Климова Александра Павловна
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Тыуған көнө | 26 апрель 1926 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вафат булған көнө | 4 август 1993 (67 йәш) |
Тыуған урыны |
Климова Александра Павловна (26 апрель 1926 йыл) — СССР-ҙың һөнәри-техник белем биреү алдынғыһы, производствоға өйрәтеү мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Александра Павловна Климова 1926 йылдың 26 апрелендә Тверь өлкәһенең Ржев районы Зальково ауылында тыуған.
Ауыл мәктәбендә ете синыфты тамамлай. 1942 йылда А. П. Климова хеҙмәт мобилизацияһы буйынса Уралға, Молотов ҡалаһына ебәрелә — һөнәрселек училищеһында уҡый һәм бер үк ваҡытта Мотовилихин заводында фрезерлаусы булып эшләй, фронт өсөн продукция етештереп, өлкәндәр менән бер рәттән 8-12-шәр сәғәт эшләй. 1943 йылда етем ҡала.
1944 йылда һөнәрселек училищеһын фрезерлаусы һөнәренә һәм бишенсе разрядлы квалификация менән тик яҡшы билдәләренә тамамлағандан, училищела производствоға өйрәтеү мастеры итеп ҡалдырыла. 1959 йылда производствонан айырылмайынса ситтән тороп Н. Г. Стоянов исемендәге Пермь механика техникум тамамлай, һалҡын эшкәртеү буйынса техник-технолог һөнәрен ала. СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 30 сентябрендәге Указы менән «хеҙмәт батырлығы өсөн» А. П. Климова Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 21 июлендәге Указы менән «ауыл хужалығы өсөн квалификациялы эшселәр әҙерләү буйынса биш йыллыҡ заданиеларын үтәүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн» Александра Павловна Климоваға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1944 йылдан 1980 йылға тиклем производство уҡытыуы буйынса мастер эшендә А. П. Климова дүрт йөҙҙән ашыу фрезерлаусы әҙерләй[1]. 1980 йылдан хаҡлы ялға сығыу менән — Союз әһәмиәтендәге пенсионер.
Пермь ҡалаһында йәшәй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Социалистик Хеҙмәт Геройы
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (21.07.1971)
- Ленин ордены (21.07.1971)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (30.09.1965)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған һөнәри-техник белем биреү мастеры.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Профессиональный лицей № 3 имени Героя Советского Союза П. М. Непряхина, 1921—2001 / А. А. Конев, И. И. Цирульник. — Пермь, 2001 г. — 12 с
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Т. Каримов. Климова Александра Павловна . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 11 март 2020.
- 100 интервью с советскими женщинами: Сборник / М.: Мол. гвардия, 1975. — 351 с.
- Профессиональный лицей № 3 имени Героя Советского Союза П. М. Непряхина, 1921—2001 / А. А. Конев, И. И. Цирульник. — Пермь, 2001 г. — 12 с.
- 26 апрелдә тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- 4 августа вафат булғандар
- 1993 йылда вафат булғандар
- Тверь өлкәһендә тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр