Калинин Олег Александрович

Олег Александрович Калинин (1984 йылдың 3 ноябре, Өфө) — Рәсәй эшҡыуары, йәмәғәт эшмәкәре. «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексы яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 6-сы (2018—2023) һәм 7-се (2023 йылдан) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе[1].

Биографияһы

1984 йылдың 3 ноябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған[2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2003 йылда «Башстройтранс» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең сәнәғәт тимер юлы предприятиеһында юл монтёры булып башлай. 2005—2007 йылдарҙа — «Реабилитация һәм профилактика комплексы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенең «Сокол» балалар-һауыҡтырыу лагеры тәрбиәсеһе. 2007 йылда Урал дәүләт физик культура университетын тамамлай. Һөнәре: «Физик культура һәм спорт»; квалификацияһы (рус.)баш.: «Физик культура һәм спорт буйынса белгес»[3]. 2008 йылға тиклем — «Даско» Өфө шарап сауҙаһы компанияһы яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенең һатыу буйынса менеджеры. 2008—2010 йылдарҙа — «Уфа Авто-Лэнд» яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенең консультант-һатыусыһы. 2010—2011 йылдарҙа — «ФЦСУ» яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенең корпоратив клиенттар менән эшләү буйынса менеджеры. 2011 йылдан башлап «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте структураларында төрлө вазифалар биләй[3]:

  • «Башнефть-Сервис» яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенең «Сокол» балалар-һауыҡтырыу лагеры директоры;
  • 2012—2020 йылдарҙа — ошо уҡ ширҡәттең «Энергетик» ҡунаҡхана комплексы директоры;
  • Бер үк ваҡытта (2019 йылдан) — «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексы яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенең генераль директоры[4];

2022 йылдан — «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Эштәр менән идара итеү буйынса департамент (рус.)баш. директоры вазифаһын башҡарыусы[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • 2018 йылдан 40-сы Чеверёв һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты; «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы фракцияһы һәм парламенттың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет ағзаһы[5][6].
  • 2023 йылдан берҙәм республика һайлау округы буйынса 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының фракция[1] һәм парламенттың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура (рус.)баш. үҫеше комитеты ағзаһы[7].
  • «Башҡортостан урыҫтары соборы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының идара ағзаһы[8].

Ғаиләһе

  • Өйләнгән, ҡатыны менән ул тәрбиәләйҙәр[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы[1].
  • «Ауыл хужалығын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» күкрәк билдәһе (2022)[5];
  • Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеттың Почёт грамотаһы (2023) — тәбиғәт ресурстарын һаҡлауға индергән өлөшө өсөн[5].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан Калинин Олег Александрович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2026. (рус.)
  2. Калинин Олег Александрович – биография. Сетевое издание «Информационно аналитический портал «VIPERSON» (Виперсон) (18 июль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2026. (рус.)
  3. 1 2 Лица Партии. Калинин Олег Александрович. Партия «Единая Россия». Официальный сайт Региональные отделения. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2026. (рус.)
  4. ООО ГК «Башкортостан».Генеральный директор Калинин Олег Александрович с 9 апреля 2019 года. Сайт «CheckOS Pro». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2026. (рус.)
  5. 1 2 3 Калинин Олег Александрович. Депутат. Портал «ГубРегионЛидер». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2026. (рус.)
  6. Калинин Олег Александрович. Директор ГК «Энергетик». Проект «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2026. (рус.)
  7. Комитет по жилищной политике и инфраструктурному развитию. Калинин Олег Александрович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2026. (рус.)
  8. Правление Региональной общественной организации «Собор русских Башкортостана». 22. Калинин Олег Александрович. Региональная общественная организация «Собор русских Башкортостана». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2026. (рус.)