Королева Елизавета утрауҙары

Королева Елизавета утрауҙары (bнгл. Queen Elizabeth Islands, фр. Îles de la Reine-Élisabeth; элек Парри утрауҙары йәки Парри архипелагы булараҡ билдәле) — Канада Арктика архипелагының иң төньяҡ өлөшө: Нунавут һәм Төньяҡ-Көнбайыш биләмәләренә ҡараған төрлө ҙурлыҡтағы утрауҙар төркөмө булып тора.

Географияһы

undefined

Утрауҙар Төньяҡ Боҙло океан бассейнында ята:

Мак-Клур, Вайкаунт́-Мелвилл, Барроу, Ланкастер (инглиз телле сығанаҡтарҙа был дүрт боғаҙ Parry Channel (Парри боғаҙы) тип атала) боғаҙҙары системаһынан төньяҡтараҡ..

Утрауҙар формаһы буйынса өсмөйөшкә тартым: түбәһендә — Элсмир утрауы , ә нигеҙендә Принс-Патрик, Мелвилл, Батерст, Корнуоллис, Девон[1] утрауҙары ята.

undefined

Исеме алмаштырылғандан һуң, Парри архипелагы термины архипелагтың көньяҡ-көнбайыш өлөшө өсөн (Принс-Патрик, Мелвилл, Батерст, Борден, Маккензи-Кинг, Корнуоллис утрауҙары һәм уларҙы уратып алған ваҡ утрауҙар) ҡулланылыуын дауам итә[2].

Башҡа утрауҙарҙың бер өлөшөн (Амунд-Рингнес, Аксель-Хейберг, Эллеф-Рингнес, Корнуолл) Свердрупа утрауҙары төркөмөнә индерәләр[3].

Ҡайһы бер утрауҙар уйһыу рельефлы, икенселәре 300—600 метр бейеклектәге яҫы яйланан ғибарәт. Девон утрауында тау һырттары 1921 метрға тиклем күтәрелә.

Иң таулыһы — архипелагтың иң ҙур утрауы — Элсмир, унда Барбо түбәһе урынлашҡан (2616 метр) — Элсмир утрауының, архипелагтың һәм Нунавут биләмәһенең иң бейек түбәһе.

Утрауҙарҙың климаты бик ҡаты, арктик. Утрауҙар поляр сүллектәр менән ҡапланған.

Утрауҙарҙың дөйөм майҙаны 419 061 км² тәшкил итә[4]. Утрауҙарҙың күбеһе Ер шарындағы иң ҙурҙар иҫәбенә инә, шуларҙың иң ҙуры — Элсмир, икенсеһе — Девон.

Утрау төркөмсә Биләмә Майҙан,

км²
Канадала урыны Донъяла урыны Координаталар
1 Александер[5] Парри архипелагы Нунавут 484 66 75°52′ с. ш. 102°37′ з. д.GЯO
2 Амунд-Рингнес[6] Свердруп Нунавут 5255 25 111 77°53′ с. ш. 095°30′ з. д.GЯO
3 Аксель-Хейберг[7] Свердруп Нунавут 43178 7 32 79°26′ с. ш. 090°46′ з. д.GЯO
4 Бейлли-Гамильтон[8] Парри архипелагы Нунавут 290 91 75°53′ с. ш. 094°35′ з. д.GЯO
5 Батерст[9] Парри архипелагы Нунавут 16042 13 54 75°46′ с. ш. 099°47′ з. д.GЯO
6 Борден[10] Парри архипелагы Нунавут/Төньяҡ-көнбайыш биләмәләр 2794 30 170 78°33′ с. ш. 111°10′ з. д.GЯO
7 Брок[11] Парри архипелагы Төньяҡ-көнбайыш биләмәләр 764 58 383 77°51′ с. ш. 114°27′ з. д.GЯO
8 Букингем утрауы Парри архипелагы Нунавут 137 137 77°12′ с. ш. 091°00′ з. д.GЯO
9 Байам-Мартин[12] Парри архипелагы Нунавут 1150 42 294 75°12′ с. ш. 104°17′ з. д.GЯO
10 Камерон[13] Архипелаг Нунавут 1059 46 312 77°48′ с. ш. 101°51′ з. д.GЯO
11 Коберг[14] Парри архипелагы Нунавут 411 83 75°57′ с. ш. 079°18′ з. д.GЯO
12 Корнуолл[15] Свердруп Нунавут 2358 31 184 77°37′ с. ш. 094°52′ з. д.GЯO
13 Корнуоллис[16] Парри архипелагы Нунавут 6995 21 96 75°05′ с. ш. 095°00′ з. д.GЯO
14 Девон[17] Парри архипелагы Нунавут 55247 6 27 75°08′ с. ш. 087°51′ з. д.GЯO
15 Эглинтон[18] Парри архипелагы Төньяҡ-көнбайыш биләмәләр 1541 36 249 75°46′ с. ш. 118°27′ з. д.GЯO
16 Эллеф-Рингнес[19] Свердруп Нунавут 11295 16 69 78°37′ с. ш. 101°56′ з. д.GЯO
17 Элсмир[20] Нунавут 196236 3 10 80°10′ с. ш. 079°05′ з. д.GЯO
18 Эмералд[21] Парри архипелагы Төньяҡ-көнбайыш биләмәләр 549 63 466 76°48′ с. ш. 114°07′ з. д.GЯO
19 Грехем[22] Свердруп Нунавут 1378 38 265 77°26′ с. ш. 090°30′ з. д.GЯO
20 Гриффит[23] Парри архипелагы Нунавут 189 110 74°35′ с. ш. 095°30′ з. д.GЯO
21 Хелена[24] Парри архипелагы Нунавут 327 85 76°40′ с. ш. 101°00′ з. д.GЯO
22 Хоувд[25] Парри архипелагы Нунавут 158 125 77°32′ с. ш. 085°09′ з. д.GЯO
23 Ванье[26] Парри архипелагы Нунавут 1126 44 298 76°10′ с. ш. 103°15′ з. д.GЯO
24 Кинг-Кристиан[27] Свердруп Нунавут 645 60 420 77°45′ с. ш. 102°00′ з. д.GЯO
25 Литл-Корнуоллис[28] Парри архипелагы Нунавут 412 75 75°30′ с. ш. 096°30′ з. д.GЯO
26 Лохид[29] Парри архипелагы Нунавут 1308 41 273 77°24′ с. ш. 105°15′ з. д.GЯO
27 Лоутер[30] Парри архипелагы Нунавут 145 133 74°33′ с. ш. 097°30′ з. д.GЯO
28 Маккензи-Кинг[31] Парри архипелагы Нунавут/Төньяҡ-көнбайыш биләмәләр 5048 26 115 77°43′ с. ш. 111°57′ з. д.GЯO
29 Мэсси[32] Парри архипелагы Нунавут 432 71 75°59′ с. ш. 102°58′ з. д.GЯO
30 Миен[33] Свердруп Нунавут 955 50 337 79°59′ с. ш. 099°30′ з. д.GЯO
31 Мелвилл[34] Парри архипелагы Нунавут/Төньяҡ-көнбайыш биләмәләр 42149 8 33 75°30′ с. ш. 111°30′ з. д.GЯO
32 Норт-Кент[35] Парри архипелагы Нунавут 590 62 453 76°40′ с. ш. 090°15′ з. д.GЯO
33 Принс-Патрик[36] Парри архипелагы Төньяҡ-көнбайыш биләмәләр 15848 14 55 76°45′ с. ш. 119°30′ з. д.GЯO
34 Стор[37] Свердруп Нунавут 313 87 78°59′ с. ш. 085°50′ з. д.GЯO
35 Бүтән бәләкәй утрауҙар (2092 берәмек) Нунавут/Төньяҡ-көнбайыш биләмәләр 2321
Королева Елизавета утрауҙары[38] Нунавут/Төньяҡ-көнбайыш биләмәләр 419061 78°05′ с. ш. 95°10′ з. д.GЯO

Тарихы

Утрауҙар европалылар тарафынан тәүге тапҡыр 1616 йылда асыла. Британ адмиралтействоһы атаманы инглиз арктик сәйәхәтсеһе У. Э. Парри хөрмәтенә бирә. Ул архипелагты 1819—1820 йылдарҙа аса. Һуңынан, 1953 йылда Елизавета II Канада королеваһы булараҡ тәхеткә ултырғандан һуң, утрауҙар уның хөрмәтенә атала.

Халҡы

Халыҡ һаны — 375 кеше (2006). Иң ҙур торама пункттар — Корнуоллис утрауындағы Резольют (229 кеше) һәм Элсмирҙағы Грис-Фьорд (141 кеше) ҡасабалары. Элсмирҙа шулай уҡ донъялағы иң төньяҡ торама пункт — Алерт урынлашҡан (5 кеше). Башҡа утрауҙарҙа даими йәшәүселәр юҡ. Төп хужалыҡ эшмәкәрлеге — нефть быраулау.

Иҫкәрмәләр

  1. Canadian Encyclopedia. The Queen Elizabeth Islands. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 5 ноябрь 2011 года. 2011 йылдың 5 ноябрь көнөндә архивланған.
  2. Парри архипелаг // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. [ Свердрупа острова] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  4. Sea islands: Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2007. Архивировано из оригинала 22 ғинуар 2013 года. 2013 йылдың 22 ғинуар көнөндә архивланған. Atlas of Canada; Natural Resources Canada
  5. Alexander Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2010. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  6. Amund Ringnes Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2008. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  7. Axel Heiberg Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2010. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  8. Baillie-Hamilton Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 май 2008. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  9. Bathurst Island 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған. at Bivouac.com
  10. Borden Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2010. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  11. Brock Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2010. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  12. Byam Martin Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2009. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  13. Cameron Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2009. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  14. Coburg Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2009. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  15. Cornwall Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2009. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  16. Cornwallis Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2009. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  17. Devon Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2008. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  18. Eglinton Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2009. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  19. Ellef Ringnes Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2009. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  20. Ellesmere Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2009. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  21. Emerald Isle. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2009. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  22. Graham Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2008. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  23. Griffith Island 2021 йылдың 25 июнь көнөндә архивланған. at the Atlas of Canada
  24. Helena Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2009. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  25. Hoved Island 2021 йылдың 25 июнь көнөндә архивланған. at the Atlas of Canada
  26. Île Vanier. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2009. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  27. King Christian Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2008. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  28. Little Cornwallis Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2009. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  29. Lougheed Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2009. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  30. Lowther Island 2021 йылдың 25 июнь көнөндә архивланған. at the Atlas of Canada
  31. Mackenzie King Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2009. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  32. Massey Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2009. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  33. Meighen Island 2007 йылдың 13 март көнөндә архивланған. at arctic.uoguelph.ca
  34. Melville Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2009. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  35. North Kent Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2009. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  36. Prince Patrick Island 2022 йылдың 20 сентябрь көнөндә архивланған. at peakbagger.com
  37. Stor Island. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2008. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2010 года. at oceandots.com
  38. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; taoc төшөрмәләре өсөн текст юҡ

Һылтанмалар