Уҡыу йылы
Төшөнсәһе
«Уҡыу йылы» төшөнсәһе бер йылға иҫәпләнгән уҡыу процесы циклы булараҡ билдәләнә.
Уҡыу йылын уҡыу эшмәкәрлеге тура килгән календарь йылдары номерҙары менән билдәләү ҡабул ителгән. Мәҫәлән, «2025/2026 йылғы уҡыу йылы»[2].
Уҡыу йылының оҙайлығы
Уҡыу йылының башы һәм тамамланыуы донъяның төрлө илдәрендә төрлөсә. Был осор ил ҡануниәтендә нығытылған. Дәрестәрҙең башланған һәм тамамланған көнөн йыш ҡына уҡыу йорто үҙаллы билдәләргә хоҡуҡлы[3].
Европа дәүләттәрендә уҡыу процесы август-сентябрь айҙарында башлана һәм май — июнь айҙарында тамамлана. Мәҫәлән, август уртаһында Дания, Финляндия, Швецияла, сентябрҙең беренсе яртыһында Австрия, Франция, Испания, Италияла мәктәптәр эшләй башлай. Германияла Һәм Швейцарияла, төбәккә ҡарап, уҡыу йылы август уртаһында ла, сентябрь аҙағында ла башланыуы мөмкин[3][4].
АҠШ-та Һәм Канадала берҙәм стандарт юҡ. Даталарҙы штат/провинция ҡануниәте билдәләй, әммә уҡыу йорттарында дәрестәр көҙ башында башлана һәм йәй башында тамамлана[3].
Ҡайһы бер латин америкаһы илдәрендә беренсе уҡыу көнө февраль башына тура килә (Аргентина, Бразилия, Коста-Рика). Чилиҙа уҡыу йылы 1 мартта, Ә Кубала һәм мексикала сентябрь башында башлана.
Австралияла һәм Яңы Зеландияла балалар ғинуар аҙағында — февралдә уҡый башлай[3].
Африка дәүләттәрендә уҡыу календары төрлөсә. Мәҫәлән, КАР һәм Танзанияла уҡыу йылы ғинуарҙа, Суданда мартта, Алжирҙа, Туниста, Мысырҙа, Мароккола, Эфиопияла, Сомалиҙа, Нигерияла сентябрҙә башлана.
Азияла ла берҙәмлек юҡ. Мәҫәлән, 1 сентябрҙә уҡыу процесы Ҡытайҙа, Монголияла, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Тажикстанда, Төркмәнстанда, 2 ғинуарҙа — Сингапурҙа, марттың тәүге көндәрендә — Көньяҡ Кореяла, 1 апрелдә — КНДР — ҙа, ә майҙа — Таиландта, июндә — Филиппинда, июлдә — Һиндостанда һәм Непалда һ.б. башлана[3].
.
Рәсәйҙә
Уҡыу йылы дауамында мәктәптең бер класында, юғары йәки урта махсус уҡыу йортоноң бер курсында уҡыу дауам итә.
Рәсәйҙә көндөҙгө уҡыу формаһы буйынса уҡыу йылы 1 сентябрҙә башлана, ул «Белем көнө» тип атала. Әммә белем биреү учреждениеһы ҡарары буйынса уҡыу йылы башын күсерергә мөмкин, тик был срок ике айҙан артмаҫҡа тейеш[5].
Көндөҙгө-ситтән тороп һәм ситтән тороп уҡыу формалары буйынса уҡыу йылының башланыуын белем биреү ойошмаһы билдәләй.
Уҡыу йылы белем биреү учреждениеһы раҫлаған уҡыу планына ярашлы тамамлана[1]. Мәктәптең сығарылыш кластарында уҡыу процесы йомғаҡлау аттестацияһы менән тамамлана[6].
Белем биреү циклы
Мәктәптәрҙә
«Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»за законына ярашлы[7] мәктәптәр белем биреү циклдарын — сирек, триместр йәки биместр буйынса уҡытыуҙы үҙ аллы билдәләй ала[8]. Уҡыу йылын бүлеүҙең ошондай уҡ ысулдары донъяның башҡа илдәрендә лә бар[8]
Сиректәр
Сирек системаһы уҡыу йылын дүрт өлөшкә бүлә[9]:
- беренсе сирек сентябрҙән октябрь аҙағына тиклем;
- икенсе сирек ноябрҙән декабрь аҙағына тиклем;
- өсөнсө сирек ғинуарҙан март аҙағына тиклем;
- дүртенсе сирек апрелдән май аҙағына тиклем.
Сирек уҡыу системаһында уҡыусылар йылына дүрт тапҡыр каникулға китә[8].
Триместрҙар
Триместр (модуль) системаһында уҡыу йылы «5 + 1» принцибы буйынса модулдәргә бүленә: биш уҡыу аҙнаһынан һуң каникул аҙнаһы килә[9].
Каникулдар
Уҡыу йылына процессына, уҡыуҙан буш осор — каникулдар ҙа инә[2].
Каникулдар оҙайлығы белем биреү стандарты менән көйләнә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Вопрос: Что такое календарный год, что такое учебный год? Корректно ли говорить о "полугодиях" учебного года применительно к временным периодам с сентября по декабрь и с января по август и издавать приказы о выплате стипендий учащимся в соответствии с указанными временными рамками? (ответ службы Правового консалтинга ГАРАНТ, декабрь 2013 г.). base.garant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 Сфера образования — документация. docs.istina.msu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 5 По школьному календарю: когда начинается учебный год в разных странах (билдәһеҙ). Forbes.ru (3 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2025.
- ↑ Как устроен учебный год в разных странах мира: где-то начинается в январе, а где-то летние каникулы – всего месяц (31 август 2022). 19 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Учебный год начинается 1 сентября \ 2025-2024-2023 год \ Акты, образцы, формы, договоры \ КонсультантПлюс. www.consultant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2025.
- ↑ Статья 59. Итоговая аттестация \ КонсультантПлюс (билдәһеҙ). www.consultant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2025.
- ↑ Статья 28. Компетенция, права, обязанности и ответственность образовательной организации \ КонсультантПлюс (билдәһеҙ). www.consultant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 Ирина Кочковая. Триместры, четверти, модули, биместры в школе. В чем различие? (5 август 2022). 19 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Школьные каникулы 2025/2026. Расписание по четвертям и триместрам (18 август 2025). 14 сентябрь 2025 тикшерелгән.