Клара Цеткин урамы (Ҡазан)

Клара Цеткин урамыҠазан ҡалаһының Киров районында урынлашҡан төп магистраль урам. Ул Аракчино, Иҫке Аракчино, Ҡыҙыл тау һәм башҡа ауылдарҙы (Аракчино шоссеһы һәм Боевая урамы аша) Ҙур Ҡазан түңәрәге менән тоташтыра. Урам Адмиралтейская слободаһының үҙәге булып тора.

Урынлашыуы

Клара Цеткин урамы Несмелов урамы менән киҫешкән урында башлана (Көньяҡ ҡала тимер юлының Ҡазан бүлеге күперенең аҫтында), Ураҡ һәм Сүкеш, Ҡыҙыл Армия, Урицкий, Адмиралтейская урамдары аша үтә һәм Боевая урамына күсә. Клара Цеткин урамының машиналар йөрөгән юлы дүрт һыҙатлы (ике йүнәлештә лә ике һыҙатлы).

Исеменең килеп сығышы

Ҡала урамдарының исемдәр реестрына ярашлы[2], урам 1927 йылдың 2 ноябрендә немец сәйәсмәне, немец һәм халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт эшмәкәре, Германия коммунистик партияһының нигеҙ һалыусыларҙың береһе, ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары өсөн көрәш активисы Клара Цеткин хөрмәтенә аталған.

2005 йылда Ҡазанда коммунистик осор менән бәйле урам исемдәренә тарихи йәки яңы исемдәр биреү башлана. Шул иҫәптән, Клара Цеткин урамы «Бишбалта» урамы (рус. Пять Топоров) тип үҙгәртелә. Әммә, халыҡ протесттары арҡаһында, бер аҙ ваҡыттан һуң урамға кире Клара Цеткин исеме бирелә[3][4][5].

Тарих

Борон урам Мәскәүский (Мәскәү тракты) тип аталған һәм Дальнее Устье пароход туҡталҡаларына йүнәлгән. Урам элеккесә Киров дамбаһынан алып Адмиралтейская слобода урамы киҫелешенә тиклем һуҙылған. Артабан юл Ҡазанка йылғаһының иҫке үҙәне буйлап Волга йылғаһына табан һуҙылған. Был урамда Романовтың пар тирмәне, ауыл хужалығы күргәҙмәһе павильондары һәм Рыбак баҡсаһы урынлашҡан булған. 1875 йылда урам буйынса ҡазан конкаһы йөрөй башлаған, шул ваҡытта хәҙерге махсус техника депоһы төҙөлгән. 1899 йылда конканы электр Ҡазан трамвайы алмаштырған.

1939 йылға торошло урамда яҡынса 40 йорт иҫәпләнгән: так, №№ 1–25, 29/65–39 — таҡ яғында, №№ 2а–30/17[6].

2010 йылға тиклем урамдың үҙәгендә юл менән бер кимәлдә трамвай юлдары урынлашҡан, һуңынан улар һүтеп алынған һәм юлдың йөҙлөгө тулыһынса ремонтланған[7].

2014 йылда урамда «Бишбалта» мәсете төҙөлгән.

Украина Хәрби көстәре һөжүме

2024 йылдың 21 декабрендә Казандың Клара Цеткин урамындағы торлаҡ йортҡа украина ҡораллы формированиелары БПЛА ярҙамында һөжүм итте. Ул көндө ВСУ ҡалаға 8 БПЛА ебәрҙе: береһе сәнәғәт объектына, ҡалғандары торлаҡ массивына һөжүм итте[8].

undefined

Иҫкәрмәләр

  1. Линейка Яндекс.Карты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2011. Архивировано 12 март 2016 года.
  2. Ҡазан ҡалаһының Башкарма комитеты ҡарары 2011 йылдың 4 июлендә сыҡҡан №3547
  3. Адрес системаһы тураһында мәғлүмәт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2011. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
  4. Клара Цеткин урамына исем кире ҡайтарылған
  5. Ҡазан муниципаль берәмегенең Башкарма комитеты етәксеһе ҡарары 2006 йылдың 14 июне №1121 «Ҡазан ҡалаһында урам исемдәрен үҙгәртеү тураһында»
  6. Ҡаланың урам исемдәре алфавитлы исемлеге — 1939 йылдың Бөтә союз халыҡ иҫәбен алыу осорона. — Татарстан Республикаһының дәүләт архивы. — 152 с.
  7. Ҡазан ҡалаһының Башкарма комитеты яуабы
  8. ВСУ дрондары һөжүме тураһында билдәле булған мәғлүмәттәр (21.12.2024). 21 декабрь 2024 тикшерелгән.

Категориялар