Крючко Александра Ильинична

Крючко Александра Ильинична (15 май 1931 йыл — 1 август 2015 йыл) — совет, Рәсәй табип-педиатры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. Почет билдәһе ордены кавалеры[1].

Биографияһы

Александра Ильинична Крючко 1931 йылдың 15 майында Урал өлкәһенең Төмән өлкәһе менән сиктәш Лупта ауылында (хәҙер бөткән) тыуа.

1955 йылда Свердловск медицина институтының педиатрия факультетын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1955 йылда Стәрлетамаҡтан 30 километр алыҫлыҡта төҙөләгн яңы Салауат ҡалаһында башлай.

Участка педиатры, 1968 йылдан — баш табиптың дауалау буйынса урынбаҫары була. 1950—1960 йылдар урталарында Салауат ҡалаһының дауалау учреждениеларына яҡындағы Стәрлетамаҡ, Мәләүез райондары ауылдарынан да мөрәжәғәт итә. 1970 йылда Салауатта балаларҙың дифтерия, полиомиелит менән ауырыуы күҙәтелмәй.

1982 — 1987 йылдарҙа берләштерелгән балалар дауаханаһының баш табибы була. 1988 йылда Салауат ҡалаһының мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары поликлиникаһы буйынса педриатрия бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә.

1988 йылда «Салауат ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[2].

2015 йылдың 1 сентябрендә Салауат ҡалаһында вафат була.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә. Дауахананың остаз-табиптар хәрәкәте менән етәкселек итә, өс тапҡыр халыҡ депутаттарының Салауат ҡалаһы ҡала советына депутат итеп һайлана, табип-интерндарҙың етәксеһе була. Бер нисә йыл дауамында ҡаланың балиғ булмағандар эше буйынса комиссия ағзаһы булып тора.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы
  • «Салауат ҡалаһының почётлы гражданы» (1988)
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан „Хеҙмәт фиҙаҡәрлеге өсөн“ миҙалы»
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
  • РСФСР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы.