1].
Яҙып алыныуы
Әкиәтте 1945 йылда фольклорсы Н. С. Иҙелбаев Белорет районы Сермән ауылында М. Ғафурованан яҙып алған[2]. Тәүге ҡулъяҙма тексы РФА Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми архивында һаҡлана[2].
Сюжет күрһәткесе һәм образ үҙенсәлеге
Сюжеттарҙың сағыштырма күрһәткесе буйынса әкиәт АТ *73С* тибына ҡарай («Ҡуян бөтә ауыл халҡын ҡунаҡҡа саҡырған малайға һый-хөрмәт табырға ярҙам итә»). Фольклорсылар билдәләүенсә, башҡа халыҡтарҙың әкиәт репертуарында быға туранан-тура оҡшаш варианттар теркәлмәгән[2]. Сюжет шифрындағы йондоҙ билдәләре (*73С*) уның халыҡ-ара Аарне — Томпсон каталогының төп корпусына инмәгән, төбәк (көнсығыш славян һәм төрки халыҡтары) әкиәттәренең үҙенсәлекле сюжет тибы икәнлеген күрһәтә.
Фольклористика фәнендә «Йомарт ҡуян» әкиәтендәге үҙәк образдың уникаль булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Фольклорсы ғалимә Г. Р. Хөсәйенова билдәләүенсә, әгәр башҡа әкиәттәрҙә ҡуян ғәҙәттә көсһөҙ, ҡыйырһытылған йән эйәһе йәки икенсе пландағы ярҙамсы зат итеп һүрәтләнһә, был әҫәрҙә ул төп персонаж, эшлекле көс һәм кешегә бүләк өләшеүсе, изгелек эшләүсе сифатында сығыш яһай[3].
Шул уҡ ваҡытта башҡорт халыҡ әкиәттәрендә ҡуянға иң ҡурҡаҡ, ләкин тапҡыр, сос зиһенле булыу сифаттары хас; уға кешеләй уйлау, хис итеү һәм һөйләү һәләте бирелә. «Йомарт ҡуян»да ул изге ярҙамсы, йомартлыҡ һәм изгелек кәүҙәләнеше булып тора[4].
Башҡорттарҙағы ҡуян тотемы менән бәйле фольклор-этнографик ҡараштарҙы тикшергәндә, тарих фәндәре кандидаты А. Ф. Илембәтова «Йомарт ҡуян» әкиәтендә малайға ярҙамға килгән йәнлектең киң күңеллегенә иғтибар бүлә: ҡуяндың үтенесе буйынса барлыҡ урман хайуандары малайға ярҙам итергә ризалаша — айыуҙар бал тулы солоҡтар, инә боландар һөт, бүреләр ит, ҡуяндар сәтләүек, төлкөләр тауыҡ һәм ҡаҙҙар ташый[4]. Ғалимә билдәләүенсә, башҡорттарҙың боронғо инаныуҙарында ҡуян — кеше менән үҙ-ара әүерелә алыусы, кеше телен аңлаусы йән эйәһе. Ул ғаилә-никах мөнәсәбәттәренең, бала табыусы ҡатындарҙың һәм балаларҙың ҡурсалаусыһы, батырҙарҙың изге ярҙамсыһы, муллыҡ һәм ҡот алып килеүсе булып һаналған[4].
Баҫмалары һәм тәржемәләре
Башҡорт телендәге баҫмалары
Әкиәт башҡорт телендә түбәндәге академик һәм күп томлы йыйынтыҡтарҙа донъя күргән:
- «Башҡорт халыҡ әкиәттәре», 1952, 80—84-се биттәр[2].
- «Башҡорт халыҡ әкиәттәре», 1956, 296—298-се биттәр[2].
- «Башҡорт халыҡ ижады», 1959, 238-се бит[2].
- «Башҡорт халыҡ ижады: Әкиәттәр», 1976, 1-се китап, № 19[2].
- «Башҡорт халыҡ ижады: 13-се том. Хайуандар тураһында әкиәттәр», Өфө: Китап, 2009, 71-се бит[2].
Рус теленә тәржемәләре һәм шиғри эшкәртеүе
1949 йылда билдәле балалар яҙыусыһы һәм шағиры С. М. Михалков башҡорт халыҡ әкиәтенең сюжетын рус телендә шиғри формаға һала. «Благодарный заяц (Башкирская сказка)» исеме аҫтындағы был әҫәр тәүләп «Мурзилка» журналында (1949, № 8) баҫылып сыға[5][6]. Артабан ул авторҙың күп һанлы шиғри йыйынтыҡтарына инә һәм айырым китап булып та баҫыла.
Әкиәттең рус теленә башҡа прозаик тәржемәләре:
- «Волга родная: сказки Башкирии, Татарии и Чувашии», Ленинград: Лениздат, 1986, 122—124-се биттәр[7].
- «Башкирские народные сказки», Уфа: Башкирское книжное издательство, 1987, 41—42-се биттәр[8].
- «Башкирское народное творчество: Богатырские сказки, сказки о животных», Уфа: Башкирское книжное издательство, 1989, т. 4, № 104.
Башҡа телдәрҙә баҫылыуы
2020 йылда «Йомарт ҡуян» Төркиәлә донъя күргән «Төрки телле халыҡтарҙың әкиәттәре» серияһына инә. 12 китаптан торған серияла шулай уҡ әзербайжан, алтай, татар, төрөк, төркмән, хакас, сыуаш әкиәттәре лә урын алған. Баҫманы Төркиәлә «Әкиәтсе бабай» (төр. Masal Dede) булараҡ танылған балалар яҙыусыһы Южәл Фәйзиоглу әҙерләгән. Китаптар Төркиәнең Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы булышлығында мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн биҙәп сығарылған[9].
Галерея
«Йомарт ҡуян» (рус. «Благодарный заяц») йыйылмалы китабы. Рәссамы — С. Герштейн, мөхәррире — О. Дьячкова. 1948 йыл, Мәскәү: Лит. Краснопресненский райпромтресының өҫтәл уйындары фабрикаһы (10 бит, 13,5 × 11,5 см)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Йомарт ҡуян (башҡ.). Аҡбуҙат (20 апрель 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 август 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Башҡорт халыҡ ижады: 13-се том. Хайуандар тураһында әкиәттәр / Төҙ., инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар авторы Г. Р. Хөсәйенова; яуаплы ред. Ф. А. Нәҙершина. — Өфө: Китап, 2009. — С. 71, 158. — 200 с. — ISBN 978-5-295-04690-2.
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады: 13-се том. Хайуандар тураһында әкиәттәр / Төҙ., инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар авторы Г. Р. Хөсәйенова; яуаплы ред. Ф. А. Нәҙершина. — Өфө: Китап, 2009. — С. 19. — 200 с. — ISBN 978-5-295-04690-2.
- ↑ 1 2 3 Илимбетова А. Ф. Заяц в фольклоре и религиозно-мистических воззрениях башкир // Известия Алтайского государственного университета. Исторические науки и археология. — 2021. — № 2 (118). — С. 49—54. — DOI:DOI:10.14258/izvasu(2021)2-07.
- ↑ Приглашаем вас послушать башкирскую сказку «Благодарный заяц» в новом выпуске проекта «Сказка. Спеши узнать родное». Российский фонд культуры. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 август 2026.
- ↑ Сергей Михалков «Благодарный заяц». Лаборатория Фантастики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 август 2026.
- ↑ Волга родная: сказки Башкирии, Татарии и Чувашии / Составитель, автор послесловия и комментариев М. Н. Юхма; художник Б. А. Аникин. — Ленинград: Лениздат, 1986. — С. 122—124. — 431 с. — (Библиотека народно-поэтического творчества).
- ↑ Башкирские народные сказки. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1987. — С. 41—42. — 120 с.
- ↑ Башҡорт халыҡ әкиәте «Йомарт ҡуян» Төркиәлә донъя халыҡтары әкиәттәре серияһында донъя күрҙе (башҡ.). Башинформ (29 апрель 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 август 2026.
Әҙәбиәт
- Башҡорт халыҡ ижады: 13-се том. Хайуандар тураһында әкиәттәр / Төҙ., инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар авторы Г. Р. Хөсәйенова; яуаплы ред. Ф. А. Нәҙершина. — Өфө: Китап, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-295-04690-2.
- Илимбетова А. Ф. Заяц в фольклоре и религиозно-мистических воззрениях башкир // Известия Алтайского государственного университета. Исторические науки и археология. — 2021. — № 2 (118). — С. 49—54. — DOI:DOI:10.14258/izvasu(2021)2-07.