Кола (автомобиль юлы)
«Ко́ла» Р-21 ( 2018 йылға тиклем бер үк ваҡытта иҫке иҫәп номеры М-18 файҙаланылды[2]) — Санкт-Петербург — Петрозаводск — Мурманск — Печенга — Борисоглебский (Мурманск өлкәһе) - (Норвегия сиге) Рәсәй Федерацияһының федераль әһәмиәтле автомобиль юлы.
Автомобиль юлының оҙонлоғо 1592 километр (юлдарҙы туралатыу эштәре барғанға күрә яҡынса алынған).[3] E 105 Киркенес — Ялта европа маршрутына инә. E 06 һәм М10. менән киҫелешеп китә.
«Кола» автомобиль юлына элекке А138 Мурманск — Печенга һәм Р10 Лиинахамари — Финляндия сиге автомобиль юлдары инеп киткән.
2018 йылда «Кола» автомобиль юлында тулыһынса Волхов йылғаһы аша күпер реконструкцияланған: ул 2 тапҡырға киңәйтелгән, ә күпергә барып етер ерҙә ике ярҙа ла транспорт сиселештәре урынлаштырылған.
Файл:Место соединения войск Ленинградского и Волховского фронтов03.jpg
Ленинград һәм Волхов фронттары ғәскәрҙәре ҡушылған урын
Файл:Место, где проходила железнодорожная линия, связывавшая осажденный Ленинград со страной6.jpg
Ҡамалған Ленинградты ил менән бәйләп торған тимер юлы буйы
Файл:Место форсирования реки Невы войсками Ленинградского фронта в январе 1943 г.jpg
Нева йылғаһын Ленинград фронты яугирҙары 1943 йылда кисеп сыҡҡан урын
Файл:Добро пожаловать в Карелию - panoramio.jpg
Карелияға рәхим итегеҙ
Маршрут
Иҫтәлекле урындары
- Нева йылғаһы аша Ладога күпере (1981). Уның урынында 1943 йылда боҙ аша танкылар үтеп йөрөгән, Ленинград блокадаһын өҙөүҙә уның әһәмиәте ҙур булған.
- «Поляр түңәрәк» монументы, автомобиль юлының Поляр түңәрәк менән киҫелешкән урынында
- Дан үҙәне монументы (Мурманск өлкәһе), Көнбайыш Лица йылғаһы ярында
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://docs.cntd.ru/document/902246832
- ↑ Постановление правительства РФ №928 от 17.11.2010 года "О перечне автомобильных дорог общего пользования федерального значения.
- ↑ Данные Федерального дорожного агентства. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2015. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Федеральное казенное учреждение «Управление автомобильной магистрали Санкт-Петербург — Мурманск Федерального дорожного агентства» (ФКУ Упрдор «Кола») 2017 йылдың 17 октябрь көнөндә архивланған.
- Ситуация на федеральной трассе «Кола» в режиме онлайн 2017 йылдың 2 июль көнөндә архивланған.
- Трасса «Кола»: дороги в России могут быть хорошими