Йосопов Борис Хафиз улы
Тыуған көнө | 1 май 1942 (82 йәш) |
---|---|
Заты | ир-ат |
Һөнәр төрө | партия эшмәкәре |
Тыуған урыны | |
Уҡыу йорто |
Йосопов Борис Хафиз улы (рус. Юсупов Борис Хафизович; 1 май 1942 йыл) — ауыл хужалығы, партия органдары һәм һөнәри белем биреү өлкәһе ветераны. 1979 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1982 йылдан КПСС-тың Дәүләкән район комитеты секретары, халыҡ депутаттарының район Советы рәйесе, КПСС район комитетының беренсе секретары, 1990 йылдан —103-сө һөнәри-техник училище директоры. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1] Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йосопов Борис Хафиз улы ул 1942 йылдың 1 майында БАССР-ҙың Дәүләкән районы Иҫке Мерәҫ ауылында тыуған.
1970 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1960 йылда Дәүләкән районының Ленин исемендәге колхозында ябай колхозсы булып башлай.
1961—1964 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.
1970 йылда институтты тамамлағас, Стәрлетамаҡ районында баш зоотехник, совхоз-техникумда партком секретары булып эшләй.
1979—1982 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы вазифаһында.
1982—1990 йылдарҙа КПСС-тың Дәүләкән райкомында секретарь, Дәүләкән районы халыҡ депутаттары Советы рәйесе, КПСС-тың Дәүләкән район комитетының беренсе секретарь була.
1990 йылдан Дәүләкән ҡалаһындағы 103-сө һөнәри-техник училище директоры[2].
1990 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советының һуңғы, тарихи 12-се саҡырылышына Дәүләкән районы, 196-сы Бик-Ҡарамалы һайлау округы буйынса халыҡ депутаты итеп һайлана.
Юғары Советтың халыҡ депутаттары Советтары, идаралыҡ һәм үҙидаралыҡ үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссияһы ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре
Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
- Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- 1 майҙа тыуғандар
- 1942 йылда тыуғандар
- Дәүләкән районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Шәхестәр:Дәүләкән районы
- КПСС-тың Башҡортостан райком комитетының беренсе секретарҙары
- Дәүләкән районы башлыҡтары
- Халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйестәре