Казаков Василий Иванович (артиллерия маршалы)

Василий Иванович Казаков (6 (18) июль 1898 йыл — 25 май 1968 йыл, Мәскәү) — совет хәрби етәксеһе, артиллерия маршалы (1955). Советтар Союзы Геройы (6.04.1945). СССР Юғары Советының 2-се саҡырылыш депутаты (1946—1950).

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

Васи́лий Ива́нович Казако́в 1898 йылдың 6 (18) июлендә хәҙерге Нижегородка өлкәһе Бутурлин районы составына ингән Филиппово ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Атаһы — Казаков Иван Васильевич (1875—1931), Петербургта пароход компанияһында кочегар, урам һепереүсе, извозчик булып эшләй, әсәһе — Евдокия Андреевна (ҡыҙ фамилияһы — Ларина) (1876—1966). Урыҫ.

Сиркәү-мәхәллә мәктәбендә 4 класс тамамлай. Ғаилә фәҡир булыу сәбәпле, йәшләй Петроградҡа заводҡа ебәрелә. 1911 йылдың июленән «Сименс һәм Гальск» акционерҙар йәмғиәтендә «малай» (йомошсо, таратыусы, ярҙамсы эшсе) булып эшләй, 1912 йылдың сентябрендә — «Кирхнер Отто» фабрикаһы уҡыусыһы, 1913 йылдың майынан — «Гейслер» электромеханика заводы эшсеһе.

Беренсе донъя һуғышы

1916 йылдың майынан Рус император армияһына хеҙмәткә алына[2]. Петроградта 180-се запас полкта хеҙмәт итә, шул уҡ йылдың ноябренән — Лугала1-се запас дивизионда. Тиҙҙән 433-сө Новгород пехота полкы составында ғәмәлдәге армияға ебәрелә, Беренсе донъя һуғышында Төньяҡ фронт ғәскәрҙәре составында ҡатнаша. Рига районында һуғыша, контузия ала.

1917 йылдың февралендә киренән Петроградтың 180-се запас пехота полкына күсерелә, унда февраль революцияһы ваҡиғаларында һәм унын һуң килгән башҡа революцион ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнаша. 1917 йылдың июленән сентябрендә тиклем ҡабат Төньяҡ фронтта һуғыша. 1917 йылдың декабрендә армияла тарҡалыш башланған шарттарҙа рядовой Казаков демобилизациялана, Петроградта ҡала, элекке шәхси банк идаралығында эшләй.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Vasily Ivanovich Kazakov // TracesOfWar
  2. «К-22» — Линейный крейсер / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — С. 27. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 4).

Әҙәбиәт

  • «К-22» — Линейный крейсер / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — 654 с. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 4).
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Мемуары В. И. Казакова «На переломе» на сайте «Военная литература».
  • Казаков В. И. На переломе. — М.: Воениздат, 1962. — 192 с.
  • 10 лет Военной академии противовоздушной обороны Сухопутных войск Российской Федерации (1992—2002). Исторический очерк. Под редакцией генерал-полковник В. К. Черткова. Смоленск: «Смядынь», 376 с.: ил. — 2002. ISBN 5-87210-044-2.
  • Клыгин А. Н., Суслов Н. Н. Конструктор артиллерийского огня: (К 100-летию со дня рождения маршала артиллерии В. И. Казакова) // «Военная мысль». — 1998. — № 4. — С.58-62.
  • Маршал артиллерии Казаков Василий Иванович: фотоальбом / Авт.-сост. Т. В. Казакова. — СПб.: 2005. — 101 с.; ISBN 5-9637-0031-0.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар