Кесерткән турғайы
Кесерткән турғайы (рус. Крапи́вник[1] йәки подкоренник)[2], (лат. Troglodytes troglodytes) — кесерткән турғайҙары ғаиләһенә ҡараған берҙән-бер бәләкәй ҡош. Америкала, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала осрай. Ҡыҫҡа ҡойроғо күтәрелгән йомшаҡ мамыҡ шарға оҡшаған. Ҡош бик хәрәкәтсән, бейек ергә ултырып, ғәҙәттән тыш көслө тауыш менән, бик һоҡланғыс, тиҙ һыҙғырыуҙарҙан торған үҙенсәлекле, ҡабалан йыр башҡарып, ата заттар үҙҙәренең биләмәһен биләй.
Башҡортостандың, Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Фәнни атамаһының тарихы
1555 йылда немец натуралисы Конрад Геснер биш томлыҡ Historiae animalium китабында кесерткән турғайын тасуирлап, уға Passer troglodyte исемен бирә. Зоологик әҙәбиәттә был турғай фәнни биологик системаларға нигеҙ һалыусы Карл Линней тарафынан 1758 йылда уның «Тәбиғәт системаһы» хеҙмәтенең унынсы баҫмаһында тәүге тапҡыр тасуирлана. Линней Конрадтың хеҙмәтенә һылтанма яһай, әммә ҡошҡа Motacilla troglodytes исемен биргән. Фәнни атамаһы, Troglodytes troglodytes, боронғо грек τρωγλοδύτης һүҙенән килеп сыҡҡан. Ул һүҙмә-һүҙ «мәмерйәлә йәшәүсе» тигәнде аңлата. Хәҙерге заманда троглодиттарҙы — мәмерйәлә йәшәгән тарихҡа тиклемге кешеләрҙе шулай тип йөрөтәләр. Был исем ҡошҡа үҙенсәлекле оя яһау ысулы — мәмерйәне хәтерләткән ҡалын стеналы шар формаһындағы ояһына ҡарап бирелгән, күрәһең. Боронғо гректар ҡоштоң үҙен τροχίλος (ҡайһы берҙә τροχῖλος йәки τροχεῖλος) тип атаған.
Ҡылыҡһырлама
Турғайҙан байтаҡ бәләкәй. Ҡуйы үлән йәки ҡыуаҡ япраҡтары араһында пырхылдап осоп йөрөй. Һырты ҡара арҡыры һыҙыҡтар менән сыбарланған ерәнһыу ҡуңыр, кәүҙәһенең аҫ яғы көрән арҡыры һыҙыҡлы һарғылт һоро. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел.
Бик хәрәкәтсән, етеҙ. Һирәк осрай.
Тауышы
Тереклек итеүе
Оялауы
Аҫты йәш үҫентеле йәки бейек үләнле урмандарҙа йәшәй. Ерҙә йәки ҡыуаҡтар араһында оялай.
Туҡланыуы
Ваҡ бөжәктәр менән туҡлана: сиңерткәләр, ҡаты ҡанатлы ҡуңыҙҙар, уларҙың ҡурсаҡтары, асалығойроҡтар, үрмәкселәр, ҡырҡаяҡтар, ҡусҡарҙар, тигеҙаяҡлылар. Көҙ көнө ылымыҡтар, көртмәле, мәрүәр емештәре менән дә туҡлана.
Үрсеүе
Инә ҡош алһыу һәм күкһел таптар менән сыбарланған 5 — 7 бөртөк алһыу аҡ йомортҡа һала, үҙе генә баҫа. Ата ҡош бер нисә инә ҡош менән йәшәй.
Әҙәбиәт
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө,1986 йыл. ИБ 3478 28.693.35 И 90
Иҫкәрмәләр
- ↑ Коблик Е. А., Редькин Я. А., Архипов В. Ю. Список птиц Российской Федерации. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2006. — 256 с. ISBN 5-87317-263-3
- ↑ Крапивник, или подкоренник (Troglodytes troglodytes). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2011. Архивировано 2 ноябрь 2012 года.
Һылтанмалар
- Позвоночные животные России: Крапивник 2021 йылдың 23 июль көнөндә архивланған. (рус.)
- Ареал гнездования крапивника в Северной Америке. Карта BBS ( (инг.)Breeding Bird Survey) 2012 йылдың 30 май көнөндә архивланған.
- Места зимовок крапивника в Северной Америке. Карта CBC ( (инг.)Christmas Bird Count) 2013 йылдың 18 декабрь көнөндә архивланған.
- Крапивник в Красной книге Бурятии 2007 йылдың 30 сентябрь көнөндә архивланған. (рус.)
- Winter wren Troglodytes troglodytes. Identification Tips
- Крапивник на сайте Мир птиц Казахстана 2007 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған. (рус.)
- Пение крапивника (аудиофайл)
- Территориальные условия воспроизводства крапивника (инг.)
- Командорский крапивник Troglodytes troglodytes pallescens (Ridgway, 1883)
- Распространение подвидов в Европе, Азии и Северной Африке 2007 йылдың 19 август көнөндә архивланған. (рус.)
- Классификация крапивника 2007 йылдың 29 сентябрь көнөндә архивланған. (рус.)
- Крапивник и День Святого Стефана (рус.)
- ↑ Gesner C. Historiae animalium liber III qui est de auium natura. Adiecti sunt ab initio indices alphabetici decem super nominibus auium in totidem linguis diuersis: & ante illos enumeratio auium eo ordiné quo in hoc volumine continentur. — P. 625—627.
- ↑ Linnaeus C. Systema naturae per regna tria naturae, secundum classes, ordines, genera, species, cum characteribus, differentiis, synonymis, locis. — Editio decima, reformata. — Stockholm: Holmiae. (Laurentii Salvii), 1758. — Vol. 1. — P. 188. — 824 p. (лат.)
- ↑ Jobling J. A. The Helm Dictionary of Scientific Bird Names. — London: A&C Black Publishers Ltd, 2010. — P. 391. — 432 p. — ISBN 978-1-4081-2501-4.