Йәлил (ҡасаба)
Йәлил (татар. Җәлил) — Татарстан Республикаһының Сарман районындағы ҡала тибындағы ҡасаба. Күп тармаҡлы Әлмәт-Бөгөлмә-Ленин агломерацияһына инә.
Ҡасаба Абдрахман, Ҡыҙыл Баҡса һәм Яңы Миңзәләбаш ауылдары менән «Йәлил ҡала тибындағы ҡасаба» муниципаль берәмәгенә инә. Ҡасаба Әлмәттән 34 км., Ҡазандан 240 км. алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡасаба янында Ыҡтың ҡушылдығы Миңзәлә йылғаһы аға.
Ҡасаба 1964 йылда нигеҙләнгән һәм шағир Муса Йәлил исемен йөрөтә.
Халҡы
| Халыҡ һаны, кеше | |||||
|---|---|---|---|---|---|
| 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 | |
| 3 856[2] | 7 671[3] | 11 298[4] | 14 769[5] | 13 938[6] | |
Халыҡ һаны— 14491 кеше. Татарҙар (77,7 %), урыҫтар (19,6 %). Тыуым — 12,7 %, үлем — 9,5 % , халыҡ һаны үҫеше — 3,2 %. Ирҙәр — 48,0 %, ҡатын-ҡыҙҙар — 52,0 %. Эш йәшендәге кешеләр - 57,1 %, йәштәр — 28,8 %, ололар — 14,1 %.
Иҡтсады
Сәнәғәт нигеҙе-нефть етештереү тармағы. «Йәлилнефть» нефть һәм газ етештереү идаралығы Татнефть-тең 18% нефтен етештерә. 2001 йылда Йәлилдә 500 тонна нефть сығарылған.
Социаль сфераһы
Ҡасабала бар:
- 6 балалар баҡсаһы
- 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
- 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
- Гимназия
- Махсус һөнәрселеҡ училещеһы
- Балалар музыка мәктәбе
- Балалар сәнғәт мәктәбе
- Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе
- Спорт-һауыҡтырыу комплексы (бассейн менән)
- Боҙ спорт һарайы
- Саңғы базаһы
- Ипподром (эшләмәй)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2012 года
- ↑ Перепись 1970 года 2011 йылдың 28 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Перепись 1979 года 2011 йылдың 28 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Перепись 1989 года
- ↑ Перепись 2002 года 2018 йылдың 8 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Бюллетень «Численность населения Российской Федерации по городам, поселкам городского типа и районам» (на 1 января 2010 года)
Һылтанмалар
- terrus.ru — база данных России 2009 йылдың 10 июнь көнөндә архивланған.
- Почтовые индексы Татарстана 2013 йылдың 20 май көнөндә архивланған.
- ОКАТО 2012 йылдың 5 март көнөндә архивланған.