Косотур

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

РУВИКИ:Айырым мәҡәләләр/етем0

Косотур
Zlatoust2011.jpg
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге586 м
Урынлашыуы
55°06′37″ с. ш. 59°24′49″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыСиләбе өлкәһе
Тау һырты йәки массивУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Косотур
Силәбе өлкәһе
Красная точка
Косотур
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Косотур — Силәбе өлкәһе Златоуст ҡалаһы эсендә урынлашҡан тау.Төбәк әһәмиәтендәге геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Тарихы һәм географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Косотур тауҙары. Бутыловка тауынан төшөрөлгән күренеш. Арғы планда Тағанай түбәһе уңда , завод быуаһы һәм тимер юл ҡасабаһы һулда Изге Троицк соборы, ҡорал фабрикаһы. 1900 й.

Тәбиғәт һәйкәле «Косотур тауы» Златоуст ҡалаһы үҙәгендә, Лесопарковая зонаһында урынлашҡан. Бөтә яҡтан да ҡалала барған төҙөлөш уртаһында ҡамалып ҡалған.

Косотур 634 метр бейеклектәге тау[1], башҡа мәғлүмәттәр буйынса - 586 м[2].

Был урын ҡала биләмәһенең иң юғары нөктәһе булып тора. Дөйөм майҙаны 180 гектар самаһы тәшкил итә. Косотур тауы был район өсөн ғәҙәти күренеш булып тора. Тауҙың оҙонлоғо 3,5 км, киңлеге яҡынса 1 км.

Косотур Ҙур Тағанай һыртының көньяҡтан алғы сиге һәм Үренге һыртының үҙенсәлекле дауамы, уның төньяҡтан ситке армыты булып тора. Косотур һәм Бутыловка тауҙары араһынан Әй йылғаһы үҙәне үтеүе һөҙөмтәһендә айырымланған.

Тәбиғәт һәйкәле өс моронло ҡалҡыу урын булып тора. Көньяҡ армыты Златоуст үҙәгенә генә ҡарап тора., Бейеклеге 100 метрҙан ашыу текә таш ҡабаҡ булып Был өлөшө яланғас, урманы юҡ. Ғәжәйеп формалағы шәрә ҡаялар менән ослана. Армыттың көньяҡ осо ҡала быуаһына килеп текәлә.

Косотур башлыса бик күп кварцлы уренге свитаһы һәүерташтарынан тора. Күп һанлы кварцлы юлаҡтар менән телгеләнгән.Ҡулауыҡтарынан Әй йылғаһы ҡушылдыҡтары: Таҫма (Тесьма) һәм Каменка шишмәләре сығып ята.

Тауҙың көнбайыш битләүендә бер саҡрымдан ашыуға тармағы айырсалана. Уны урындағы халыҡ Кесе (Криулина) Косотур тип йөрөтә. Тауҙың көнбайыш итәгендә 1754 йылда Косотур заводы төҙөлгән.Завод эргәһендә ҡала үҫеп сыҡҡан.

Шулай уҡ Косотур тауының битләүҙәрендә, итәгендә тәүге Златоуст ҡасабаларына нигеҙ һалына: Заводской, Ветлуга, Малково, Закаменка, ә 19 быуат аҙағында төньяҡ-көнсығыш битләүендә – Тимер юл ҡасабаһы барлыҡҡа килә. Шул осорҙа уҡ Һамар-Златоуст тимер юлы һалына.

Флора һәм фаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Косотур тулыһынса тиерлек урман менән ҡапланған. Урман барлыҡҡа килтереүсе төп ағастар булып ҡарағай, ҡарағас, ҡайын, ель, шыршы, миләш, муйыл тора. Урмандар башлыса икенсел (беренсел Златоуст завод ихтыяждары өсөн ҡырҡылған). Тәбиғи урмандар, ағастар (башлыса ҡарағайлыҡ, шыршы ҡарағастар һирәк осрай) бейек урындарҙа, текә ҡаяларҙа, тәрән аялар ситендә, ярлауҙарҙа ғына һаҡланып ҡалған.

Урман массивтарының байтаҡ өлөшө 30-60 йылдар элек ултыртылған. Ҡарағай, ҡайынлы ҡатыш ҡарағай, ҡарағай ҡатыш ҡайын һәм ҡарағай, ҡайын, ҡарағас ағастарын аралатып икенсел һәм яһалма экосистемалар булдырғандар[1]

Экология торошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Косотур тауы Силәбе өлкәһе халыҡ депутаттары советы Силәбе өлкә башҡарма комитетының 1987 йылдың 6 октябрендәге № 361 номерлы ҡарары. менән тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп иғлан ителә (категорияһы буйынса геологик ҡомартҡы) Косотур ғилми-танып белеү һәм рекреацион әһәмиәттәге объект булып тора.

Косотур тауын тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп иғлан итеүҙең төп маҡсаты булып ландшафттың тәбиғи торошон, урман массивтарын, шишмә һәм матур ҡаяларҙы, шулай уҡ граждандар һуғышы булып үткән урындарҙы һаҡлап ҡалыу тора.

Топонимика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорттар тауҙы Туңғырҙаҡ тип атай («тигеҙһеҙ ташлы юл»)[2]. Косотур атамаһы , бер фараз буйынса, иран теленә барып тоташырға мөмкин ( мәҫәлән, осетиндәрҙә дор, дур — "таш" тигәнде аңлата)[3]

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Косотур тауы итәгендә, 1918 йылдың 27 майында иртәнсәк ҡыҙылдар менән Чехословакия корпусы легионерҙары араһында тәүге алыш булған ерҙә Граждандар һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл ҡуйылған. Һәйкәл ошо алышта һәләк булған ҡыҙылармеецтарҙың туғандаш ҡәбере өҫтәнә ҡуйылған.[1].
  • Косотур тауының 1909 йылда С.М. Прокудин-Горский[2] тарафынан төшөрөп алынған фотоһы

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Особо охраняемые природные территории Челябинской области. Гора Косотур. Дата обращения: 14 июнь 2014. Архивировано 14 июль 2014 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 Туристический портал NaUrale.com. Косотур, гора
  3. С. М. Стрельников. Златоуст. Словарь географических названий. — Златоуст: "Трудовая честь", 1993.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

kosotur.com 2020 йылдың 11 ноябрь көнөндә архивланған. - афиша һәм силәбе өлкәһе златоуст ҡалаһынан.