Камалов Рәил Исмәғил улы

Рәил Исмәғил улы Камалов (рус. Раиль Исмагилович Камалов1932 йылдың 20 феврале, Һәүәләй, Башҡорт АССР-ы1989 йылдың 24 марты, Һәүәләй, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — СССР-ҙың ауыл хужалығы хеҙмәткәре, тракторсы, сөгөлдөр үҫтереүсе, йәмәғәтсе. 1961—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Фрунзе исемендәге колхозының шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса механизацияланған звено етәксеһе. РСФСР-ҙың етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1965).

Биографияһы

Камалов Рәил Исмәғил улы 1932 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылында тыуған[1]. Тулы булмаған урта белемле.

Хеҙмәт юлын 1942 йылда Фрунзе исемендәге колхозда башлай. 1952—1955 йылдарҙа саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә. Запасҡа (рус.)баш. ҡайтҡас, хужалыҡта төрлө эштәрҙә йөрөй. 1957 йылдың декабрендә тракторсылар курсына ебәрелә. 1958 йылдың апреленән тракторсы булып эшләй. 1961 йылда шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса механизацияланған звено етәксеһе итеп тәғәйенләнә[2].

Рәил Камалов етәкселегендәге звено эш етештереүсәнлеген оҫта ойоштороу арҡаһында бер йыл үтеүгә һөҙөмтәләргә өлгәшә:

  • 1962 йыл — 50 гектар майҙандың һәр гектарынан 250 центнер шәкәр сөгөлдөрө алына;
  • 1965 йыл — 80 гектар майҙандан төшөм гектарына 311 центнер тура килә;
  • 1967 йыл — шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы гектарына 414 центнер тәшкил итә.

Шәкәр сөгөлдөрөнөң бер центнерының үҙҡиммәте уртаса 1,30 һум була (колхоз буйынса — 1,89 һум, район буйынса — 2,40 һум)[2].

1966 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә «Алдынғылар трибунаһы» серияһында Р. Камаловтың «Гектарынан 50 центнер шәкәр» тигән китабы (Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Х. Ғ. Тереғолов редакцияһында) баҫылып сыға[3].

Ғүмеренең аҙағына тиклем Фрунзе исемендәге колхозда механизацияланған (рус.)баш. звено етәксеһе булып эшләй, тыуған ауылында йәшәй. 1989 йылдың 24 мартында Һәүәләйҙә вафат була, шунда уҡ ерләнә[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • 1967—1971 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы һайлау округынан РСФСР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Шәкәр сөгөлдөрөн етештереү һәм әҙерләүҙе арттырыуҙа, уңдырышлылығын күтәреүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 31 декабрендәге Указы менән Рәил Исмәғил улы Камаловҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә, уға Ленин ордены (№ 341690) һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (№ 10059) тапшырыла[2].
  • Бөтә Союз социалистик ярышында ҡаҙанған уңыштары, иген һәм башҡа ауыл хужалығы продукттарын етештереү һәм дәүләткә һатыу буйынса пландарҙы һәм социалистик йөкләмәләрҙе үтәгәндә күрһәткән хеҙмәт батырлығы өсөн 1976 йылда икенсе Ленин ордены менән бүләкләнә[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 И. Ғ. Кәримова. Камалов Рәил Исмәғил улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (18 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2026. (баш.)
  2. 1 2 3 Тимур Каримов. Камалов Раиль Исмагилович. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2026. (рус.)
  3. Камалов, Раиль Исмагилович. 50 центнеров сахара с гектара. Российская государственная библиотека. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2026. (рус.)
  4. Список депутатов, избранных в Верховный Совет РСФСР, 1967. Камалов Раиль Исмагилович, звеньевой колхоза им. Фрунзе Кармаскалинского района. Кармаскалинский округ. Электронное периодическое издание «Открытый текст» (25 июль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Платонов М. Соревнование //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.
  • Валишин Р. А. Герои труда // Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трёх степеней из Башкортостана (билдәһеҙ). — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.

Тема буйынса өҫтәмә