Карнаухова-Хәсәнова Эльмира Рәмил ҡыҙы
Карнаухова-Хәсәнова Эльмира Рәмил ҡыҙы (рус. Эльми́ра Рами́левна Карнау́хова; 1985 йылдың 10 июле, Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй шахматсыһы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында гроссмейстер (2007), Башҡортостандан шахмат буйынса икенсе гроссмейстер (беренсеһе — Денис Хисмәтуллин)[1][2].
Биографияһы
Эльмира Рәмил ҡыҙы Карнаухова (Хәсәнова) 1985 йылдың 10 июлендә Баймаҡ ҡалаһында тыуған. 4,5 йәшлек сағында шахмат уйнай башлай. Ҡыҙының һәләтен үҫтереүгә әсәһе бар яҡлап ярҙам итә.
Спорт карьераһы
9 йәшендә тәүге ҙур уңыш ҡаҙана: Төмәндә үткән шахмат буйынса Урал беренселегендә еңеүсе була;
Күп тапҡырҙар Өфө ҡалаһы һәм Башҡортостан Республикаһы чемпионы;
Бөтөн шахмат регалияларын яулай: ФИДЕ мастеры, Рәсәйҙең спорт мастеры, халыҡ-ара мастер (2001), халыҡ-ара гроссмейстер (2008)[3];
VI Бөтә Донъя балалар шахмат олимпиадаһы чемпионы (1998; Истанбул);
Европа чемпионаттарының бронза призеры (1999, 2000, 2003);
20 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионы (2002) һ. б.;
1999 йылда Испанияла донъя чемпионатында вице-чемпион Эльмира Карнаухова үҙенең барлыҡ дәғүәселәрен еңеп, 11 мөмкинлектән 8,5 мәрәй йыйып Ҡытайҙың иң көслө шахматсыһы Се Жунды еңә;
Шулай уҡ ул 2005 йылда Венгрияла «Еlekes Memorial» Халыҡ-ара турнирында халыҡ-ара класлы мастерлыҡтың икенсе ирҙәр балын йыя;
Студенткалар араһында Шахмат буйынса III Бөтә Рәсәй йәйге Универсиадаһы еңеүсеһе (Өфө, 2012)е;
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса Рәсәй кубогының III этабы еңеүсеһе (Һатҡы ҡалаһы, 2012)[4];
Өфө ҡалаһында һәм Башҡортостан Республикаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса беренсе һәм берҙән-бер халыҡ-ара гроссмейстер;
Халыҡ-ара белгестәр фекеренсә, Эльмира универсаль стилгә, яҡшы тактик күреүгә, һоҡланғыс спортсы сифаттарына эйә.
Ғаиләһе
Атаһы — Рәмил[5]. Тормошто. Ире — Олег Карнаухов.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- 2001 йыл — Ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса халыҡ-ара мастер.
- 2002 йыл — Рәсәйҙең спорт мастеры.
- 2008 йыл — Ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса халыҡ-ара гроссмейстер.
Белеме
- Өфө дәүләт нефть техник университетында (УГНТУ), инженер-программист һөнәрен ала.
Ҡыҙыҡһыныуҙары
- Ҙур теннис
- Экстремаль спорт төрҙәре
- Автомобилдәр
- Сәйәхәт итеү
Иҫкәрмәләр
- ↑ Профиль шахматиста — Карнаухова Эльмира Рамильевна | Рейтинг ФШР. ratings.ruchess.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2025.
- ↑ YottaBase - Free Chess Games of Karnaukhova, Elmira (ингл.). YottaChess. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2025.
- ↑ FIDE Title Awards from 4th quarter Presidential Board 2007. Liquipedia Chess. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 декабрь 2025.
- ↑ Karnaukhova, Elmira. FIDE. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 декабрь 2025.
- ↑ Эльмира Карнаухова (Хасанова). ChessBase. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 декабрь 2025.
Һылтанмалар
- Интервью с Эльмирой Карнауховой — победительницей 3 Этапа Кубка России по шахматам , 29.09.2012 2013 йылдың 27 декабрь көнөндә архивланған.
- Шахматная корона Эльмире к лицу 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- В Уфе состоялась городская интеллиада 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- Любители против метров(недоступная ссылка)
- Уикенд на черно-белом поле 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- Профиль шахматиста