Йырғалаш

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Йырғалаш
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Ҡайҙа ҡоя Урайым
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт

Йырғалаш - рус. Ергалаш - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Наҙы-Петровск районындағы йылға.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йырғалаш йылғаһы аҡҡан ерҙәр хәҙерге Силәбе өлкәһенең Наҙы-Петровск районына инә.

Был йылға тураһнда мәғлүмәт Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегенә инеп ҡалған: Ергалаш (Большой и Малый) — речки в Красноуфимском уезде Пермской губернии, параллельно текущие левые притоки реки Ураима, впадающего слева же в реку Уфу.

Йәғни, йылға ул ваҡытта Пермь губернияһына ингән һәм әле Наҙы-Петровск биләмәләре ул ваҡытта Красноуфимск өйәҙенә ингән.

Йырғалаш Урайым йылғаһының һул ҡушылдығы.

Йылғаның координаттары - 55.962352, 59.541667

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа:Ергалаш (Ергаляш), речка, левый приток Ураим, бассейн Уфы, Нязепетровский район. От башкирского слова ергалау — «бороздить», «изрыть». Название речки отражает облик местности. Размывая известняки, речка взбороздила и изрыла их на своем пути; то она скрывается в глубине, то вновь появляется на поверхности. Эта особенность и подмечена в названии [1].[2].

Йәғни, топоним йылғаның аҡҡан урындарына бәйле үҙенсәлектәренән сығып бирелгән - ул эзбизле ҡатламдарҙы йырып аға, бер юғала, бер ер өҫтөнә килеп сыға.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  2. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области.Ергалаш[1]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Icon river delta.svg Был - гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ