Кинйәбулатов Хәйретдин Бәҙретдин улы

Кинйәбулатов Хәйретдин Бәҙретдин улы (04.03.1912-) — тарих фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының (СДПИ) тәүге ректоры (19501956), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан[1].

Биографияһы

Хәйретдин Бәҙретдин улы Кинйәбулатов 1912 йылдың 4 мартында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Мырҙалар улусы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Ташауыл ауылында тыуған.

Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә алған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан[2].

Өфө ҡалаһында К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем алған.

Тормош һәм хеҙмәт юлы

1953 йылда тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлаған[3].

19501956 йылдрҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тәүге ректоры булған.

Башҡортостанд Республикаһының Үҙәк дәүләт тарих архивында һәм Йәмәғәт ойошмаларының үҙәк дәүләт архивында тарихсы-ғалим Х. Б. Кинйәбулатовтың докторлыҡ диссертацияһы яҡлау маҡсатында йыйылған материалдары һаҡлана.

Хәйретдин Бәҙретдин улы Кинйәбулатовтың был архивында ғаилә ағзаларының һәм туғандарының фотографиялары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы яҙыусылары һәм шағирҙарының: Ғөбәй Дәүләтшин, Сәғит Агиш, Сәйфи Ҡудаш, Мостай Кәрим, Нәҡи Иҫәнбәттең, композитор Заһир Исмәғилевтың фотографиялары һаҡлана.

Ғилми хеҙмәттәре

Диссертацияһы
  • «Колхозное крестьянство Башкирии в годы Великой Отечественной войны» (1953)
вуз-ара йыйынтыҡтарҙа сыҡҡан мәҡәләләре
  • «Трудовой подъем колхозного крестьянства Башкирии в годы Великой Отечественной войны» (1957)
  • «Деятельность партийных организаций Башкирии по перестройке работы колхозов на военный лад» (1988)
  • «Осуществление аграрной политики КПСС в Башкирской АССР»

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Сығанаҡтар

  • Путеводители по российским архивам. Ф. 10127, 49 ед. хр., крайние даты: 1929—1996. Оп. 1
  • ЦАМО. Юбилейная картотека награждений, шкаф 25, ящик 4. Номер документа 84.

Әҙәбиәт