Белем көнө
Белем көнө, 1 сентябрь, Беренсе ҡыңғырау (рус. Де́нь зна́ний, 1 сентября, Первый звонок) — дәүләт байрамы, СССР-ҙа 1984 йылдан СССР Юғары Советы Президиумының 1984 йылдың 15 июнендәге № 373-11 «1 сентябрҙе халыҡ байрамы — Белем көнө тип иғлан итеү тураһында» Указы менән индерелә[1]. Шулай уҡ был көн ҡайһы бер башҡа элекке союздаш дәүләттәрҙә лә рәсми көн булып һанала, атап әйткәндә, Рәсәйҙә, Украинала һәм Белоруссияла[2]. Эш көнө. Әгәр 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килһә, тантаналы линейкалар 2 сентябрҙә үтә — был тик ҡәҙимге йыл шишәмбенән башланғанда йәки кәбисә йыл дүшәмбенән башланғанда ғына була.
1 сентябрь — Рәсәй уҡыусыларының, студенттарының, уҡытыусылары һәм профессорҙарының күбеһе өсөн яңы уҡыу йылының башы.
Был көндө мәктәптәрҙә тантаналы линейкалар, класс сәғәттәре, белем, тыныслыҡ, именлек йә батырлыҡ дәрестәре үтә.
Тарихы
Рәсәйҙә элек барлыҡ уҡыу йорттары ла уҡыу йылын 1 сентябрҙә башламаған. Мәҫәлән, Пётр I дәүерендә ҡайһы бер мәктәптәрҙә уҡыу август аҙағында, сентябрь уртаһында йәки октябрҙә башланған, ә ауылдағы мәктәптәр 1 декабрҙән эшләй башлаған[3]. В. И. Даль үҙенең «Рус халҡының ышаныуҙары, ырымдары һәм күңел торошо хаҡында» әҫәренең «Һынамыштар» бүлегендә яҙғанса, Наум пәйғәмбәр (рус.)баш. иҫкә алынған көндә балаларҙы мәктәпкә биргәндәр, «шулай иткәндә улар аҡыллыраҡ була» тип иҫәпләгәндәр[4].
Хатта СССР-ҙа ла 1930 йылдар уртаһынаса уҡыу йылы башланыуы өсөн аныҡ көн булмаған. СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1930 йылдың 14 авгусындағы ҡарары буйынса бары тик «8-10 йәшлек бөтә балалар ҙа көҙ мәктәпкә алынырға тейеш» тип билдәләнгән[3].
Беренсе донъя һуғышы башланғандан һуң йәш социалистар бөтә илдәрҙә һуғышҡа ҡаршы акциялар һәм мәктәптәрҙә тыныслыҡ дәрестәре үткәреү өсөн йыл һайын Халыҡ-ара үҫмерҙәр көнөн (МЮД) үткәреү инициативаһы менән сығыш яһай. Халыҡ-ара үҫмерҙәр көнөн үткәреү датаһы, Йәштәр Коминтерны тәҡдиме буйынса, 1932 йылдан 1 сентябрь була. Ә инде 1935 йылдың 3 сентябрендә Халыҡ Комиссарҙары Советы һәм ВКП(Б) Үҙәк Комитеты ҡарары менән СССР-ҙың бөтә мәктәптәрендә 1 сентябрҙән уҡыу дәрестәренең берҙәм башланыуы индерелә, ә тамамланыу айырыла: беренсе өс класта — 1 июндә, 4—7 кластарҙа — 10 июндә һәм 8—10 кластарҙа — 20 июндә[5][3]. 1939 йылдың 1 сентябрендә Гитлер Германияһы Икенсе донъя һуғышын башлай, һәм был датаның һуғышҡа ҡаршы әһәмиәте көсәйә.
Рәсми рәүештә «Белем көнө» СССР Юғары Советы Президиумының 1984 йылдың 15 июнендәге «1 сентябрҙе бөтә халыҡ байрамы — Белем көнө тип иғлан итеү тураһында» Указы менән булдырыла, Указ СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 1 октябрендәге 3018-се «Байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында» Указын яңы байрам көнө менән тулыландыра[1].
Традициялар
1 сентябрҙә уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре уҡытыусыларға сәскәләр бүләк итә, уҡыу йылы башланыуы менән тәбрик итә.
Дәүләттең юғары вазифалы кешеләре йола буйынса уҡытыусыларҙы һәм студенттарҙы Белем көнө менән ҡотлай. Тантанаға район хакимиәттәре, ҡала һәм ил етәкселәре бара[6].
1984 йылға тиклем 1 сентябрҙә тантаналы йыйылыш үткәрелде, унан һуң — Тыныслыҡ дәресе[6], артабан дәрестәр теҙмәһе буйынса башҡа дәрестәр, йәғни тулы уҡыу көнө (5-6 дәрес) була. 1984 йылдан башлап мәктәптәрҙә 1 сентябрҙә дәрестәр үткәрелмәй, тик тантаналы йыйылыштар (мәктәп уҡыусылары кластар буйынса теҙелгән саҡта) һәм башҡа байрам саралары ғына үткәрелә. Йыйылыштарҙа беренсе класс уҡыусыларына айырым иғтибар бирелә. 2017 йылдың 1 сентябренән бөтә кластарҙа ла «Рәсәй, киләсәккә ҡарап» тигән асыҡ дәрес ойошторола.
Ҡағиҙә булараҡ, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында йыйылыштар үткәрелмәй (беренсе курс студенттары өсөн тантаналы йыйылыш уҙа, әммә өлкән курс студенттары өсөн уҡыу көнө ғәҙәти була).
2014 йылда Мәскәү мәктәптәренең береһендә «Вера» фонды ярҙамында «Сәскәләр урынына балалар» акцияһы үткәрелә, акцияға ярашлы, Белем көнөндә уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре уҡытыусыларға ҡиммәтле сәскәләр һатып алмай, ә ҡаты ауырыған балаларға ярҙам итеү өсөн үҙҙәренең мөмкинлегенән сығып аҡса бирә. Был акцияға йыл һайын Рәсәйҙә белем биреү учреждениеларының яңылары ҡушыла[7][8].
Белем көнө сәнғәттә
СССР-ҙа Белем көнөнә почта маркалары сығарылмаһа ла, был байрамға арналған художестволы маркалы конверттар (ХМК) (рус.)баш. күп тапҡыр баҫтырыла.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Указ Президиума ВС СССР от 15.06.1984 N 373-XI "Об объявлении 1 сентября всенародным праздником - Днем знаний"=. КонсультантПлюс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2026).
- ↑ День Знаний. Гродненский государственный медицинский университет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 День знаний в России: история праздника. РИА Новости (1 сентябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2026).
- ↑ Полное собрание сочинений Владимира Даля (Казака Луганского). — СПб., М.: Издание товарищества М. О. Вольф, 1898. — Т. 10. — С. 385. (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2026)
- ↑ Об организации учебной работы и внутреннем распорядке в начальной, неполной средней и средней школе. Постановление Совета Народных Комиссаров СССР и Центрального Комитета ВКП(б) // Под знаменем Ленина : газета. — Первоуральск, 1935. — 9 сентября (№ 204 (1160)). — С. 2. (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2026)
- ↑ 1 2 Анастасия Анушевская. Откуда пошла традиция праздновать День знаний 1 сентября? Аргументы и факты (1 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ Дети вместо цветов. Благотворительный фонд помощи хосписам «Вера». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ Воспитанники Екатеринбургского СВУ впервые приняли участие в акции «Дети вместо цветов». Министерство Обороны Российской Федерации (1 сентябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.