Йәнғәлина Шәһәрбоҫтан Әхмәт ҡыҙы
Йәнғәлина Шәһәрбоҫтан Әхмәт ҡыҙы (24 март 1924 йыл — 27 июль 2009 йыл) — эшсе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957).
Биографияһы
Шәһәрбоҫтан Әхмәт ҡыҙы Йәнғәлина (Ғүмәрова) Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала.
Ул хеҙмәт юлын 14 йәшендә башлай. Тәүҙә «Берлек», һуңынан «Ҡыҙыл Байраҡ» промколхозында эшләй. Ябай эшсенән алып прораб вазифаһына тиклем үрләтәләр.
Ғаиләһе
Шәһәрбоҫтан Әхмәт ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Йәнғәлин Тайып менән 12 бала тәрбиәләп үҫтерә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957)[1].
- Әсәлек Даны ордены (3 дәрәжәһе лә)[2]
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1980)[3]