Кинйәкәй (йылға)

Кинйәкәй (рус. Кизникей - Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Учалы районы буйлап аға, хәҙер юҡҡа сыҡҡан Ҡансыра ауылы яғынан ағып килеп Бәләкәй Балбыҡ (ул да хәҙер юҡ) эргәһендә Уй йылғаһына, уң ярында тамағынан 438 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 19 км.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Тубыл йылғаһы, Уй йылғаһы инешенән тамағына тиклем, Уйылға йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500212111200000638
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111200063
  • Бассейн коды — 14.01.05.002
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Этимологияһы

Йылға 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе, тархан, мулла Бәпәнәй Төрөпбирҙиндең кинйә ҡыҙының исеменән бирелгән булған. Бәпәнәйҙе язалап үлтергәс, Кинйәкәй ауылы нигеҙенә тиклем яндырыла, хәҙер уның урынында Вознесенка ауылы. Йылғаның исеме иһә урыҫ телендә боҙолоп Кизнекей булып киткән [3].

Видеояҙмалар

Иҫкәрмәләр

  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. 1 2 РФ һыу реестры: Кизникей.
  3. Бепеня Трупбердин

Һылтанмалар