Йүкәтау (ҡасаба)

Йүкәтау(рус. Жукатау (посёлок)) — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Һатҡы районындағы тимер юл станцияһы ҡасабаһы. Бирҙәүеш ҡала биләмәһе составына инә.

Географияһы

Ҡасабанан бер нисә саҡрым төньяҡтараҡ Йүкәтау һырты урынлашҡан. Ҡасаба биләмәләре эргәһенән Оло Бирҙәүеш йылғаһы (үрге ағымында Бирҙәүеш тип йөрөтөлә) аға. Йүкәтау ҡала биләмәһе үҙәге булған эшселәр ҡасабаһы Бирҙәүештән 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Топонимикаһы

Силәбе ғалимы топонимист Шувалов атаманың мәғәнәһен былай тип аңлата:

Жка-Тау (Йүкәтау, Йоҡатау), тау һырты, тимер юл станцияһы, ҡасаба, Һатҡы районы. Үҙгәрә биргән башҡорт һүҙе «йүкә», «тау», йәғни «йүкәле тау».

.

Уның раҫлауына өҫтәп тағы бер фараз килтерәйек: тауҙың бик бейек һәм ҙур булмағанына күрһәткән «йоҡа» тигән мәғәнә лә һалынған булыуы мөмкин. «На Урале» сайтында бына нимә тип яҙғандар: ғәжәп күренһә лә, Йүкәтау битләүҙәре фәҡәт йүкә менән генә ҡапланған тип маҡтап булмай. Башҡорт телендә тағы бер аңлатма варианты бар — «йоҡа тау»[2].

Халҡы

Халҡы иҫәбе
2002[3]2010[4]2014[1]
526480463

Тарихы

Йүкәтауҙың тирә-йүне — Әйле башҡорттары йәшәгән урын. Антропологтар тап ошо ҡәбилә урта быуаттарҙа монгол далалары мигранттары менән әүҙем аралашҡан, тип иҫәпләй. Шуға күрә әйлеләрҙең фиғелендә монголоидлыҡ асыҡ сағыла.

Йүкәтауҙа башлыса БирҙәүешТүбәнге Серге тимер юл тармағын хеҙмәтләндереүсе эшселәр йәшәй.

Граждандар һуғышы йылдарында был ҡасабала ҡыҙылдар менән аҡтарҙың ҡаты бәрелештәре булған.

XX быуаттың 60-70-се йылдарында, нефтте һурҙырып ҡыуыу станциялары эшләй башлағанлыҡтан, яңы эш урындары — Себерҙән һуҙылған нефть үткәргестәрҙе хеҙмәтләндереү эше — барлыҡҡа килә. Торбалар буйлап нефть Рәсәй нефть эшкәртеү заводтарына, шулай уҡ «Дуҫлыҡ» нефть үткәргесенә аға[5].

Инфраструктураһы

Көньяҡ Урал тимер юлдарының шундай уҡ — Йүкәтау — исемле тимер юл станцияһы урынлашҡан.

Ҡасабала нефтте һурҙырып икенсе яҡҡа ҡыуыу станцияһы, балалар баҡсаһы, мәктәп, «Нефтсе» клубы, китапхана эшләй.

1918 йылда баш күтәргән эсерҙар тарафынан атып үлтерелгән Ҡыҙыл Гвардия отряды командиры И. Е. Чигвинцев һәйкәле ҡуйылған.

Барлвғы 12 урам бар[6].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар