Карасёв Александр Николаевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 1902
Вафат булған көнө 29 июнь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Һөнәр төрө тарихсы, археолог

Карасев Александр Николаевич (19021972) — совет тарихсыһы һәм археологы, Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйының антик археологияһы буйынса белгес.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карасев Александр Николаевич 1902 йылда Санкт-Петербургта.

1920 йылда урта белем алғас, ирекмән булып Балтик флотына хеҙмәт итергә китә. Армияла хеҙмәт иткәндә Фототехника институтына (хәҙерге Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение институты) командировкаға ебәрелә,артабан юғары мәктәпкә лётчик-күҙәтеүселәр мәктәбенә күсә, ә 1923 йылда Граждандар инженерҙары институтына уҡырға керә. 1925 йылда, саҡырыу буйынса хеҙмәттә булып, Ленинград дәүләт университетының археология бүлегенә уҡырга инә. Уны Б. В. Фармаковский һәм Н. Б. Бакланов кеүек билдәле уҡытыусылар уҡыта.[1]

1928 йылда Александр Николаевич Дәүләт матди мәҙәниәт академияһына (ГАИМК) практикант булып эшкә керә, һәм ғүмеренең һүңғы көнөнә тиклем матди мәҙәният тарихы институтында (ИИМК) һәм СССР академияһының Тарих һәм археология институтының Ленинград бүлегендә (СССР Фәндәр академияһы ЛОИА) эшләүен дауым итә.

1925 йылда уҡ ул археологик экспедицияларҙа ялан -ҡаҙыу эштәрен башлай, ул ваҡытта билдәле Херсонес ҡаҙыу эштәрендә ҡатнаша. 1926 йылдан Ольвия тикшеренеүсеһе була. Ольвия, Тавро-скиф һәм Чайкино, шулай уҡ Таман, Керченск, Черкес-Керменск, Фәрхәд, Никопольск һәм Иске Ладога экспедицияларында ла ҡатнаша.[1]

1935 йылда А. Н. Карасев археолог Леви Елена Ивановнаға (1903-1996) өйләнә, 1939 йылда уларҙың улдары Виктор тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Александр Николаевич Ленинградта блокала була. Ғаиләһе менән Ҡазанға һәм артабанТашкентҡа саҡырыла. Һуғыш тамамланғандан һуң Ленинградҡа әйләнеп ҡайта. Бер нисә фәнни хеҙмәт авторы.

Бер быуын ялан-ҡыҙыу эштәре экспедицияларында ҡатнашыусылар уның экспедицияларында тәрбиәләнә.[1]

Карасев Александр Николаевич 1972 йылдың 29 июнендә вафат була.

Россия Фәндәр академияһының Санкт-Петербург филиалы архивында А. Н. Карасёвҡа арналған документтар һаҡлана.[2]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]