Йосопов Ринат Шәйхулла улы
Йосопов Ринат Шәйхулла улы (1 ғинуар 1947 йыл — 11 ноябрь 2020 йыл) — хеҙмәт ветераны, ауыл хужалығы алдынғыһы. 1965—1997 йылдарҙа Саҡмағош районы Карл Маркс исемендәге колхоз тракторсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).
Биографияһы
Ринат Шәйхулла улы Йосопов 1947 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Рапат ауылында тыуа. Урта белемде.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1962 йылда Саҡмағош районының Карл Маркс исемендәге колхозында башлай. 1965 йылда Саҡмағош һөнәрселек-техник училищеһында механизатор һөнәрен ала. Карл Маркс исемендәге колхозда 30 йылдан ашыу эшләй.
1976 йылда Р. Ш. Йосопов бригадаһы 1780 гектар майҙанда гектарынан 26,1 центнер ашлыҡ йыя, айырым участкаларҙа уңыш юғарыраҡ та була: 120 гектарҙа «Һарытау-36» бойҙайы гектарынан 38 центнер төшөм бирә, 70 гектарҙа «Носов-6» арпаһы гектарынан 41 центнерға тиклем етә.
Колхозға 3500 гектар майҙанда гектарынан 25,4 центнер иген алырға булышлыҡ итә һәм республикала тәүгеләрҙән булып юғары йөкләмәне үтәй. Дәүләткә 43 852 центнер иген һатыла, был юғары йөкләмәне үтәүгә ҡарата — 104, халыҡ-хужалыҡ планына ҡарата 110 процент тәшкил итә.
Бөтә Союз социалистик ярышында өлгәшкән ҡаҙаныштары, социалистик йөкләмәләрҙе арттырып үтәүҙә күрһәткән хеҙмәт фиҙакәрлеге һәм башҡа уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1976 йылдың 23 декабрендәге Указы менән Р. Ш. Йосоповҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1997—2004 йылдарҙа Карл Маркс исемендәге СПК-ның инженер-технологы. 2007 йылда хаҡлы ялға сыға.
2020 йылдың 11 ноябрендә Саҡмағош районы Рапат ауылында вафат була, шул ауылдв ерләгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949)
- ике Ленин ордены (1974, 1976)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1972)
- миҙалдар
- Ленин комсомолы премияһы (1976).
Әҙәбиәт
- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.
Һылтанмалар
- Йосопов Ринат Шәйхулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2021)
- Каргапольцев С. Юсупов Ринат Шайхуллович. «Герои страны» сайты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2016.
- http://zemlyaki.name/person.php?person_id=92(недоступная ссылка)