Яңыюл

Яңыюл (үзб. Yangiyo‘l — үзбәк теленән тәржемә иткәндә яңы юл тигәнде аңлата) — Үзбәкстандың Ташкент өлкәһендәге ҡала.

Тарихы

Ташкент янында боронғо Каунчи-Тепа ҡаласығы эргәһендә 1899 йылда Рәсәй империяһының Төркөстан тимер юлы селтәрендә Кауфман тимер юл станцияһы асыла[1].

Революциянан һуң ҡасаба Ҡауынсы тип атала, ә 1934 йылда Яңыюл (Новый путь) тигән исем бирелә[2]. 2017 йылдан өлекә ҡарамағындағы ҡала статусына эйә[3].

Географияһы

Яңыюл ҡалаһы Чирчик йылғаһының уң ярында М34 һәм М39 автомагистралдәре араһында, Ташкент ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 28 километрҙа урынлашҡан тимер юл станцияһы.

Халҡы

2020 йылға ҡарата ҡала халҡының һаны 109 500 кеше тәшкил итә. Яңыюлда үзбәктәр, ҡаҙаҡтар, урыҫтар, башҡорттар, татарҙар, корейҙар, тажиктар һәм ҡырым татарҙары йәшәй[4].

Инфраструктураһы

Яңыюлдың уҡыу йорттары:

  • аҙыҡ-түлек сәнәғәте колледжы,
  • медицина училищеһы,
  • ТГТУ эргәһендәге Яңыюл академия лицейы.

Ҡалала шулай уҡ ағартыу һәм ял итеү йүнәлешендәге ойошмалар бар:

  • Навои исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы,
  • Юғары квалификациялы белгестәре булған «Кардио-неврология шифаханаһы» иң ҙур һауыҡтырыу комплексы.

Яңыюл уҡыувсыларын хәҙерге ваҡытта 18 мәктәп хеҙмәтләндерә, шулар араһында бер махсус мәктәп.

Ҡаланың иң билдәле урамдары: А. Артыков, Беруни, Тирмән, Ниязбаш, Сәмәрҡәнд, Ташкент, Фуркат һәм Яңыхаят.

Ҡалала башлыса аҙ ҡатлы йорттар (ҙур өй яны участкалары һәм баҡсалары булған йорттар). Ҡаланың яңы кварталдарында 4 һәм 5 ҡатлы йорттар төҙөлә.

Иҡтисады

Ҡалала Советтар Союзы осоронан алып республикала иң эреләре булып торған аҙыҡ-түлек, эшкәртеү һәм еңел сәнәғәт предприятиелары эшләй:

  • МЖК (Май комбинаты — ҙурлығы буйынса Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһендәге Ҡаттаҡурған заводынан һуң 2-се урын биләй);

Заводтар:

  • биохимик,
  • мамыҡ таҙартыу,
  • эксперименталь колбаса заводы (ваҡытлыса эшләмәй, 2010 йылға ҡарата),
  • он тарттырыу,
  • шарап-араҡы-коньяк заводы (Үзбәкстанда иң ҙурҙарҙан береһе),
  • консерва,
  • тимер-бетон изделиелар заводы.

Кондитер-сүпрә берекмәһе, аяҡ кейеме һәм бер нисә ҙур туҡыу фабрикаһы бар. Ҡала шулай уҡ бер нисә ҙур кирбес заводы менән билдәле.

Ҡаланың аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары продукцияһы Рәсәй Федерацияһына һәм Көнсығыш Европаның бер нисә дәүләтенә оҙатыла.

Билдәле шәхестәр

  • Омарова Жамал Мукашевна (1912, Кауфман станцияһы — 1976, Алматы) — ҡаҙаҡ йырсыһы, контральто, ҡаҙаҡ халыҡ йырҙарын һәм СССР халыҡтары йырҙарын башҡарыусы, Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисткаһы (1943), Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры[5].
  • Кобзон Иосиф Давыдович (1937—2018) — совет һәм рәсәй эстрада йырсыһы (баритон), музыка йәмәғәтселеге эшмәкәре, педагог. II—VII саҡырылышы РФ Дәүләт Думаһы депутаты. РФ Дәүләт Думаһы мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары (2011 йылдан). Һуғыш алдынан Кобзондар ғаиләһе Львовҡа күсенә. Унан атаһы фронтҡа политрук булып китә, ә әсәһе, өс балаһы, өләсәһе һәм инвалид туғаны менән, Үзбәкстанға эвакуацияға килә. Уларҙың һуңғы тәғәйенләнеше Яңыюл ҡалаһы була.
  • Варлаков Олег Евгеньевич (1972—1996) — милиция өлкән лейтенанты, беренсе чечен һуғышы ҡатнашыусыһы, Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996).

Галерея

Station in Yangiyol..JPG
Файл:Hotel in Yangiyol.jpg
Factory in Yangiyol.JPG
Вокзал. «Яңыюл» ҡунаҡханаһы. Хәсрәтле әсә һәм м әңгелек ут. Элекке фабрика.
Cinema in Yangiyol.JPG Restaurant in Yangiyol.JPG Kuranty in Yangiyol.JPG Church in Yangiyol.JPG
Кинотеатр. Ресторан. Ҡаланың төп сәғәте. «Взыскание погибших» («Һәләк булғандарҙы киҫтәү») Алла Анаһы иконаһы ҡорамы

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ названной в честь генерал-губернатора Туркестанского края К. П. Кауфмана
  2. ↑ Янгиюль // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. ↑ Постановление Законодательной палаты Олий Мажлиса Республики Узбекистан от 19 ноября 2010 года № 199-II «Об объединении территорий города Янгийул и Янгийулского района Ташкентской области и отнесении города Янгийул к категории городов районного подчинения»
  4. ↑ Значительная часть крымских татар после 1991 года уехала на постоянное жительство в Крым. Энциклопедия «Вокруг света» Архивная копия от 14 ғинуар 2011 на Wayback Machine: «К концу 1996 года в Крым вернулось около 250 000 крымских татар и, как считается, около 150 000 остаётся в местах высылки (в основном, в окрестностях Ташкента, Самарканда и Шахрисабза)».
  5. ↑ Жамал Омарова — певица народная | Мысль — Республиканский общественно-политический журнал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2016. Архивировано 16 август 2016 года.

Һылтанмалар

  • [ Янгиюль] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә

Ҡалып:Ташкентская область