Йырлаусы Раштыуа шыршыһы

Файл:LCT2009-tree1.jpg
Тере Раштыуа шыршыһы

Йырлаусы Раштыуа шыршыһы, ҡайһы берҙә Тере Раштыуа шыршыһы тип атала. Эсендә йырсылар була һәм Раштыуа тамашаларының бер өлөшө булараҡ ҡулланыла. Ҡоростан эшләнгән шыршы ысынбарлыҡта конуслы түңәрәк сектор. Унда ысын шыршының өстән бер өлөшөнән яртыһына тиклеме һүрәтләнә. Ағастың ҙурлығына ҡарап, 30 — 450 йырсыға иҫәпләнә. Уларҙы сиркәүҙәр йәки берләшмәләр ҡуя ала.

Беренсе тапҡыр 1933 йылда Белхейвен университетында барлыҡҡа килә, һуңыраҡ Денверҙағы (Колорадо штаты) Көнбайыш урта мәктәбе бинаһында, ә һуңынан 1957 йылда Сакраментола (Калифорния штаты) ҡуялар. Шул ваҡыттан алып йырлаусы Раштыуа шыршыһы концепцияһы Канадаға, Филиппинға, Көньяҡ Кореяға, Швейцарияға һәм Шри-Ланкаға тарала. 2007 йылда Ноксвиллда, Тенессила Йырлаусы Раштыуа шыршыһын ҡарарға 60 000 кеше килә.

Тарихы

Тәүге Раштыуа шыршыларын АҠШ-ҡа 1740-сы йылдарҙа Моравия (хәҙерге Чехия Республикаһының бер өлөшө) күскенселәре алып килә[1]. 1851 йылда Нью-Йоркта тәүге коммерция шыршы майҙансығы асыла[1]. Аҡ Йортта тәүге Раштыуа шыршыһын АҠШ президенты Франклин Пирс 1856 йылда урынлаштыра[1]. Германияла 19-сы быуатта янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү һәм урман ҡырҡыуҙы яйға һалыу маҡсатында тәүге яһалма ағастар эшләнә[1]. 1960 йылдарға яһалма ағастар Америка Ҡушма Штаттарында бик киң тарала[1].

Раштыуа колядаһы XIII быуатта Европала Ғайса пәйғәмбәрҙең тыуыуы, шул иҫәптән Христос Раштыуаһы байрамы менән ҡыҙыҡһыныу арҡаһында барлыҡҡа килгән[2]. Ул XX быуатҡа тиклем Европала ла, АҠШ-та ла таралыуын дауам итә һәм хәҙер Раштыуа музыкаһының бер өлөшө булып тора[2].

Йорттарҙа коляда йолаларының береһе — шыршы тирәләй йырлау. 1933 йылда Джексондағы (Миссисипи штаты) Белхейвен колледжында (2010 йылдың 1 ғинуарынан Белхейвен университеты) «Йырлаусы Раштыуа шыршыһы» барлыҡҡа килә[3]. Бинала урынлашҡан беренсе байрам 1941 йылдың декабрендә Колорадо штатындағы Денвер урта мәктәбендә үтергә тейеш була. Тәүге сығышта хор мантияһы кейгән, ҡулдан эшләнгән ялтыр биҙәүестәр һәм нимбтар менән биҙәлгән илле студент ҡатнаша. Һәр йырсы мәңге йәшел ботаҡтар тотоп, Раштыуа шыршыһы формаһындағы ағас каркаста туғыҙ Раштыуа гимнын башҡарған. Ошонан башлап урта мәктәп хоры дөйөм милли һәм халыҡ-ара танылыу яулай. Икенсе донъя һуғышы йылдарында күп кенә гәзиттәрҙә шыршы фотоһүрәттәре баҫылып сыға. Хор өсөн баҫҡыслы ҡорос каркастағы тәүге ағас 1972 йылда Millard Heath Specialties компанияһы[4] тарафынан Дентон ҡалаһында беренсе баптист сиркәүе өсөн төҙөлә. Был ағас Флорида штатының Каллахан ҡалаһында 2005 йылдың апрелендә лә ҡулланылған[5][4]. Был компания сиркәүҙәр өсөн АҠШ-тың 30 штатында һәм илдән ситтә 200-ҙән ашыу «ағас» төҙөй[4].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 4 5 «Tree, Christmas». (2000). In The World Encyclopedia of Christmas. Gerry Bowler, Editor. Toronto: McClelland & Stewart Limited. pp. 226-28.
  2. ↑ 1 2 «Carol». (2000). In The World Encyclopedia of Christmas. Gerry Bowler, Editor. Toronto: McClelland & Stewart Limited. pp. 37-38.
  3. ↑ Belhaven College Singing Christmas Tree. — accessed 15 December 2009.
  4. ↑ 1 2 3 Millard Heath Specialties — About the company. 2010 йылдың 10 март көнөндә архивланған. — accessed 15 December 2009.
  5. ↑ First Baptist Church of Montgomery, Alabama, Living Christmas Tree history. 2010 йылдың 6 ғинуар көнөндә архивланған. — accessed 15 December 2009.

Категориялар