Йәндүрин Хатип Өмөтбай улы

Йәндүрин Хатип Өмөтбай улы (1908 йылдың 3 декабре, Лағыр1984 йылдың, Лағыр, Башҡорт АССР-ы) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, гвардия капитаны. Малаяҙ районының РОНО мөдире, партия район комитетының пропаганда бүлеге мөдире. Лағыр мәктәбе, Лаҡлы балалар йорто директоры. Колхоз рәйесе. Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.

Биографияһы

Хатип Өмөтбай улы Йәндүрин 1908 йылда Лағыр ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Тыуған ауылында белем алғас, Өфө педагогия техникумын, ситтән тороп партактив институтын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Дыуан-Мәсетле мәктәбе уҡытыусыһы, Малаяҙ районының РОНО мөдире, партия район комитетының пропаганда бүлеге мөдире булып эшләй.

Хәрби эшмәкәрлеге

1941 йылдың 4 сентябрендә доброволец булып фронтҡа китә. Өлкән политрук дәрәжәһендә Калинин фронты 4-се удар армияһының Тимошенко исемендәге 24-се кавалерия дивизияһының 56-сы кавалерия полкында ҡылыссылар эскадроны политругы була.

Һуңынан гвардия капитаны 1-се Украин фронтының 74-се уҡсылар корпусы 359-сы Ленин орденлы Ҡыҙыл Байраҡлы Ярцев уҡсылар дивизияһының 1196-сы Ҡыҙыл Байраҡлы уҡсылар полкының 8-се уҡсылар ротаһы командиры була. Ике тапҡыр ауыр яралана.

Һуғыштан һуң Лағыр мәктәбе, Лаҡлы балалар йорто директоры, колхоз рәйесе булып эшләй.

1984 йылда вафат була, Лағыр ауылында ерләнгән.

Ғаиләһе

Тормош иптәше — тыл ветераны Йәмилә Хәйбулла ҡыҙы менән 6 бала тәрбиәләп үҫтерә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1942)[1].
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)[2]
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)[3]
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[4]
  • Юбилей миҙалдары.

Һылтанмалар

  • Ситдиков Р. Эта память - наша совесть / Ситдиков Р. Д.. — Уфа: Информреклама, 2023. — С. 132. — 2015 с. — ISBN 978-5-906878-95-3.