Камалов Таһир Таузах улы
Таһир Таузах улы Камалов (рус. тагир Таузяхович Камалов; 1962 йылдың 2 июне, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР — 2021 йылдың 4 ғинуары) — совет һәм Рәсәй музыканты, дирижёр. 1989 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижёры; Башҡортостан Республикаһының милли симфоник оркестрын ойоштороусы һәм 1992—2011 йылдарҙа уның директоры, художество етәксеһе һәм баш дирижеры, бер үк ваҡытта 1989 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы һәм студенттар симфоник оркестры етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995). Халыҡ-ара башҡарыусылар һәм дирижёрҙар конкурсы лауреаты (Женева ҡалаһы, Швейцария, 1997).
Биографияһы
1962 йылдың 2 июнендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
1981 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 1983 йылда — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. 1983—1989 йылдарҙа Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында уҡый.
1985—1986 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. 1993—1995 йылдарҙа Ҡазан дәүләт консерваторияһы аспирантураһында опера-симфоник дирижёрлыҡ итеү һөнәре буйынса белем алыуын дауам итә (педагогы профессор Ф.Мансуров).
Эш урыны: 1989—1992 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры; 1992—1994 йылдарҙа — «Шарк» симфоник оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры; [994—1996 йылдарҙа — «Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры» ябыҡ типтағы акционер йәмғиәтенең (АОЗТ) генераль директоры, художество етәксеһе һәм баш дирижеры; 1996—2011 йылдарҙа — «Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры» мәҙәниәт һәм сәнғәт дәүләт учреждениеһы баш дирижеры һәм художество етәксеһе. Т. Т. Камалов — был оркестрҙы ойоштороусыларҙың береһе.
Уның етәкселегендә оркестр тарафынан Дж. Вердиҙың «Реквием» альбомы сығарыла, Мәскәү консерваторияһының Ҙур концерт залы, солистар — И/ Архипов, А. Абдразаков, М. Шагуч, Т. Гугушвили; «Башҡорт симфоник музыкаһының антологияһы», композиторҙар Р. Мортазин, Х. Әхмәтов тураһында телефильмдар өсөн музыка яҙҙырыла. Антологияға Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры тарафынан яҙҙырылған Башҡортостандың төрлө быуын композиторҙарының әҫәрҙәре ингән[1]. Таһир Таузах улы Камалов 2021 йылдың 4 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат булды[2].
Ғаиләһе
- Ҡатыны Елена, улы Рөстәм һәм ҡыҙы Ләйсән. Өфөлә йәшәйҙәр.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995)
- Башҡарыусыларҙың һәм дирижёрҙарҙың халыҡ-ара конкурсы лауреаты (1997, Женева, Швейцария).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Камалов Таһир Таузах улы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июнь 2026.
- ↑ 4 января не стало Тагира Камалова. bashopera.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июнь 2026.