Колемасова Анастасия Дмитриевна

Колемасова Анастасия Дмитриева (23 ноябрь 1923 йыл — 13 май 2012 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, Пенза өлкәһе Земетчинский районының СССР Аҙыҡ-түлек сәнәғәте министрлығына ҡараған Заметчинский шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүсе совхоздың звеньевойы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Биографияһы

Анастасия Дмитриевна Колемасова 1923 йылда Пенза өлкәһе Заметчинский районының Үрге Матчерка ауылында тыуа.

Башланғыс белемле. Бик иртә эшләй башлай. 1941 йылда Заметчинский шәкәр заводының шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүсе совхозға эшкә килә. Ул эшсе, сусҡа ҡараусы, звеньевой ҙа булып эшләй. Һәр эшендә ҙур теләк менән эшләй һәм егәрлелек күрһәтә. 1947 йылда уның етәкселегендәге арыш үҫтереүсе звеноһы 9 гектар майҙандың һәр бер гектарынан уртаса 43,42 центнер уңыш ала.

1948 йылдың 18 майында СССР Юғары Советы Президиумының Указына ярашлы ауыл хужалығында юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне һәм игендән рекордлы уңыш алғаны өсөн Анастасия Дмитриева Колемасоваға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

Анастасия Дмитриевна совхоз яңынан ойошторолғандан һуң Заметчинский районының Урицкий совхозына эшләргә күсә. Һуңғараҡ пенсияға сыға.

Метчерка ауылында йәшәй. 2012 йылдың 13 майында вафат була. Ауыл зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Пенза кешеләре — Социалистик Хеҙмәт Геройҙары. Пенза, 1988.

Һылтанмалар