Кобзон Иосиф Давыдович

Ио́сиф Давы́дович Кобзо́н (Пустой шаблон {{ВД-Преамбула}}) — совет һәм рәсәй эстрада йырсыһы, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре, музыка педагогы. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы (2016), Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы (2015), СССР-ҙың халыҡ артисы (1987), Украинаның халыҡ артисы (1991; 2018 йылда званиенан мәхрүм ителгән), Молдавияның атҡаҙанған кешеһе (2007), СССР Дәүләт премияһы (1984) һәм Ленин комсомолы премияһы (1976) лауреаты. «Ҡаҙаныштары өсөн» (Украина) орденының тулы кавалеры (2018 йылда исеменән мәхрүм ителә).

РФ Федераль йыйылышының II—VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты (1997—2018). РФ Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе (2003—2011), РФ Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары (2012—2018). «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы (2007—2018). 29 ҡаланың почётлы гражданы. Украинаның халыҡ артисы (1991; 2018 йылда исеменән мәхрүм ителә).

Тормош юлы

Бала сағы

Иосиф Кобзон 1937 йылдың 11 сентябрендә (Сталин өлкәһе УССР, хәҙер — Донецк Халыҡ Республикаһы Рәсәй) Часов Яр ҡалаһында тыуған. 1939 йыл ахырында, атаһы Давид Кунович Кобзон С. М. Киров исемендәге Свиточ кәнфит фабрикаһына кадрҙар бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнгәс, ғаилә Львов ҡалаһына күсеп килә. Һуғыш башланғас, бөтә ғаилә лә (атаһы һәм әсәләре Ида Исаевна Шойхет, өс балаһы, инвалид туғандары һәм өләсәһе менән[1]) Үзбәкстанға, Ташкент янындағы Яңыюл ҡалаһына эвакуациялана. Атаһы, политрук, бынан фронтҡа алына, 1943 йылда ҡаты контузияға дусар була, һәм дауаланғандан һуң демобилизациялана, әммә ғаиләһен әйләнеп ҡайтмай. Икенсе ҡатынға өйләнә һәм ғүмерлеккә Мәскәүҙә ҡала.

Файл:6 школа (Краматорск).jpg
Краматорск ҡалаһындағы Иосиф Кобзон уҡыған 6-сы мәктәп

1944 йылда ғаилә Украинаға — Краматорск ҡалаһына ҡайта. Кобзон 6-сы урта мәктәпкә беренсе класҡа уҡырға инә. 1946 йылда әсәһе Троицк баҙарында магазин мөдире булып эшләгән элекке фронтовик Моисей Моисеевич Раппопортҡа кейәүгә сыға. Иосифтың бер әсәнән энеһе һәм һеңлеһе тыуа. 8-се класҡа тиклем Иосиф 48-се мәктәптә уҡый, отличник була[2].

1956 йылда Днепропетровск тау техникумын тамамлай. Уның тәүге сығыштары техникум сәхнәһендә була, унда ул йырҙар башҡара. Техникумда башлыса дүрт баһаларына уҡый һәм ул ваҡыттағы ҙур стипендия — 180 һум ала.

1956 йылдан 1959 йылға тиклем армияла хеҙмәт итә, Унда Кавказ Аръяғы хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбленә саҡырыла. Армиянан запасҡа сыҡҡандан һуң Днепропетровск студенттар һарайы хоры етәксеһе Леонид Терещенко уның йыр уҡытыусыһы була. Ул Уны Одесса консерваторияһына уҡырға инергә әҙерләй.

Ижади эшмәкәрлеге

Йырсы карьераһы маяҡтары

undefined

1959 йылда армиянан һуң Кобзон Мәскәүҙә бер нисә уҡыу йортона: Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыкаль-педагогия институтына, П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһына, ГИТИС — Рәсәй театр сәнғәте институтына, П. И. Чайковский консерваторияһы янындағы Мерзляков Академия музыка училищеһына инергә тырыша. Ул Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыкаль-педагогия институтының вокал факультетына уҡырға инә.

Кобзон комсомол комитеты ағзаһы була һәм, студенттарға театрҙар, консерватория һәм концерт залдарына түләүһеҙ билеттар таратыу буйынса яуаплы булғанлыҡтан, иң яҡшы йырсылар концерттарына барыу мөмкинлегенә эйә була[3].

1959 йылдан Мәскәүҙә Никулиндың Цветной бульварҙағы циркында вокалист булып эш башлай — «Мы артисты цирковые…» йырын башҡара[4].

Кобзон үҙенең курсташы Виктор Алексеевич Кохноны саҡыра. Репертуарында композиторҙар Аркадий Ильич Островский, Александр Павлович Долуханян, Марк Григорьевич Фрадкин, Даниил Григорьевич Френкель, Пахмутова Александра Николаевна, [[Колмановский Эдуард Савельевич, Вано Ильич Мурадели, Серафим Сергеевич Туликов һ. б. йырҙары барлыҡҡа килә. Союздар Йорто Колонный залында һәм [[Мәскәү композиторҙары Йортонда Доме сығыш яһай башлайҙар. Институт ректоры даими сығыш яһауҙы йәки уҡыуҙы һайлау кәрәклеге тураһында һорау ҡуя. Кобзон институтты ташлап, үҙ аллы эшләй башлай, яңғыҙ концерттар менән Алыҫ Көнсығышҡа һәм Себергә килә[4].

1959—1962 йыдарҙа Иосиф Кобзон — Бөтә Союз радиоһы солисы, 1963—1965 йылдарҙа — Дәүләт концерты солист-вокалисы, 1965—1989 йылдарҙа — Москонцерт солист-вокалисы[5].

1962 йылдың мартында «Хәйерле иртә менән!» тапшырыуында Кобзон "ихата циклы"нан беренсе йыр — Аркадий Ильич Островскийҙың «А у нас во дворе…» йырын башҡара[4]. Шул уҡ 1962 йылда Кобзон, «Голубой огонёк» сығарылыштарының береһендә А. Н. Пахмутованың «Куба — любовь моя» йырын башҡарып, Үҙәк телевидениела күренә. Йырсының, ҡулында автомат һәм йәбештерелгән һаҡаллы баш күтәреүсе-барбудос һынында булыуы тамашасы хәтерендә ҡалды[6].

1964 йылда Кобзон Бөтә Рәсәй эстрада йырсылары конкурсы лауреаты була.

1960-сы йылдар уртаһында Кобзон бер нисә халыҡ-ара йыр конкурстарында ҡатнаша. Атап әйткәндә, ул Сопот ҡалаһында халыҡ-ара эстрада йыры фестивале (Польша, 1964 йыл), Дружба-66 Халыҡ-ара йыр фестивале (6 турҙа үтә: СССР-ҙа, Польшала, ГДР-ҙа, Чехословакияла, Венгрияла һәм Болгарияла) һәм Алтын Орфей Музыкаль фестивале (Болгария, 1968 йыл) лауреаты була[7].

1967 йылда, Бөйөк Октябрь революцияһының илле йыллығына, Кобзон һуғышҡа тиклемге йырҙар, ҡала романстары, фронт куплеттары, комсомолға одалар һәм космонавтарға, диңгеҙселәргә, чекистарға бағышлауҙар ингән программа әҙерләй[8].

1970-се йылдар башынан соло (яңғыҙ башҡарыу) карьераһына күсә. «Йыл йыры»ның тәүге сығарылышы (1971 йыл) йырсы башҡарыуында Оскар Фельцман һәм Роберт Рождественскийҙың «Баллада о красках» («Буяуҙар тураһында баллада») йыры менән асыла[9].

1975 йылда КПСС-тың Мәскәү ҡала комитеты Марксизм-ленинизм университетын тамамлай.

1984 йылдан Гнесиндар исемендәге Музыка-педагогия институтының вокал-эстрада бүлегендә художество етәксеһе булып эшләй һәм унда эстрада вокалын уҡыта[7] (1993 йылдан — профессор). Уның сығарылыш уҡыусылары араһында эстрада йырсылары Ирина Отиева, Валентина Легкоступова, Валерия.

1997 йылдың 11 сентябрендә «Россия» Үҙәк концерт залында «Я песне отдал всё сполна» (тыуған көнөнә 60 йыл тулыу хөрмәтенә) юбилей турының 10 сәғәттән ашыу дауам иткән йомғаҡлау концертын бирә[10][11].

undefined

2007 йылдың 11 сентябрендә дәүләт Кремль һарайында 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Быға тиклем Бойондороҡһоҙ Дәәәүләттәр Берләшмәһе республикаларының бөтә баш ҡалаларында юбилей концерттары серияһы була.

2012 йылдың 11 сентябрендә Дәүләт Кремль һарайында 75 йәше тулыу уңайынан үҙенең концерт эшмәкәрлеген соло концерты менән тамамлауын белдерә.

2016 йылдан театр сәнғәте Институты Президенты

Репертуары

Йырсының репертуарына халыҡтың хеҙмәт һәм хәрби батырлыҡтары тураһында һөйләгән патриотик, совет граждан һәм комсомол йырҙары; Бөйөк Ватан һуғышына арналған йырҙар, классик романстар, ҡайһы бер опера һәм оперетта ариялары һәм ариозолар инә. 1960-1970 йылдарҙа Кобзон балладалар, марштар, бишек һәм ямщик куплеттарын башҡара[8]. Шулай уҡ рус, украин һәм йәһүд халыҡ йырҙарын башҡара. Бөтәһе өс меңдән ашыу йыр[12].

Булат Окуджаваның «О синем троллейбусе», «Молитва Франсуа Вийона», «Песенка об Арбате», Владимир Высоцкийҙың «Он не вернулся из боя», А. Дольскийҙың «Господа офицеры» һәм башҡа бард йырҙарын башҡара.

1980 йылдарҙа Вадим Алексеевич Козин, Изабелла Даниловна Юрьева, Клавдия Ивановна Шульженко, Константин Станиславович Сокольский, Аркадий Соломонович Погодин, Георгий Павлович Виноградов репертуарынан 1930-сы йылдарҙың күп һанлы лирик һәм шаян йырҙарын грампластинкаларға яҙҙыра һәм тыңлаусыларға кире ҡайтара.

Репертуарына Исаак Осипович Дунаевский, Матвей Исаакович Блантер, ағалы-ҡустылы Покрасс, А. Новиков, Василий Павлович Соловьёв-Седой, Марк Григорьевич Фрадкин, Оскар Борисович Фельцман, Серафим Сергеевич Туликов, Александра Николаевна Пахмутова, Давид Фёдорович Тухманов һәм башҡа совет композиторҙары ижад иткән йырҙар инә.

Башҡарыу манераһы

undefined

1960-сы йылдарҙа йырсының иркенлек, һүҙгә, шиғри интонацияға иғтибар менән берләштерелгән башҡарыу манераһы бельканто техникаһы формалаша[13]. 1970-се йылдарҙа йырлау тауышы тулыһынса формалаша. 1960-сы йылдарҙағы тауыш яҙмалары күрһәтеүенсә, карьераһының башында (1950-се йылдар аҙағы — 1960-сы йылдар) Кобзон 1970-се һәм унан һуңғы йылдар менән сағыштырғанда башҡараҡ тауыш менән йырлаған. Карьераһын Виктор Кохно (лирик тенор) менән дуэтта башлай, дуэт репертуарын башлыса Аркадий Островскийҙың лирик һәм граждан йырҙары тәшкил итә. Композитор йырсыларҙың башҡарыуын йыш ҡына үҙе аккордеонда уйнап оҙатҡан.

Кобзон тауышы — сағыу лирик-драматик баритон [14]. Ыңғай сифаттары — йырлай башлағандан алып таныулы үҙенсәлекле матур һәм затлы тембр һәм матур дикция.

Йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрлеге

Совет осоро

1960-1970 йылдарҙа комсомолдың удар төҙөлөштәренә концерттар менән йөрөй, бер нисә тапҡыр сит илдәргә дуҫлыҡ визиты яһаған рәсми делегациялар составына инә.

1980-се йылдарҙа бер нисә тапҡыр Афғанстан Демократик Республикаһына концерттар менән сыға, Совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингенты хәрбиҙәре алдында сығыш яһай[15][16]. Чернобыль АЭС-ы аварияһынан һуң төбәккә концерттар менән сыға, һәләкәтте бөтөрөүселәр алдында сығыш яһай[17].

1973 йылдан КПСС ағзаһы[7].

1989 йылдың майынан 1991 йылдың сентябренә тиклем профессиональ союздар квотаһы буйынса Бөтә Союз йәмәғәт ойошмаларынан СССР-ҙың халыҡ депутаты. СССР-ҙы федератив дәүләт булараҡ һаҡлау өсөн сығыш яһаған «Союз» депутат төркөмө составына инә.

Советтар Союзынан һуңғы осорҙа

undefined
1991—1997 йылдар

1993 йылдың 12 декабрендә Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының беренсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына Аркадий Иванович Вольский, Николай Иванович Бех һәм Александр Павлович Владиславлев етәкселегендәге «Гражданский союз во имя стабильности, справедливости и прогресса» һайлау блогы тәҡдим иткән кандидаттарҙың федераль исемлеге составында һайлана. Думаға һайлауҙарҙа «Гражданский союз» еңелә, бөтәһе 1 038 193 һайлаусы тауышын алып (1,93 %), 13 араһынан 10-сы урынды биләй һәм 5 процентлы барьерҙы үтә алмай.

1995 йылдың 17 декабрендә Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының икенсе саҡырылыш Дәүләт думаһына «Моё Отечество» һайлау берекмәһе тәҡдим иткән кандидаттарҙың федераль исемлеге составында һайлана. Блок кандидаттарының федераль исемлеген Борис Всеволодович Громов, Сергей Шаталин һәм Иосиф Кобзон етәкләй. Тағы 5 процентлы барьерҙы үтә алмай.

Дәүләт думаһы депутаты (1997—2018)
undefined

Бер нисә тапҡыр Дәүләт думаһына Агинск Бүрәт автономиялы округынан һайлана.

Тәүге тапҡыр 1997 йылдың сентябрендә һайлана. Мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары итеп һайлана.

1999 йылда Яңынан Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана, «Рәсәй региондары (Бойондороҡһоҙ депутаттар союзы)» депутат төркөмө ағзаһы була, мәҙәниәт һәм туризм буйынса комитет рәйесе урынбаҫары итеп һайлана.

2003 йылда тағы Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһына инә. Дәүләт думаһының мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе була.

undefined

Тыныслыҡ урынлаштырыу эшмәкәрлеге

1993 йылдың 28 сентябрендә Именлек министры вазифаһын башҡарыусы Николай Голушко һәм Мәскәү мэры Юрий Лужков ҡушыуы буйынса Кобзон Рәсәй Юғары Советының ҡамалған бинаһына индерелә[18], унда вице-президент Александр Владимирович Руцкой һәм парламент спикеры Руслан Имранович Хасбулатов менән конфиденциаль әңгәмәләр үткәрә.

1990-сы йылдарҙа чечен сепаратизмын баҫтырыу ваҡытында[17], шулай уҡ Мовсар Бараев бандаһын нейтралләштереү ваҡытында, 2002 йылдың 23-26 октябрендә Дубровкалағы (Мәскәү) Театр үҙәге бинаһында тыныслыҡ урынлаштырыу эшмәкәрлеге менән киң билдәле[19][20][17].

Дубровкалағы Театр үҙәген баҫып алған саҡта террорсылар, үҙе әйтеүенсә, һөйләшеүҙәр алып барырға риза булған сәйәсмәндәр араһында Кобзон, Григорий Алексеевич Явлинский, Ирина Муцуовна Хакамада һәм Борис Ефимович Немцовты атайҙар. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә кобзон террорсылар баҫып алған залдан бер ҡатынды һәм өс баланы сығара ала[21].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Иосиф Кобзон Рәсәй йәһүд общиналары федерацияһы идараһы ағзаһы, «Лига здоровья нации» дөйөм рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президиумы ағзаһы була.

Композитор Моисей Самуилович Вайнбергтың «Пассажирка» операһының кураторы була, уның Мәскәүҙә беренсе премьераһы 2017 йылдың 27 ғинуарында Халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнөндә режиссёр-ҡуйыусы С. Широков етәкселегендә Яңы опера театрында үтә.

(аудио)
Запись голоса И. Д. Кобзона
Фрагмент интервью «Эхо Москвы»
31 мая 2007
Тыңлаусыларға ярҙам

Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты ҡарамағындағы Йәмәғәт советы составына инә.

Хәйриә менән шөғөлләнә.

Украина мәьәләләре буйынса позицияһы

undefined

2014 йылда Украинала власть алмашынып, Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуынан һуң, 2014 йылдың 11 мартында, Кобзон Рәсәй мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең Рәсәй Федерацияһы Президенты В. В. Путиндың Украина һәм Ҡырым буйынса сәйәсәтен яҡлаған мөрәжәғәтенә ҡул ҡуя[22].

2014 йылдың 26 октябрендә Украинаның Именлек Хеҙмәте сәйәси позицияһы арҡаһында Украинаға инеү тыйылған бер нисә йөҙ рәсәй мәҙәниәт эшмәкәрҙәре исемлегенә Кобзонды индереүе тураһында белдерә.

Ул Донецк һәм Луганск ҡалаларына бара, яҡташтарына гуманитар ярҙам тапшыра һәм концерттар менән сығыш яһай. Йырсының башҡарыуын Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре академия йыр һәм бейеү ансамбле оҙата[23].

undefined

2014 йылдың 28 ноябренән — Донецк Халыҡ Республикаһының Рәсәйҙәге почётлы консулы[24].

2015 йылдың февралендә Евросоюзда кеше һәм компанияларҙың санкция исемлегенә индерелә[25]. Санкция исемлегенә ингәндәргә ЕС-ҡа инеү тыйыла, ә уның территорияһындағы активтары, әгәр табылһа, туңдырыла. Һуңыраҡ Канада һәм Швейцарияның санкция исемлегенә индерелә. Үлгәндән һуң европа исемлегенән сығарыла.

2015 йылдың авгусында СБУ Кобзонды «Украинаның милли именлегенә хәүеф тыуҙырыусы кешеләр исемлегенә» индерә. 2015 йылдың сентябрендә Украинаның санкция исемлегенә индерелә[26]. Шул уҡ ваҡытта йырсы Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы наградаһына лайыҡ була

2016 йылдың 25 майында Кобзон Донецк Халыҡ Республикаһы гражданлығын ала.

2018 Йылдың 14 майында Украина Президенты Пётр Порошенко указы менән Украинаның дәүләт наградаларынан мәхрүм ителә

Сире һәм вафаты

2000-се йылдар башында Кобзондың сәләмәтлек буйынса проблемалары башлана. 2001 йылдың 28 майында Ул, арҡаһындағы көслө ауыртыуҙан даими яфаланғанлыҡтан, А.А. Вишневский исемендәге Үҙәк хәрби клиник госпиталенә ята, уға башта умыртҡа араһы бүҫере диагнозы ҡуйыла[27]. Тикшереү барышында шәкәр диабеты асыҡлана, капельница (тамсылау) аша күп кенә препараттар тәғәйенләнә[28]. Рәсәй делегацияһы менән унда 6-14 июндә БДБ илдәренең баш ҡалалары һәм ҙур ҡалалары Халыҡ-ара Ассамблеяһы сессияһы барған Астана ҡалаһына юллана, һәм күп һанлы осрашыуҙарҙа һәм концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Өс тәүлектән һуң Кобзон Мәскәүгә насарайған хәлдә ҡайта: биҙгәк, температура 40 °C. Эренле сепсис диагнозы ҡуйыла, уны реанимация бүлегенә күсерәләр һәм интенсив терапия курсы үткәрә башлайҙар.

2001 йылдың 14 июненән 30 июненә тиклем кома хәлендә була[27][28].

2005 йылда Кобзон Королева Елизавета Херцберге (Берлин, Германия) евангелие клиникаһында профессор-уролог Петер Альтхаус башҡарған простата яман шешенә бәйле алты сәғәтлек ҡатмарлы операция кисерә. Мәскәүҙән Кобзон менән ике Рәсәй күренекле хирургы — Боткин дауаханаһынан профессор Велиев килә, Альтхаустың алымын белгәнлектән, уға ярҙам итә, һәм Каширкалағы Н. Н. Блохин исемендәге милли тикшеренеү онкология үҙәгенән Матвеев килә. Уларҙан тыш, операцияла кобзондың дуҫы профессор Атрофян ҡатнаша. Хирургик ҡыҫылыу иммунитетының ҡырҡа көсһөҙләнеүенә, үпкә тамырҙарында тромб барлыҡҡа килеүенә (үпкә тромбофлебиты), үпкә шешеүенә һәм уң бөйөр сепсисына килтерә.

2009 йылда немец клиникаһында икенсе тапҡыр операция яһала, әммә ул уңышһыҙ була.ьКаширкалағы онкология үҙәге директоры Михаил Иванович Давыдов үҙе ике сәғәтлек ҡатмарлы операция яһай, һәм Кобзонды ҡотҡарып алып ҡалалар.

2010 йылдың октябрендә, Астанала бөтә донъя рухи мәҙәниәт форумында сығыш яһағада, үҙен насар тоя һәм ике тапҡыр иҫен юғалта. Табиптар уға сәхнәәлә яһалма тын алыу ярҙамы күрһәтә.

2015 йылдың сентябрь башында 2014 йылғы Украин ваҡиғаларына бәйле Көнбайыштың санкция исемлегендә булған Кобзон, дауаланыу маҡсатында Италия милли визаһын алғанын, Италияға визаны РФ президенты Владимир Путин ярҙамында алғанын хәбәр итә[29].

undefined

2018 йылдың 22 июлендә Кобзон ауыр хәлдә Мәскәү ҡалаһы клиникаларының береһенә эләгә[30]. Башта табиптар йырсының хәлен тотороҡландыра, әммә алты көндән һуң, 28 июлдә, артист комаға төшә. Үлеренә ике аҙна ҡалғас, организмы ҡырҡа бирешә, һәм тик аппараттар ғына уның йәшәү һәләтен һаҡлай. Иосиф Кобзон, 81 йәшенә 12 көн ҡалғас, 2018 йылдың 30 авгусында вафат була[31][32].

Рәсәй президенты Владимир Путин[33], Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев[34], Белоруссия Президенты Александр Лукашенко[35], Корея Халыҡ Демократик Республикаһы лидеры Ким Чен Ын[36], Үҙ-үҙен иғлан иткән Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы Александр Владимирович Захарченко[37], шулай уҡ башҡа рәсәй һәм сит ил рәсми кешеләре йырсының ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлашыуын белдерә.

Йырсы менән хушлашыу 2018 йылдың 2 сентябрендә П. И. Чайковский исемендәге концерт залында үтә. Чайковскийҙың. Мәскәүҙең Востряковский зыяратында, әсәһе янында (үҙәк территория, 39-сы участка), хәрби хөрмәт менән ерләнә[38][39]. Ерләү тантанаһы йәһүд йолалары буйынса үткәрелә — улы Андрей Кобзон Кадиш иҫтәлекле доғаһын иврит телендә уҡый[40].

Ғаиләһе

undefined
undefined
  • Атаһы — Давид Кунович Кобзон (1908—1990)[41][42], район башҡарма комитетында эшләгән, 1939 йылда Львовҡа күсерелә, Свиточ (С. М. Киров исемендәге кәнфит фабрикаһына) кадрҙар бүлеге начальнигы, 1941 йылда, һуғыш башланғас, атаһы эвакопункт начальнигы итеп тәғәйенләнә[43], һуғышта политрук була, 1943 йылда контузия ала, госпиталдә дауаланғандан һуң демобилизациялана, икенсе ҡатынға өйләнә һәм Мәскәүҙә йәшәргә ҡала[44].
  • Әсәһе — Ида Исаевна Шойхет-Кобзон (31.05.1907 — 07.05.1991[45]) Подольск губернаһында тыуған, атаһынан йәшләй ҡала һәм 13 йәшенән хеҙмәт итергә мәжбүр була. Йәш сағында ағас эшкәртеү фабрикаһында эшләй, 22 йәшендә ВКП(б) сафына баҫа[46]. 1930 йылдан халыҡ судьяһы, артабан өлкә сәнәғәт бүлегендә сектор начальнигы[47], мебель комбинатында производство мөдире булып эшләй[43]. Йырсы әсәһенең уның тормошонда төп роль уйнауын, әхлаҡи ориентир булыуын күп тапҡыр таный.
  • Ағай-энеләре — Исаак Давыдович Кобзон (1930 — 09.12.2019) Мәскәү өлкәһе Пушкинда йәшәгән, Эммануил Давыдович Кобзон (1934 — 19.03.2014)[43].
  • Үгәй атаһы — Моисей Моисеевич Раппопорт (1905—1970).
  • Һеңлеһе — Гелена Михайловна Кандель (1948 йылдың 1 октябрендә тыуған), нейрохирург, профессор Эдуард Израилевич Канделдың ҡатыны (1923—1990)[28].
  • Ҡатындары:
    • 1965—1967 — Круглова Вероника Петровна (1940), йырсы.
    • 1967—1970 — Гурченко Людмила Марковна (1935—2011), актриса һәм йырсы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1983)[48].
    • 1971 йылдан — Кобзон Нелли Михайловна (1950), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015). Бөтә Союз эстрада сәнғәте ижад оҫтаханаһын тамамлай, һөйләү жанры белгесе квалификацияһын ала[49].
  • Улы — Андрей Иосифович Кобзон (1.01.1974) — бизнесмен, ресторатор. Голливудта музыка институтын тамамлаған. «Воскресение», «Моральный кодекс» төркөмдәренең ударнигы, Романов Алексей Дмитриевич һәм Сапунов Андрей Борисович менән уйнаған. Бизнесмен. Бер нисә ресторан проекты авторы («Жигули», «Газгольдер» — Яңы Арбатта), Япон аш-һыуы рестораны), «Максим». Күсемһеҙ милек менән шөғөлләнә[50]. Икенсе ҡатыны (2007—2011) Анастасия Цой.
  • Ҡыҙы — Наталья Иосифовна Раппопорт-Кобзон (7.12. 1976), Лондонда йәшәй. Ире — гражданин Австралия гражданы, юрист Юрий Рапопорт.
  • Кобзондың 7 ейәне бар[51][52]:
    • Идель Рапопорт (1999),
    • Полина Кобзон (1999),
    • Мишель Рапопорт (2000),
    • Анита Кобзон (2001),
    • Арнелла-Мари Рапопорт (2004),
    • Михаил Кобзон (2008),
    • Ален-Джозеф Рапопорт (2010).

Мәскәү өлкәһе Баковкала үҙ өйөндә йәшәгән, Испанияла Марбельела фатиры булған[53].

Маҡтаулы исемдәре һәм званиелары

undefined
undefined

Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары

-->

|access-date=2015-02-22 |archive-date=2015-02-22 |archive-url=https://web.archive.org/web/20150222152311/http://tass.ru/kultura/1784660 |deadlink=no }}</ref>

Йыр репертуары

название музыка слова упоминание
Ветераны О. Сорокин И. Шаферан грампластинка[63]

Дискографияһы

Грампластинкалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

78 әйләнеш/минут синглдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1962 «А у нас во дворе есть девчонка одна/ Мальчишки» (Мособлсовнархоз РСФСР Апрелевский завод грампластинок, 39595-6)
  • 1963 «И опять во дворе/ Ты — моё земное притяжение» (Мособлсовнархоз РСФСР Апрелевский завод грампластинок, 39883-4)
  • 1963 «Девчонки танцуют на палубе/ Марчук играет на гитаре» («Аккорд», 0040193-4)
  • 1963 «Посидим, помолчим/ И на Марсе будут яблони цвести» (Мособлсовнархоз РСФСР Апрелевский завод грампластинок, 40419-20)
  • 1963 «Пусть всегда будет солнце/ Пожелай удачи» (Мособлсовнархоз РСФСР Апрелевский завод грампластинок, 41063-4)
  • 1963 «Бирюсинка/ Солдатское раздумье» (Мособлсовнархоз РСФСР Апрелевский завод грампластинок, 41113-4)
  • 1964 «Иосиф Кобзон» («Аккорд», 0042515-16)
  • 1965 «Волшебница в белом халате/ Незаметная девочка» («Мелодия», 44523-4)
  • 1965 «Планета-целина/ Песня моего друга» («Мелодия», 44649-50)
  • 1966 «Белый свет/ Приходи» («Мелодия», 45143-4)
  • 1966 «Идёт девчонка/ Ты мечтаешь о дальних полётах» («Мелодия», 0045203-4)
  • 1966 «Девушка с янтарного берега/ Журавлёнок» («Мелодия», 45463-4)
  • 1966 «Аист/ Морзянка» («Мелодия», 45465-6)
  • 1967 «А ты будь нежна/ Прошло три года» («Мелодия», 46393-4)
  • 1967 «Русский чай/ Там, где любит ветер спать» («Мелодия», 46501-2)
  • 1967 «Луна/ Эта любовь лучше» («Мелодия», 46503-04)
  • 1969 «Звёзды России/ Доверчивая песня» («Мелодия», 47837-8)
  • 1969 «Только лебеди пролетали/ Почтовый ящик» («Мелодия», 47855-6)

Һығылмалы пластинкалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1968 «Иосиф Кобзон» («Мелодия», ГД-000929-30)
  • 1969 «Поёт Иосиф Кобзон» («Мелодия», ГД-0001331-2)
  • 1969 «Иосиф Кобзон» («Мелодия», ГД 0001413-4)
  • 1970 «Иосиф Кобзон» («Мелодия», ГД 0001837-8)
  • 1970 «Иосиф Кобзон» («Мелодия», ГД 0001907-8)
  • 1972 «Иосиф Кобзон» («Мелодия», ГД-0002783)
  • 1972 «Иосиф Кобзон» («Мелодия», ГД 0003153-4)
  • 1973 «Песни из к/ф „Семнадцать мгновений весны“» («Мелодия», ГД 0003703)
  • 1975 «Песни Матвея Блантера» («Мелодия», Г62-05161-2)
  • 1976 «Иосиф Кобзон» («Мелодия», Г62-05297-98)
  • 1981 «Любимая. Иосиф Кобзон поёт песни Оскара Фельцмана на стихи Расула Гамзатова» («Мелодия», Г62-08445-6)
  • 1981 «Танго, танго, танго…» («Мелодия», Г62-08619-20)

Йыйынтыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1964 «Песни юности»
  • 1965 «Песни А. Островского» («Мелодия», Д 16003-4)
  • 1969 «Песни нашей Родины»

Магнитоальбомдары (компакт-кассеталары)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1971 «Иосиф Кобзон» («Мелодия», СМ00072)
  • 1975 «Иосиф Кобзон» («Мелодия», СМ00409)
  • 1977 «Иосиф Кобзон» («Мелодия», СМ00626)
  • 1980 «Романсы и русские песни» («Мелодия», СМ00920)
  • 1981 «А всё-таки марши» («Мелодия», СМ00963)
  • 1982 «Ласковая песня» («Мелодия», СМ01082)
  • 1984 «Лунная рапсодия» («Мелодия», СМ01288)

Компакт-дискылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1989 «Иосиф Кобзон поёт песни Григория Пономаренко» («Мелодия», MEL CD 60 00125)
  • 1994 «Чёрные глаза» («RDM», CDRDM 4 03 023)
  • 1994 «Ямщик, не гони лошадей» («RDM», CDRDM 4 03 022)
  • 1996 «Мне доверена песня (антология)» («Solo Florentin», 36-39)
  • 1996 «Люстры старинного зала» («Solo Florentin», 36-39)
  • 1996 «Звёзды на небе» («Solo Florentin», 36-39)
  • 1996 «Не покидает нас весна» («Solo Florentin», 36-39)
  • 1997 «Прощальный концерт» («ZeKo Records», ЗД-355)
  • 1997 «Белое солнце» («ZeKo Records», ЗД-309)
  • 1997 «Вы помните» — песни Г. Пономаренко на стихи С. Есенина («ZeKo Records», ЗД-314)
  • 1997 «Выйду на улицу» — русские песни («ZeKo Records», ЗД-312)
  • 1997 «Златые горы» — русские песни («ZeKo Records», ЗД-313)
  • 1997 «Русское поле» («ZeKo Records», ЗД-308)
  • 1997 «Среди миров» («ZeKo Records», ЗД-316)
  • 1997 «Я — артист» («ZeKo Records», 3Д-298/299)
  • 1997 «Я обязательно вернусь» — песни Г. Пономаренко на стихи Ал. Блока («ZeKo Records», ЗД-315)
  • 1999 «Летят перелётные птицы» — песни М. Блантера («ОРТ-Рекордс», ОРТ CD 0059/2-99)
  • 1999 «Дивлюсь я на небо» («ОРТ-Рекордс», ОРТ CD 0059/5-99)
  • 1999 «Yiddishe Mame» (еврейские песни) («ОРТ-Рекордс», ОРТ CD 0059/6-99)
  • 1999 «Очарована, околдована» («ОРТ-Рекордс», ОРТ CD 0059/7-99, ОРТ CD 0059/8-99)
  • 1999 «Москва златоглавая» («ОРТ-Рекордс», ОРТ CD 0059/9-99, ОРТ CD 0059/10-99)
  • 1999 «Покуда слышен голос мой» («ОРТ-Рекордс», ОРТ CD 0059/11-99)
  • 1999 «Вечерний звон» («ОРТ-Рекордс», ОРТ CD 0059/1-99)
  • 2002 «Песня остаётся с человеком» («Парк Звёзд», CD-26-1)
  • 2002 «Поклонимся великим тем годам» («Moroz Records», MR 02510 CD)
  • 2002 «Как ротный простой запевала» («Moroz Records», MR 02512 CD)
  • 2002 «Русь моя, жизнь моя» («Moroz Records», MR 02511 CD)
  • 2002 «Песнь о солдате» («Moroz Records», MR 02513 CD)
  • 2002 «Песня моя — судьба моя» («Moroz Records», MR 02514 CD)
  • 2002 «Великие исполнители 20 века» («Moroz Records», MR 02433)
  • 2002 «Одна-єдина»
  • 2002 «Золотой век русской эстрады» («S.T.R. Records», ZSR CD 252—2611/1/2-02)
  • 2003 «Моя Одесса» — песни О. Б. Фельцмана («Ukrainian Records»)
  • 2005 «Посвящение другу» (Фирма грамзаписи Никитин, ТФН — CD 322/05)
  • 2006 «Не замести снегами память» (Международный фонд памяти Арно Бабаджаняна)
  • 2006 «Человек беспокойного счастья» («Мелодия», MEL CD 60 01177)
  • 2007 «Пока я помню, я живу» («Монолит», MT 715391-122-1)
  • 2007 «Мгновения» («Монолит», МТ 715391-220-1)
  • 2007 «Душевные песни Иосифа Кобзона»
  • 2007 «И пока на земле существует любовь»
  • 2008 «Только лучшее»
  • 2009 «Из истории советской песни. Иосиф Кобзон и группа „Республика“» («Квадро-диск», KTL09-142)
  • 2009 «Лучшие песни» («Zebra Studio», «Digital Records»)
  • 2009 «Всё повторяется» («Квадро-Диск», KTL09-059)
  • 2011 «Лучшее» («Star Mark», 28851-1/2)
  • 2012 «Я люблю тебя, жизнь» («Мелодия», MEL CD 60 02029)
  • 2013 «Легендарные песни»
  • 2013 «А жизнь продолжается (Любимое неизданное)»
  • 2017 «Мой путь» («United Music Group», UMG17 CD-0367-1, UMG17 CD-0367-2)
  • 2018 «20 песен о любви» («MusicRT»)

Фильмографияһы

Хәтер

Йәшәгән дәүерендә ҡуйылған һәйкәлдәре һәм статуялары

Вафатынан һуң ҡуйылған һәйкәлдәре һәм статуялары

  • 21 мая 2019 года у главного входа Института театрального искусства открыли памятник Иосифу Кобзону[65].
  • 30 августа 2019 года, в первую годовщину смерти Иосифа Кобзона, на его могиле был установлен гранитный памятник с бронзовой статуей[66].
  • 19 октября 2019 года в Национальном молодёжном театре Республики Башкортостан имени Мустая Карима открыта мемориальная доска Иосифу Кобзону[67][68]. В октябре 2017 года здесь состоялся один из последних концертов певца.
  • 16 марта 2020 года на здании Российской академии музыки им. Гнесиных на Поварской улице, 30/36 в Москве установлена памятная доска Иосифу Давыдовичу. Именно там сначала учился, а потом преподавал Кобзон[69][70].

Кобзон исеме менән аталған

Әҙәбиәт

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Клара Борисовна Шойхет (эвакуационная карточка)
  2. ↑ Йося Кобзон рано начал курить и делать татуировки // «Комсомольская правда» в Украине. — 2 марта 2007.
  3. ↑ Как перед Богом — Кобзон Иосиф — Кумиры и их судьбы (5 страница). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2018. Архивировано 12 октябрь 2018 года.
  4. ↑ 1 2 3 Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; vestnik төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  5. ↑ ТАСС — Биография Иосифа Кобзона. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2020. Архивировано 10 февраль 2020 года.
  6. ↑ Кайстро, Дмитрий. Иосиф Кобзон. Преданный гражданин и человек с большой буквы. // Вести.ру (31 август 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2018. Архивировано 3 сентябрь 2018 года.
  7. ↑ 1 2 3 Музыкальный энциклопедический словарь / Гл. ред. Г. В. Келдыш. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — 672 с. — ISBN 5-85270-033-9. — С. 256.
  8. ↑ 1 2 Александр Морсин. "Плечи я под эпоху подставил". Иосиф Кобзон и его антология советской песни. ТАСС (9 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2025.
  9. ↑ В. Крылов. «Я песне отдал всё сполна»: умер Иосиф Кобзон. Каким мы запомним настоящего народного артиста // «Известия». — 2018. — 30 августа.
  10. ↑ Газета «Коммерсантъ» 13.09.1997, "Кобзон ещё споёт. Но сначала хочет поехать в тёплые края
  11. ↑ «Я песне отдал всё сполна». 11 сентября всенародно любимому певцу и народному избраннику Иосифу Кобзону исполняется 80 лет
  12. ↑ «Вторая золотая Иосифа Кобзона». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2011. Архивировано 30 ноябрь 2012 года. — Газета «Музыкальная правда» № 23 от 26.06.1998
  13. ↑ Кто есть кто, 2006
  14. ↑ Ольга Шаблинская. Голос целой эпохи. Великий Певец и Великий Человек Иосиф Кобзон. www.aif.ru (4 сентябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2019. Архивировано 20 ғинуар 2019 года.
  15. ↑ Документальный фильм «АФГАН Иосифа Кобзона». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2018. Архивировано 20 февраль 2019 года.
  16. ↑ О концертах Артиста в Афганистане «Певец мужества Иосиф Кобзон». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2018. Архивировано из оригинала 2 сентябрь 2018 года.
  17. ↑ 1 2 3 Иосиф броский. За что пытались убить Кобзона и что сгубило его на самом деле
  18. ↑ Григорьев Н. Г. Дни, равные жизни Архивная копия от 20 сентябрь 2021 на Wayback Machine. — Чебоксары, 2000. — с.245 — 488 с. ISBN 5-87677-056-6.
  19. ↑ Кобзон о теракте на Дубровке: "Я помню все, от начала до конца" (23 октябрь 2017). 8 март 2024 тикшерелгән.
  20. ↑ Иосиф Кобзон о годовщине «Норд-Оста»: «Я им говорю — ребята, что ж вы так меня испугались, автоматы наставили?»
  21. ↑ Россия вспоминает жертв теракта на Дубровке. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 октябрь 2012. Архивировано 25 ноябрь 2019 года.
  22. ↑ Деятели культуры России — в поддержку позиции Президента по Украине и Крыму Архивная копия от 1 февраль 2020 на Wayback Machine // Официальный сайт Министерства культуры Российской Федерации
  23. ↑ Иосиф Кобзон приехал в Донбасс с гуманитарной помощью и концертами в Донецке и Луганске
  24. ↑ Кобзон официально назначен почётным консулом ДНР в России Архивная копия от 31 октябрь 2020 на Wayback Machine ИА REGNUM
  25. ↑ Official Journal of the European Union L40. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2023. Архивировано 4 май 2022 года.
  26. ↑ Иосиф Кобзон стал Героем ДНР, Комсомольская правда (31 август 2015).
  27. ↑ 1 2 Иосиф Кобзон: Пока я был в коме, у меня родилась внучка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2018. Архивировано 31 август 2018 года.
  28. ↑ 1 2 3 Нелли кобзон: «я хорошо знаю своего мужа, знаю его силу воли, мощнейший генетический фон, его жизнелюбие. Думаю, что за месяц он встанет на ноги» — «ФАКТЫ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2018. Архивировано 31 август 2018 года.
  29. ↑ Кобзон подтвердил получение визы в Италию. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2018. Архивировано 30 август 2018 года.
  30. ↑ В Госдуме подтвердили госпитализацию Иосифа Кобзона. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2018. Архивировано 31 август 2018 года.
  31. ↑ Скончался Иосиф Кобзон Архивная копия от 30 август 2018 на Wayback Machine.
  32. ↑ Умер Иосиф Кобзон Архивная копия от 30 август 2018 на Wayback Machine.
  33. ↑ Соболезнования в связи с кончиной Иосифа Кобзона. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2018. Архивировано 30 август 2018 года.
  34. ↑ Медведев выразил соболезнования в связи со смертью Кобзона. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2018. Архивировано 31 август 2018 года.
  35. ↑ Соболезнование в связи со смертью народного артиста СССР Иосифа Кобзона. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2018. Архивировано 30 август 2018 года.
  36. ↑ ntv.ru. Ким Чен Ын выразил соболезнования в связи со смертью Кобзона (ингл.). НТВ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2018. Архивировано 2 сентябрь 2018 года.
  37. ↑ Соболезнование Главы ДНР Александра Захарченко по случаю смерти Иосифа Давыдовича Кобзона. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 сентябрь 2018. Архивировано 28 сентябрь 2018 года.
  38. ↑ Иосифа Кобзона с воинскими почестями похоронили на Востряковском кладбище. Государственная Дума. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2018. Архивировано 2 сентябрь 2018 года.
  39. ↑ В Москве в последний путь проводили Иосифа Кобзона. Новости. Первый канал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2018. Архивировано 2 сентябрь 2018 года.
  40. ↑ Иосифа Кобзона похоронили на Востряковском кладбище, РИА Новости (2 сентябрь 2018). 11 сентябрь 2018 тикшерелгән.
  41. ↑ Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; ushmm.org төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  42. ↑ Место захоронения Давида Кобзона. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 апрель 2019. Архивировано 12 май 2019 года.
  43. ↑ 1 2 3 Братья. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2018. Архивировано 28 май 2019 года.
  44. ↑ Биография Иосифа Кобзона. Личная жизнь Иосифа Кобзона. Жена Иосифа Кобзона. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2020. Архивировано 23 апрель 2020 года.
  45. ↑ Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2018. Архивировано 4 сентябрь 2018 года.
  46. ↑ О маме. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2013. Архивировано 11 ноябрь 2012 года.
  47. ↑ Эвакуационная карточка Иды Исаевны Шойхет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2018. Архивировано 31 август 2018 года.
  48. ↑ Биография Иосифа Давыдовича Кобзона, который в сентябре отметит своё 70-ти летие. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2010. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
  49. ↑ Нелли Кобзон: биография. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2018. Архивировано 22 июнь 2018 года.
  50. ↑ Екатерина Полянская: Свадьба с Кобзоном напоминала кошмарный сон! | EG.RU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 август 2016. Архивировано 26 август 2016 года.
  51. ↑ Федоткина, Татьяна. Наследство и наследники Иосифа Кобзона: что происходило в семье певца. Московский комсомолец (31 август 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2018. Архивировано 8 октябрь 2018 года.
  52. ↑ Моисеева, Ольга. «Не гении и не бандиты»: кем стали потомки Кобзона. Экспресс-газета Online (30 август 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2018. Архивировано 8 октябрь 2018 года.
  53. ↑ Журнал «Итоги» № 10 / 769 (07.03.11) «Право голоса». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 октябрь 2019. Архивировано 18 октябрь 2019 года.
  54. ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21 апреля 2016 года № 189 «О присвоении звания Героя Труда Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2016. Архивировано 26 апрель 2019 года.
  55. ↑ Указ Президента Российской Федерации от 25 июня 2012 года № 901 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ I степени Кобзона И. Д.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2018. Архивировано 13 сентябрь 2018 года.
  56. ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21 сентября 2002 года № 1012 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ II степени Кобзона И. Д.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2016. Архивировано 7 май 2016 года.
  57. ↑ Указ Президента Российской Федерации от 11 сентября 1997 года № 1001 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ III степени Кобзона И. Д.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2016. Архивировано 7 май 2016 года.
  58. ↑ Ҡалып:АрхИ
  59. ↑ Президент Российской Федерации Указ Президента Российской Федерации от 30 декабрь 2002 г. № 1466 «О награждении орденом Мужества Кобзона И.Д. и Рошаля Л.М.» (урыҫ) // Собрание законодательства Российской Федерации — 2002.
  60. ↑ Указ Президента Российской Федерации от 10 сентября 2017 года № 416 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2017. Архивировано 11 сентябрь 2017 года.
  61. ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 17 апреля 2006 года № 532-рп «О награждении Почетной грамотой Правительства Российской Федерации депутатов Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2016. Архивировано 3 март 2016 года.
  62. ↑ Иосиф Кобзон стал народным артистом и почётным гражданином ДНР | РИА Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2015. Архивировано 17 август 2015 года.
  63. ↑ Иосиф Давыдович Кобзон - песня «Ветераны», грампластинка "Солдат и песня ● Выпуск 2" С60 25147 003, 1987 (билдәһеҙ). Rutube.ru.
  64. ↑ Памятник Иосифу Кобзону установили в Донецке ровно за 15 лет до смерти. www.donetsk.kp.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2020. Архивировано 26 сентябрь 2020 года.
  65. ↑ Бюст Иосифа Кобзона появился перед Институтом театрального искусства. vm.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2020.
  66. ↑ На могиле Кобзона в Москве установили гранитный памятник с бронзовой статуей. 5 Канал.
  67. ↑ В Уфе открыли мемориальные доски Иосифу Кобзону и Андрею Дементьеву. mustai.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2019. Архивировано 15 ноябрь 2019 года.
  68. ↑ В Уфе открыли мемориальные доски Иосифу Кобзону и Андрею Дементьеву. ufacity.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2019. Архивировано 15 ноябрь 2019 года.
  69. ↑ Мемориальную доску Иосифу Кобзону установили на здании Российской академии музыки имени Гнесиных. Официальный сайт Мэра Москвы (16 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2020.
  70. ↑ Мемориальную доску Кобзону открыли в академии музыки им. Гнесиных. ТАСС (16 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2020. Архивировано 17 март 2020 года.
  71. ↑ База данных MPC по малым телам Солнечной системы (3399) (инг.)

Һылтанмалар

Ҡалып:Лауреаты Государственной премии СССР в области литературы, искусства и архитектуры 1984 года

Категориялар