Казанцева Тамара Тимофеевна

Биографияһы

Тамара Тимофеевна Казанцева 1934 йылдың 8 майында Украина ССР-ы Днепропетровск өлкәһе Кривой Рог ҡалаһында тыуған. 1959 йылда Кривой Рог тау мәғдән институтын «геолог» һөнәре буйынса тамамлағандан һуң[2]Красноярск геология идаралығының комплекслы геологик разведка экспедицияһында инженер-геолог булып эшләй. 1965 йылдан «Башнефть» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1968 йылдан Стәрлетамаҡ геологик эҙләнеүҙәр контораһының геология-фотоға төшөрөү партияһы начальнигы, 1974 йылдан — Туймазы геологик эҙләнеүҙәр партияһының отряд начальнигы; 1975 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Геология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1986—2001 һәм 2004 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр, 2001—2004 йылдарҙа лаборатория мөдире.

Ғалим 2024 йылдың 2 февралендә Өфө ҡалаһында вафат булды[3].

Ғилми эшмәкәрлеге

Ҡазанцева тарафынан геология фәненең мөһим мәсьәләләрен хәл иткән бер нисә фундаменталь закон асыла. Улар иҫәбенә төп геологик процестарҙың тектоник көстәр менән энергетик тәьмин ителеше законы, геологик матдәләрҙең эволюцион үҫеш йүнәлешенең тектоник режим билдәһе менән ярашлылығы законы, тәбиғи берәмектәр составының тектоник режим интенсивлығына тап килеү законы, шулай уҡ геологик системаларҙа парагенетик компенсация законы һәм башҡалар инә.

Ҡазанцева ер ҡабығының формалашыуын аңлатҡан яңы дөйөм геологик тәғлимәт — шарьяж теорияһының авторҙашы.

1985 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1991 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының академигы итеп һайланды.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Дуҫлыҡ ордены (1999);
  • Геосинклиналь процестың яңы моделен эшләгән өсөн СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең дипломы һәм миҙалы (1985).

Фәнни хеҙмәттәре

Тамара Казанцева — 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 20 монография авторы.

  • Аллохтонные офиолиты Урала. М.: Наука, 1985.
  • Аллохтонные структуры и формирование земной коры Урала. М.: Наука, 1987.
  • Научные законы геологического развития. Уфа: Гилем, 2006.
  • Казанцева Т. Т. Структурный фактор в теоретической геологии / Т. Т. Казанцева, Ю. В. Казанцев; Ин-т геологии Уфим.науч.центра РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — 325 с.:ил. — Библиогр.: с.303-321.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Башинформ / под ред. В. А. Валерьевич — 1992.
  2. Казанцева Тамара Тимофеевна (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026.
  3. В Уфе умерла первооткрыватель законов геологического развития Тамара Казанцева. Башинформ (4 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026.

Әҙәбиәт

  • Вклад геологов-нефтяников в развитие нефтедобывающей промышленности Башкортостана. Уфа: ДООО «Башнипинефть» ОАО АНК «Башнефть», 2003.
  • Камалетдинов М. А. Учёные и время. Уфа: Гилем, 2007.