Йыланлы (утрау)
Был мәҡәлә РУВИКИ проектының башҡорт бүлегендәге яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Йыланлы (Змеиный) | |
---|---|
укр. Острів Зміїний | |
Характеристики | |
Майҙаны | 0,205 км² |
Иң бейек нөктәһе | 41 м |
Халҡы | |
Урынлашыуы | |
45°15′18″ с. ш. 30°12′15″ в. д.HGЯO | |
Акватория | Ҡара диңгеҙ |
Ил | |
Область | Одесса өлкәһе |
Район | Килий район |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Йыланлы утрауы — Ҡара диңгеҙҙәге утрау, Украина биләмәһенә инә. Одесса өлкәһенең Килий районына тура килә .
Утрауҙа урынлашҡан тораҡтың рәсми статусы — Белое ҡасабаһы. Ҡасабала почта, музей, банк бүлексәһе бар.
2007 йылда утрауҙа православие храмы төҙөү тәҡдиме ҡарала[3].
Утрауҙың статусын БМО-ның Халыҡ-ара судында бик мөһим әһәмиәткә эйә була. Сөнки унда Украина менән Румыния араһындағы биләмәләр буйынса бәхәс : континенталь шельфты һәм нефть менән тәбиғи газға бай үҙенә бер айырым экономик зонаны делимитациялау ҡарала.
2009 йылдың 3 февралендә ҡабул ителгән ҡарар буйынса Йыланлы утрау тип таныла (ә Румыния ҡая ғына ул тип иҫбат итергә тырыша). Румыния[4][5].
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыланлы утрау ярҙан 35 километр көнсығышҡараҡ, Дунай дельтаһы киңлегендә урынлашҡан.
Утрау әүернә формаһында . Майҙаны 20,5 гектар. Сик нөктәләре араһында алыҫлыҡ — 615 һәм 560 метров[6].
Яр буйындағы иң яҡын тораҡ — румын ҡалаһы Сулина. Украина яғынан иң яҡын тораҡ — Вилково ҡалаһы.
Рельефе һәм геологик төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Утрау ҡаты тау тоҡомдарынан тора. Ҡаялы ярҙары текә. Бейеклеге төньяҡ-көнсығышында 4—5 м -ҙан һәм көньяҡ—көнбайышта 25 м-ға етә.
Диңгеҙ кимәленән максималь бейеклеге — 41,3 м. Шулай ҙа 4 пляжы бар : «Дамский», «Дергач», «Золотой» һәм «Бандитский». Утрау Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ-көнбайыш шельфында, ярҙан йыраҡ ҡына урынлашҡан берҙән-бер тектоник күтәрелеш урыны булып тора (64 000 км²).
Йыланлы утрауының географик торошо үҙенсәлекле. Кварцит ҡомлоҡтары, кварц конгломераты, төрлө төҫтәге ултырмалар менән аралашып килгән ултырма тоҡомдарҙан тора. Утрауҙа диңгеҙҙән ҡаялар эсенә тәрәнгә инеп киткән ҡыуышлыҡтар, ярыҡтар бар.
Улар барыһы ла эстә барған геологик процестар һөҙөмтәһендә, тәбиғи юлдар менән барлыҡҡа килгәндәр.
Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Уртаса дала климаты хөкөм һөрә. Йыш үҙгәреп торған көн торошо, дымлы һауа, еле күп. Ҡышҡыһын уртаса температура 0 — 2 °С, йәйгеһен 19 — 24 °С араһында. Абсолют температура максимумы +40 °С, абсолют минимумы − 30 °С. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм суммаһы 300 мм тирәһе.
Флора[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тупраҡ ҡатламы ҙур түгел. Күберәк дала үҫемлектәре үҫә. Утрауҙа ағас үҫемлектәр бөтөнләй юҡ. Утрауҙа ағас ултыртыу буйынса уҡталыуҙар булып тора.
Фауна[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күсер ҡоштар утрауҙы миҙгелгә бәйле миграциялар мәлендә ял өсөн файҙаланалар. Яҙғы дәүерҙә Йыланлылыла 234 төр ҡош осрай.
Дунайҙың ағымы менән (утрау дельта ҡаршыһында) утрауға туҙбаш йыландар килеп сыға . Шуға ла, утрау Йыланлы тип атала.
Утрау эргәһендәге һыуҙарҙа 49 төр балыҡ һәм 6 төр краб осрай. Уларҙан 3 төр балыҡ һәм 4 төр краб Украинаның Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Тәбиғәтте һаҡлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Украина Президентының " Дәүләт әһәмиәтендәге тәбиғи- ҡурсау объекттары һәм биләмәләре тураһында " тигән указы менән (менән (09.12.1998 йыл, № 1341/98) заказник төҙөлгән.
«Йыланлы утрауы» тигән исем менән аталған был заказник утрауҙың экологик яҡтан бик киммәт булған өлөшөн үҙ эсенә ала. Был Ҡара диңгеҙ акваторияһынан 500 м эскә инеп торған яр буйы ерҙәре. Дөйөм майҙаны 232 га.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Боронғо грек риүәйәте буйынса алиһә Фетида үҙенең улы Ахилл өсөн утрауҙы диңгеҙ төбөнөнән ҡалҡытып сығара.
Йыланлы тураһында беренсе мәғлүмәттәр беҙҙең эраға тиклем VII быуат аҙағындағы сығанаҡтарҙа Левке (Аҡ) исеме менән осрай. Утрау тураһында мәғлүмәттәрҙе Овидий, Страбон һәм Геродот яҙмаларында табып була.
Йыланлыла Ахилл ҡорамы төҙөлөп, аҙаҡ емертелә. Ҡорам емеректәре (30 метр тирәһе яҡтары менән квадрат формалағы ҡоролма) 1823 йылда картограф М. Крицкий тарафынан табыла һәм һүрәтләнә. Ул утрауҙың тәүге картаһын төҙөй.
1843 йылда ҡорам ҡалдыҡтарының күп өлөшө утрауҙағы маяк өсөн төҙөлөш материалы итеп файҙаланыла. Ахиллдың утрауҙағы ғибәҙәтханаһына Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ-көнбайыш өлөшөнә китеп барыусы бөтә боронғо грек диңгеҙселәре һуғылып үтә .[7]. Урта быуаттарҙа утрау Төркиә биләмәһе булып тора.
Утрау тураһында И. В. Гёте "Фаус"ында телгә ала(Фауст Елена тураһында):
|
1788 йылдың 14 июлендә(3) (ул саҡта Фидониси тип аталған) утрау эргәһендәге диңгеҙҙә алыш булып, рәсәй флоты еңеүгә өлгәшә.
Рәсәй империяһының 1828—1829 йылдарҙағы Урыҫ — төрөк һуғыштарында еңеүҙәренән һуң Йыланлы утрауы Рәсәй биләмәһенә күсә.
1840—1842 йылдарҙа рассәм Карло Боссоли (Carlo Bossoli) бөтә Ҡырым ярым үтрауын үтеп сығып, бик күп һүрәтләмәләр эшләй. Аҙаҡ уларҙы 1856 йылда Лондонда төҫлө альбом итеп сығара («The Beautiful Scenery and Chief Places of Interest throughout the Crimea») Лондонда 1856 йылда. Шулар эсендә «Йыланлы утрауы» тигән картинаһы ла бар(«The Island of Serpents»).
Ҡырым һуғышында Рәсәй еңелгәндән һуң , Йыланлы Румыния биләмәһе булып китә. Унда румын армияһының дисциплинар батальоны урынлаша.
Икенсе донъя һуғышы мәлендә, 1944 йылдың апрелендә Йыланлыға Ҡара диңгеҙ флотының десанты төшөрөлә. Румын гарнизоны һуғышһыҙ бирелә.
Николай Шутов (СССР яғынан) һәм Эдуард Мезинческу (Румыниянан) тарафынан ҡул ҡуйылған дипломатик килешеүҙәр буйынса 1948 йылдың 23 майынан йыланлы утрауы СССР составына күсә.
1956 йылда утрауҙа ПВО — ың радиолокацион ротаһы, шулай уҡ, Яр буйы күҙәтеү радиотехник взводы (ВМФ СССР) урынлаша.
1980-е|1980 йылдарҙа Йыланлы эргәһендәге шельфта байтаҡ нефть һәм тәбиғи газ ятҡылыҡтары табыла. Был хәл Румыния яғынан Украина адресына һыу биләмәләрендә яңынан сик билдәләү талабы ҡуҙғатыуға сәбәп була .
2002 йылда Украинаның Министрҙар Кабинеты Йыланлы утрауында 2006 йылға тиклем хужалыҡ эштәре алып барыуҙың программаһын ҡабул итте. Был программа эстәрендә утрау Одесса өлкәһенең Килий районына бирелә .
Шулай уҡ, утрау хәрби хәлдән сығарыла (радиотехник подразделение сығарыла һәм радар һүтеп алына.)
Утрауҙа караптар өсөн 8 м ултырыш менән причал төҙөлә , тулҡынйырғыс ҡуйыла, бер нисә хужалыҡ ҡоролмалары төҙөлә, ағастар ултыртыла.
Ауырлығы ҙур булмаған флот өсөн причал төҙөлә. Алдағы маҡсат — туризм һәм дайвинг буйынса үҙәк төҙөү , Килия менән даими паром бәйләнеше булдырыу.
Йыланлыла почта, банкының «РайффайзенБанкАваль» банкының филиалы, мобиль бәйләнеш ретрансляторы төҙөлгән .
2003 йылда утрауҙа « Йыланлы утрау», фәнни-тикшеренеү станцияһы булдырылған. Унда даими рәүештә И. И. Мечников исемендәге Одесса милли университеты ғалимдары эшләй.
2007 йылдың башында утрауҙа халыҡ йәшәгән урын рәсми влвасть тарафынан ҡасаба статусы ала (ҡасабаБелое), укр. Біле) Килия районы составына индерелә[8].
Был аҙым Румыния яғынан ныҡ ҡына ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы[9].
Украина менән Румыния араһында шельфты бүлешеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2004 йылдың 16 сентябрендә Румыния БМО-ың Халыҡ-ара судына меморандум тапшыра. Континенталь шельфты бүлешеү һорауы менән мөрәжәғәт итә.
2009 йылдың 3 февралендә Гаагала Халыҡ-ара суд бер тауыштан ике ил араһындағы сикте диңгеҙ аша билдәләргә тигән ҡарар сығара.
Суд Киев теләге буйынса Йыланлыны утрау тип таный. Икенсе яҡтан суд Украина яғына утрау булыуы диңгеҙ аша үткән сиккә тәьҫир итә алмай тип белдерә.
Румын яғы биләмәләр буйынса мәнфәғәтебеҙ «80 %-ҡа ҡәнәғәтләндерелде» тип белдерә. Һөҙөмтәлә Йыланлы ҡасаба статусы менән Украина яғында ҡала. Суд үҙе диңгеҙ эсенән сикте билдәләп бирә. Был ҡарар менән Киев тә, Бухарест та ҡәнәғәт ҡала[10][11].
Шельфтың дөйөм 12 мең квадрат километр майҙанынан Румыния 9,7 мең квадрат километр ерен ала (биләмәнең 79,34%-ы) [12].
Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Вилківська міська об'єднана територіальна громада
- ↑ Загальна інформація
- ↑ Обсуждается вопрос строительства храма на острове Змеином в Чёрном море . Пресс-служба УПЦ (23 май 2007). Архивировано 27 август 2011 года.
- ↑ «Суд ООН решил спор вокруг острова Змеиный» — BBC
- ↑ Решение Международного суда ООН по делу Румыния против Украины 2009 йылдың 5 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Кто проиграл в борьбе за Змеиный? // Комсомольская Правда 2012 йылдың 28 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Глава V. Культы понтийских богов в Причерноморье. С. Ю. Сапрыкин. Религия и культы Понта эллинистического и римского времени. Книги по истории онлайн. Электронная библиотека
- ↑ Украина превратила скалу в Чёрном море в населённый пункт . Лента.Ру (8 февраль 2007). Архивировано 27 август 2011 года.
- ↑ Румыния просит Украину искусственно не заселять остров Змеиный . Лента.Ру (12 февраль 2007). Архивировано 27 август 2011 года.
- ↑ Украина отсудила остров, где похоронен Ахиллес 2009 йылдың 5 февраль көнөндә архивланған. (рус.)
- ↑ Змеиный — больше не часть береговой линии Украины
- ↑ Гаагская капитуляция
Топографик карталар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лист карты L-36-97 остров Змеиный. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1979 год. Издание 1983 г.
- Карта|L-36-В
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Остров Змеиный 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.
- С. Охотников Святилище Ахилла на острове Левке (Змеиный). // К., Наукова думка — 1993.- 140 с., (соавтор А. С. Островерхов).
- Охотников С. Б. Остров Змеиный в античное время и средние века // Записки історичного факультету Одеського державного університету ім. І.І. Мечникова. — Одеса, 1996. — Вип. 3. — С. 46-59.
- Сергей Астахов. Дар Посейдона: украинский остров Змеиный вступает в новую эру . 2000 (11 апрель 2008). Архивировано 27 август 2011 года. 2012 йылдың 21 март көнөндә архивланған.
- И. Владимиров. Змеиный — не Тузла 2008 йылдың 29 сентябрь көнөндә архивланған.. 2008
- Материалы дела Румыния против Украины в МС ООН 2014 йылдың 23 февраль көнөндә архивланған. (инг.)
- Доклад Международного Суда 2007—2008 гг. на 63-й сессии ГенАссамблеи ООН 2010 йылдың 6 июль көнөндә архивланған.
- Змеиный остров // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Категория: Заказники Одесской области Категория: Острова Чёрного моря Категория: Общезоологические заказники Категория: Острова Одесской области