Үрге Туғыҙаҡ
Үрге Туғыҙаҡ — Рәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Туғыҙаҡ йылғаһының һул ярына тамағынан 131 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 98 км.
Тасуирламаһы
Үрге Туғыҙаҡ йылғаһы — далаларға хас йылға. Уның үҙәне бормаланып ята, ҡайһы берҙә ҡамыштар араһынан күренмәй ҙә ята.
Ярҙары ишелеүсән тоҡомдарҙан тора: балсыҡ, балсыҡлы-ҡомло тупраҡ. Урмандар юҡ, һирәк кенә талдар осрай. Йылғала быуалар һәм ятыуҙар күп.
Төбө ләмле. Йәй тәлмәрйен тәңкәһе баҫа, сөнки Үрге Туғыҙаҡ — яй, ағым тиҙлеге секундына 0,2–0,3 м.
Йылға киңлеге 3,5–4 метрға етә.
Варна районы биләмәһендә Үрге Туғыҙаҡ ҡеүәтләнә, киңәйә, сөнки ваҡ йылғалар һәм шишмәләр күпләп ҡоя[2]..
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Тубыл йылғаһы, Уй йылғаһы инешенән тамағына тиклем, Уйылға йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[3].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [3]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500212111200001246
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111200124
- Бассейн коды — 14.01.05.002
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 2
Этимологияһы
Күлдең атамаһы килеп сығышын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип аңлата:
По именованию кочевавшей по этим рекам родовой группы тогузак, или тугызак, известной как у башкир, так и казахов в составе табынцев. Тугызак — тюркское мужское имя (тугыз — «десять», -ак — именной аффикс) давалось родившемуся в семье девятым.
Фаунаһы
Үрге Туғыҙаҡ йылғаһы балыҡҡа бай: шамбы, суртан, сабаҡ, карп, ташбаш, ҡорман тереклек итә. Бигерәк тә утыпшы (батҡан ағас), соҡор, плотиналар булған урындарҙа балыҡ мул.
Һыу ҡоштарынан: өйрәктәр, ҡаҙҙар, торналар, селәндәр йәшәй.
Яр буйындағы әрәмәлектәрҙә ондатра, үрғуян, ҡарһаҡ төлкө, янут кеүек эт көн итә[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
- ↑ 1 2 Река Верхний Тогузак 2019 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 РФ һыу реестры: Үрге Тогызак.
- ↑ Шувалов Н.И. Тогузак// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
Һылтанмалар
- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йылдың 26 май көнөндә архивланған.
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
- Река Верхний Тогузак [2] 2019 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- Шувалов Н.И. Тогузак// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7