Каникулдар

Каникулдар — белем алыу осоронда ял йәки башҡа социаль саралар өсөн мәғариф тураһында ҡануниәт, календарь уҡыу графигы һәм белем биреү ойошмаларының урындағы акттары менән ҡаралған планлы ял.

Этимологияһы

Боронғо Римда йәйге эҫе көндәр осоро Canicula («бәләкәй эт») тип аталған йондоҙоноң күренеүсәнлеге менән тап килгән. Был көндәр «dies caniculares»[1] — «эт көндәре» (22 июль — 23 август) тип аталған. Ныҡ эҫе булған йәйге отпускылар ваҡытын тап шулай атағандар[2][3][4].

Рәсәйҙә

1917 йылға тиклем Рәсәйҙә каникул тип йәйге ял осоро атала. Владимир Далдең аңлатмалы һүҙлегендә түбәндәге билдәләмәне табырға мөмкин: «Каникулдар — йәйге эҫе ваҡыт, һәм күңел асыу, уҡыу йорттарында ял ваҡыты; каникулдарҙың тулы осоро — 1 июлдән 15 авгусҡа тиклем; ҡайһы бер урындарҙа июндән, хатта майҙан башлана»[5].

1917 йылғы революцияға тиклем мәхәллә училищеларының башланғыс мәктәптәрендә каникулдар алты йәки ете ай — «баҫыу эштәре тамамланғандан алып киләһе йылда башланғанға тиклем» дауам иткән. Төбәккә ҡарап, улар октябрь-декабрҙә башланған һәм март-майҙа тамамланған[6].

Юғары иҡтисад мәктәбе НИУ-һы Мәғарифты үҫтереү институтының баш ғилми хеҙмәткәре, профессор Ирина Абанкина билдәләүенсә[7]:

Беҙҙә мәктәп каникулдары йә байрамдарға, йә тәбиғәт күренештәренә бәйле. Март һуңындағы — апрель башындағы уңайһыҙ каникулдар һыу ташыуға бәйле — ҡайһы бер төбәктәрҙә был ваҡытта мәктәпкә йөрөү ауырлаша. Яңы уҡыу йылының 1 сентябрҙә башланыуы — ул Птер заманына тиклемге ғәҙәти яңы йыл. Көҙгө каникулдар — ноябрь байрамдары.

1803 йылда белем биреү реформаһының нигеҙен тәшкил иткән «Халыҡ мәғарифының яҡынса ҡағиҙәләре» сыға. Уларҙа, атап әйткәндә, уҡыу йылы 1 августа башланып, киләһе йылдың 1 июлендә тамамланырға тейешлеге күрһәтелә[8].

Совет власы йылдарында уҡыу йылы төрлө ваҡытта башлана. Бик күп мәктәптәрҙә — 14 августа.

1935 йылда СССР Халыҡ комиссарҙары советының (рус.)баш. һәм ВКП(б) Үҙәк комитетының «Башланғыс, тулы булмаған урта һәм урта мәктәптә уҡытыу эшен ойоштороу һәм эске тәртипте булдырыу тураһында» ҡарары сыға. Документҡа ярашлы, уҡыу йылы 1 сентябрҙә башлана. Каникул осорҙары билдәләнә: көҙгө — 5-9 ноябрь, ҡышҡы — 30 декабрь-10 ғинуар, яҙғы — 24-31 март, йәйге — уҡыу йылы тамамланған көндән алып 31 авгусҡа тиклем[8].

Ауыл мәктәптәрендә яҙғы каникулдар, урындарҙағы шарттарға бәйле, Хеҙмәтсән депутаттар советының район башҡарма комитеттары ҡарары буйынса икенсе ваҡытҡа күсерелә ала.

СССР Министрҙар Советының 1970 йылдың 8 сентябрендәге 749-сы ҡарары менән[9] мәктәптәрҙә уҡыуҙар 1 сентябрҙә башланы һәм имтихандар, практикаларҙы индереп, 1-7-се синыфтарҙа — 30 майҙа, 8 синыфта — 10 июндә, 9-10 (11) синыфтарҙа — 25 июндә тамамлана.

undefined

Хәҙерге мәктәптәрҙә каникулдар графигы 2012 йылдың 29 декабрендәге «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» 273-сө Федераль закон менән билдәләнә[10].

Рәсәй студенттары өсөн каникулдарҙың берҙәм графигы юҡ. Юғары уҡыу йорттары етәкселеге уҡыу планын, курсты, белем биреү формаһын һәм производство практикаларын иҫәпкә алып, дәрестәр теҙмәһен үҙ аллы төҙөй. Ғәҙәттә, студенттар каникулға имтихандар сессияһынан һуң сыға. Каникулдың оҙайлығы йыл дауамындағы уҡыу көндәренә бәйле. Уҡыу йылы өс йәки дүрт сесметрға бүленгән уҡыу йорттарында уҡыу модулдәре араһында өҫтәмә ялдар булыуы мөмкин[11].

Колледждарҙа һәм һөнәри техникумдарҙа (рус.)баш. йәйге ял графигы вуздарҙағы кеүек төҙөлә: тәүҙә сессия, һуңынан производство практикаһы һәм каникулдар. Производство практикаһы булмаған студенттар өсөн каникулдар, ғәҙәттә, имтихандарҙан һуң, июнь урталарында — июнь һуңында башлана. Производство практикаһында булған студенттар июль һуңында — август башында ялға китә[11].

Каникулдар расписаниеһын деканатта, белем биреү ойошмаһының сайтында йәки шәхси кабинетта белергә була.

Башҡа илдәрҙә

Төрлө илдәр мәктәптәрендә каникулдар осоро айырыла. Германияла уҡыу йылы ғәҙәттә 24 август-15 сентябрь арауығында башлана[7]. Ҡышҡы каникулдар ғинуар һуңында һәм февралдәге күсеп йөрөгән датаға тиклем. Көҙөн мәктәп уҡыусылары октябрь һуңында, ғәҙәттә, ике аҙна ял итә. Раштыуа каникулдары 20-23 декабрҙә башлана һәм 3-11 ғинуарҙа тамамлана.

Финляндияла йәйге каникулдар ғәҙәттә 1 июндән август уртаһына тиклем дауам итә. Раштыуа каникулдары — 22 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем. Пасха каникулдарына уҡыусылар март һуңында йәиһә апрель башында сыға[12].

АҠШ-та каникул даталары штат, мәктәп округы, уҡыу йорто һәм уҡыусыларҙың йәшенә ҡарап айырыла. Көҙөн уҡыусылар сентябрҙә йәки октябрҙә, ҡышын — февралдә йәки мартта, яҙын — мартта йәки апрелдә, йәйен — июнь һуңынан август һуңына тиклем каникулда була[13].

Ҡытайҙа уҡыу йылы ике семестрға бүленә, шуға күрә ҡышҡы һәм йәйге каникулдар ғына бар. Йәйге — июль-августа, ҡышҡы — ғинуар уртаһынан февраль уртаһына тиклем.

Японияла уҡыу йылы апрелдең икенсе аҙгаһынан башална. Йәйге каникулдар — июль һуңынан авгусҡа тиклем, ҡышҡы — декабрь һуңынан ғинуарҙың беренсе аҙнаһына тиклем, яҙғы — март уртаһында.

Филиппиндарҙа каникул даталарын Мәғариф министрлығы билдәләй. Уҡыу йылы августа башлана һәм июндә тамамлана. Яҙғыһын уҡыусылар апрелдә бер аҙна ял итә. Раштыуа каникулдары, ғәҙәттә, 24 декабрҙә башлана һәм 6 ғинуарҙан һуң беренсе дүшәмбелә тамамалана. Мәктәп директорҙары үҙҙәре уҡыу йылы барышында өс көн ял өҫтәй ала[14].

Көньяҡ Африка Республикаһында уҡыу йылы ғинуар уртаһында башлана һәм дүрт сиреккә бүленә: ғинуар-март, апрель-июнь, июль-сентябрь һәм октябрь-декабрь башы. Декабрҙә йәйге каникулдар башлана, ул киләһе уҡыу йылына тиклем ай ярым дауам итә.

Танзанияла яңы уҡыу йылы яңы йыл байрамдарынан һуң башлана. Иң оҙон «йәйге» каникулдар декабргә тура килә. Киләһе каникулдар изге Рамаҙн айында була. Уҡыусылар июлдә бер ай ял итә[15].

undefined

Мәктәп каникулдары графигы

рәсәйҙең һәр белем биреү учреждениеһы, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы (рус.)баш. күрһәтмәләренән сығып, каникулдар датаһын үҙ аллы билдәләй.

Күрһәтмәләргә ярашлы, сирекле белем биреү системаһына 2025/2026 уҡыу йылындатүбәндәге каникул даталары ҡаралған[16]:

  • көҙгө — 25 октябрҙән 2 ноябргә тиклем;
  • ҡышҡы — 31 декабрҙән 11 ғинуарға тиклем;
  • яҙғы — 28 марттан 5 апрелгә тиклем;
  • йәйге — 27 майҙан 31 авгусҡа тиклем.

Беренсе синыф уҡыусыларына өсөнсө сиректә өҫтәмә өс көн — 16-22 февраль — ял бирергә ҡушыла.

Ҡс сирекле системалы уҡыу йылы өс тигеҙ өлөшкә, уларҙың һәр ҡайһыһы ике бер төрлө оҙайлыҡтағы модулгә бүленә. Уҡыусылар биш аҙна уҡый, һуңынан бер аҙнаға каникулға сыға.

Өс сирекле система өсөн Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы каникулға түбәндәге даталарҙы билдәләй[16]:

  • беренсе — 4-12 октябрь;
  • икенсе — 15-23 ноябрь;
  • өсөнсө — 31 декабрҙән 11 ғинуарға тиклем;
  • дүртенсе — 21 февралдән 1 мартҡа тиклем;
  • бишенсе — 28 марттан 4 апрелгә тиклем.

Каникулдарҙан тыш, дәүләт байрамдары ваҡытында — Халыҡтар берҙәмлеге көнө[убрать шаблон], Ватанды һаҡлаусылар көнө, Еңеү көнө һәм башҡа даталар — өҫтәмә ял көндәре ҡаралған.

Мәҙәниәттә сағылышы

Кинематографта

  • «Добро пожаловать или Посторонним вход воспрещён» (1964)
  • «Каникулы Бонифация» (1965)
  • «Сто дней после детства» (1975)
  • «Каникулы в Простоквашино» (1980)
  • «Каникулы Петрова и Васечкина обыкновенные и невероятные» (1984)
  • «Королевство полной луны» (2012)
  • «Camp Rock: Музыкальные каникулы» (2008)

Әҙәбиәттә

  • Николай Носов «Шурик у дедушки» (1956)
  • Юрий Нагибин «Эхо» (1960)
  • Рене Госсини Жак-Жак Сампе «Каникулы малыша Николя» (1962)
  • Анатолий Алексин «В Стране Вечных Каникул» (1966)
  • Любовь Воронкова «Гуси-лебеди» (1966)
  • Евгений Носов «Варька» (1967)
  • Владислав Крапивин «Бегство рогатых викингов» (1975)
  • Анатолий Гладилин «Секрет Жени Сидорова» (1975)
  • Юз Алешковский «Кыш и я в Крыму» (1975)
  • Сильвия Труу «Месяц как взрослая» (1978)
  • Евгений Велтистов «Миллион и один день каникул» (1979)
  • Кир Булычёв «Гостья из будущего. Каникулы в космосе или планета Пять-Четыре» (1986)
  • Анатолий Рыбаков «Каникулы Кроша» (1998)
  • Тамара Михеева «Асино лето» (2008)
  • Наринэ Абгарян «Манюня пишет фантастичЫскЫй роман» (2011)
  • Давид Гроссман «С кем бы побегать» (2011)
  • Тинатин Мжаванадзе «Лето бабушка и я» (2022)[17]
  • Наталья Евдокимова «Лето пахнет солью» (2023)
  • Ольга Бочкова «Правдивые истории из жизни Никиты» (2024)

Иҫкәрмәләр

  1. Holberg J. B. Sirius: Brightest Diamond in the Night Sky. — Chichester, UK: Praxis Publishing, 2007. — P. 22. — ISBN 0-387-48941-X.
  2. Каникула. Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2025.
  3. Вакация // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882. — Т. 1. — С. 163.
  4. Зигель Ф. Ю. Сокровищница звёздного неба — путеводитель по созвездиям и Луне / Под ред. Г. С. Куликова. — 5-е изд. — М.: Наука, 1986. — С. 126.
  5. Каникула // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882. — Т. 2. — С. 84.
  6. Воронцова, Ю. Школы в дореволюционной России: гимназия, реальное училище, земское училище… sibmama.ru (25 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2025.
  7. 1 2 Борта, Юлия Школа выживания. Какие каникулы есть у учеников разных стран. AiF. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2025.
  8. 1 2 Бурт, В. «Девочки могли отвлекать мальчиков от учебы, но об этом не говорили». Как начинали учебный год при царе и в СССР. Мослента (27 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2025.
  9. Об Уставе средней общеобразовательной школы (не действует на территории РФ 22.07.16 на основании постановления Правительства Российской Федерации от 11.07.2016 N 656) от 08 сентября 1970. docs.cntd.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2025.
  10. Федеральный закон "Об образовании в Российской Федерации" от 29.12.2012 N 273-ФЗ. КонсультантПлюс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2025.
  11. 1 2 Платят ли стипендию студентам во время летних каникул. Банки.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2025.
  12. Школьные каникулы и отпуск учителей в разных странах. Repit Блог (4 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2025.
  13. School Holidays in the US 2024-2025 (ингл.). www.tutorchase.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2025.
  14. Каникулы в филиппинских школах. TravelAsk. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2025.
  15. Как работает система образования в Танзании? Forbes.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2025.
  16. 1 2 График школьных каникул в 2025/26 учебном году. Известия (19 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2025.
  17. Книги о лете и о летних каникулах рекомендуемые для чтения детям и подросткам. VK. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2025.

Әҙәбиәт

  • Барканов С. В. Социальные и педагогические условия развития системы каникулярного отдыха и оздоровления детей: Дис. … канд. пед. наук (13.00.02). — Кострома: КГПУ им. Некрасова, 2004. — 247 с.
  • Logo-bie.svgИшимова А. И. Каникулы 1844 года, или Поездка в Москву / Соч. Александры Ишимовой.. — Санкт-Петербург: тип. Имп. Акад. наук, 1846.
  • Кижаева Д. В. Школьные каникулы в сети или онлайн лагерь как альтернатива классической смене детского отдыха и оздоровления // Аспирант. — 2021. — № 2. — С. 87—89.
  • Мирон Н. И. Лаконично о студенческих каникулах // Мир науки, культуры, образования. — 2015. — № 1 (50).
  • Платонова Р. И., Иванова Я. Н., Михина Г. Б. На пути к новой модели организации школьных каникул // Азимут научных исследований: педагогика и психология. — 2020. — № 1 (30).
  • Циркуляры и приказы Министерства народного просвещения Российской империи. — М., 1878.
  • Шмаков С. А. Летний лагерь: вчера и сегодня. Методическое пособие. — Липецк: ИГ «Инфол», 2002. — 384 с.

Категориялар